Йүтәлдән рецепт

Йүтәлдән рецепт

Һөт - бик ҡиммәтле аҙыҡ һәм уны бер нимә менән дә алыштырып булмай. Гиппократ һәм Авиценна һөттө туберкулезды, аҙ ҡанлылыҡты, подаграны (быуынға тоҙ ултырыу) дауалағанда ҡулланғандар. Боронғо Ҡытайҙа психик ауырыуҙарҙы һәм неврозды ошо эсемлек менән дауалағандар.

Бик һөҙөмтәле борондан килгән рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар:

1 л ҡуйы һөт (иң яҡшыһы ауыл һөтө),

1 бәләкәй баш һуған,

1 аш ҡалағы аҡ май, бер семтем тоҙ.

Әҙерләү:

Һөттө ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ, һуғанды, 4 өлөшкә бүлеп, һөткә һалабыҙ. 5 минут ҡайнатабыҙ. Шунан уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ. Аҙаҡ аҡ май һәм тоҙ ҡушабыҙ.

Был эсемлекте төнгә ҡарай, эҫе килеш эсергә кәрәк. Әммә тамағығыҙҙы бешереп ҡуймағыҙ. Ҡайнарлығын самаларға кәрәк.

Әлбиттә, эсемлектең тәме үҙенсәлекле булғанға күрә, кемгәлер эсеүе ҡыйыныраҡ булыуы ихтимал. Әммә файҙаһы оҙаҡ көттөрмәҫ, иртәнсәк үк еңеллек һиҙерһегеҙ.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...