Лавр япрағының файҙаһы

Лавр япрағының файҙаһы

Ике мең йылдан ашыу инде халыҡ медицинаһында лавр япрағы ҡулланылыуы билдәле. Хәҙерге рәсми медицина ла лавр япрағы менән дауаланыуҙың һөҙөмтәле икәнен раҫлай.

Стоматит, гангивит менән яфаланғанда, аңҡау елһенгәндә, ауыҙҙан насар еҫ килгән осраҡтарҙа, көнөнә бер нисә тапҡыр лавр япрағын сәйнәргә һәм бер сәғәт ашамай, эсмәй торорға кәрәк.

Лавр япрағы валерьяндан (бесәй үләне) ҡалышмай, тынысландырыу һәләтенә эйә. Йоҡлай алмаған баланың мендәренә бер нисә япраҡ һалырға мөмкин. Лавр япраҡтарын ун биш минут эҫе һыуҙа тотоп, ауырыу ятҡан бүлмәгә ҡуйырға була. Япрактарҙың хуш еҫе бүлмәне дезинфекциялай, бактерияларға ҡаршы көрәшә.

Ҙур булмаған ун япраҡты өс стакан ҡайнап торған һыуҙа өс сәғәт тотоп, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә кәрәк. Ҡандағы шәкәр кимәле кәмер, артритҡа һәм туберкулезға ҡаршы ярҙам итер.

Лавр япраҡтарынан эшләнгән майҙы тире ауырыуҙарынан, оҙаҡ ятып тән боҙолоуҙан (пролежни) ҡулланырға була. Ҡалаҡ ярым (аш ҡалағы) ваҡланған япраҡтарҙы бер стакан таҙартылған үҫемлек майына һалып, бер аҙна ҡараңғы, һалҡын урында төнәтергә кәрәк (һыуытҡыста түгел).

Аяҡтар ныҡ тирләгәндә һәм насар еҫ килгәндә, утыҙ япраҡты ҡайнар һыуҙа өс сәғәт тотоп, аяҡтарҙы ун минут тирәһе ошо төнәтмәле һыуға тығып ултырырға кәрәк. Лавр япрағын ҡулланыуҙың кире тәьҫире бик күҙәтелмәй. Шулай ҙа аллергия булған осраҡта, бигерәк тә ауырлы ҡатындарға, бала имеҙгән саҡта, иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә.

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...