Тәмле лә, файҙалы ла ашҡабаҡ

Тәмле лә, файҙалы ла ашҡабаҡ

Тәмле лә, файҙалы ла ашҡабаҡ

Ашҡабаҡ (тыква) Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә телгә алына.

 

Ашҡабаҡтың кеше организмы өсөн файҙаһы шул тиклем күп яҡлы, шул арҡала ул байтаҡ өлкәлә ҡулланыу таба. Ашҡабаҡта бик күп микроэлементтар һәм витаминдар тупланған. Файҙалы элементтар тупланмаһы буйынса ул күп йәшелсәләрҙән өҫтөн. Уның составында шәкәр, каротин, С, В1, В2, В5, В6, Е, РР, матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүсе бик  һирәк осраған Т, ҡан ойошоуҙы тиҙләтеүсе К витаминдары, майҙар, аҡһымдар, углеводтар, пектин, целлюлоза, минералдар, калий, кальций, тимер күп. Ашҡабаҡта каротин кишергә ҡарағанда – биш, һыйыр бауырына ҡарағанда өс тапҡыр күберәк. Шунлыҡтан офтальмологтар күреү һәләте түбән булған кешеләргә ашҡабаҡтың үҙен һәм һутын йышыраҡ ҡулланырға тәҡдим итә. Составында тимерҙең күплеге буйынса һары ашҡабаҡ чемпиондар араһында. Ашҡабаҡ составындағы пектин организмдан ағыулы матдәләрҙе ҡыуырға һәм холестеринды тейешле кимәлдә тоторға булышлыҡ итә.       Медицина тәжрибәһе буйынса ашҡабаҡ простата яман шешен, быуындар сирен иҫкәртә, бөйөрҙәр эшмәкәрлеген яйға һала. Бөйөрҙәр сирләгәндә, тәүлегенә ярты стакан яңы һығылған һут тәкдим ителә. Ашҡабаҡ диетаһы йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәпле булған шешенеүҙәрҙән, йөрәк- ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, матдәләр алышыныуы, эсәктәрҙә тайпылыш булған осраҡтарҙа тәҡдим ителә. Ҡабаҡтың һуты нервы системаһын тынысландыра, һыуһынды ҡандыра, бауыр һәм бөйөр сирҙәре булғанда ҡулланыла. Был диетик аҙыҡ шулай уҡ үт ҡыуығы, гастрит, шешенеүҙәргә илтеүсе ауырыуҙарҙан дауа. Яңы эшләнгән ашҡабаҡ һуты оҙайлы эс ҡатыуҙан, бәүел ҡыуыу системаһы, бөйөр сирҙәренән, геморрой һәм нервылар ҡаҡшағанда файҙалы. Организмдағы артыҡ тоҙҙарҙы һәм һыуҙы ҡыуа. Экзема, тән тиреһе бешкән ваҡытта ашҡабаҡтан эшләнгән массаны яралы урынға ябырға мөмкин.

Ашҡабаҡ бигерәк тә өлкән йәштәгеләр өсөн алыштырғыһыҙ аҙыҡ. Ул тиҙ үҙләштерелә, организмға һәр яҡлап ыңғай тәьҫир итә.

Ашҡабаҡ аштары А тибындағы вируслы гепатит сирен үткәргәндәр өсөн дә бик файҙалы. Ашҡабаҡ     бутҡаһы составындағы биологик матдәләр бауырҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә төнгә ҡаршы ашҡабаҡ һутына бал ҡушып эсергә мөмкин. Тән температураһы күтәрелгәндә лә ҡабаҡ һуты ҡулланыш тапҡан.

Ашҡабаҡтың орлоҡтары соствавында 52%-ҡа тиклем майҙар, 28%-ҡа тиклем аҡһым бар, цинк күп.  Күп илдәрҙә ашҡабаҡ майын йәшелсә салаттары эшләгәндә ҡулланалар. Бал менән ҡушып онталған ашҡабаҡ орлоҡтары борондан организмдан паразиттарҙы ҡыуыу сараһы тип танылған. Киптерелгән ашҡабаҡ орлоҡтары простата ауырыуын иҫкәртеү өсөн ҡулланыла. Составында цинк күп булыу сәбәпле, баш тиреһе сирҙәренә, майлы ҡауаҡҡа, себореяға ҡаршы ла дауа. Һиндостанда ашҡабаҡты туберкулез ауырыуына ҡаршы ла ҡулланалар. Үпкә сирен тыуҙырыусы таяҡсаларға ҡаршы эффектив булыуы асыҡланған.

Ысынлап та, ҡабаҡ тәмле генә түгел, бик тә файҙалы ла йәшелсә икән!

 

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...