Урбеч – файҙалы ризыҡ

Урбеч – файҙалы ризыҡ

Һаулыҡ Аллаһу Тәғәләнән беҙгә бирелгән иң ҡиммәтле ниғмәттәрҙең береһе булып тора. Хәҙерге көндә сәләмәтлеккә бигерәк тә иғтибар ҙур бирелергә тейеш. Шуға күрә беҙ көн һайын нимә менән туҡланырға һәм ниндәй аҙыҡты һайларға тигән һорау менән борсолабыҙ. Бөгөн кибеттәрҙә «урбеч» тигән пастаны йыш күрергә тура килә. Ул нимәһе менән файҙалы һәм уны нисек дөрөҫ ҡулланырға?

Урбеч − ул таш тирмәненән үткәрелгән етендең массаһы. Ул Дағыстан халҡының милли аҙығы булып һанала. Бер нисә быуат элек һуғышҡа йыйынған ирҙәргә ҡатындары туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы, урынды әҙ алырлыҡ аҙыҡты уйлап сығарғандар. Башта урбеч тик етендән генә эшләнгән. Хәҙерге көндә был ашамлыҡ төрлө сәтләүектәрҙән электр тирмәндәрендә етештерелә. Халыҡ араһында иң популяр булып баҙам, кешью, киндер, абрикос, арахис, сәтләүек, кунжут урбечтары һанала. Был аҙыҡтың үҙенсәлеге − уның тулыһынса тәбиғи булыуында. Сөнки уға башҡа бер нәмә лә ҡушылмай. Шуға күрә уның бар файҙалы микроэлементтары һаҡлана. Урбеч һүҙе авар телендә «етен» тигәнде аңлата икән.

Шуға был мәҡәләлә етен урбечының файҙаһына иғтибар итәсәкбеҙ. Был аҙыҡтың составында 15-25% аҡһым, 10-12% углевод, 30-35% май, омега 3 һәм 6, В, А, РР, Е, С, марганец, калий, натрий, магний, тимер, цинк, йод витаминдары һәм минералдары тәшкил итә. Шулай уҡ кальций бында эремсеккә ҡарағанда ла күберәк икән. Шундай файҙалы микроэлементтар арҡаһында етен урбечы иммунитет системаһын нығыта, физик һәм аҡыл хеҙмәте менән көсөргәнешле шөғөлләнгән ваҡыттарҙа көс бирә, шәкәрҙе нормаға килтерә, йөрәк-ҡан системаһын нығыта, насар холестеринды кәметә, ашҡаҙандың эшен яҡшырта, күҙҙәрҙең, биттең, сәстең, тәндең торошон яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙ гормондарын нормаға килтерә. Шулай уҡ күҙәнәклеге (клетчатка) күп булғанға ла урбеч ябығырға ярҙам итә. Йәғни асығыу тойғоһо оҙаҡҡа юғала. Әммә аллергия менән ауырығандарға урбечты ашағанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Өс йәшкә тиклем балаларға ла тәҡдим ителмәй. Урбечты нисек дөрөҫ итеп ҡулланырға?

Диетологтар фекеренсә көнөнә 2-3 бал ҡалағынан да күберәк ашарға ярамай. Иң яҡшыһы иртәнге аш ваҡытында икмәккә йәки күмәскә, емештәргә һөртөп йәки бутҡаға, эремсеккә ҡушып ашарға була. Етен ауыҙҙы ҡурыштыра, шуның өсөн уға әҙерәк бал һәм иретелгән май ҡушып ашарға тәҡдим ителә. Урбечты һыуытҡыста йәки һалҡын, ҡараңғы ерҙә, ябыҡ һауытта һаҡларға кәрәк. Шулай итеп урбеч ябығыусылар өсөн, спортсыларға, дөрөҫ туҡланыу менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн бик файҙалы аҙыҡ булып тора.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА

ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...