Бардакош

Бардакош

Бардакош - күп йыллыҡ үҫемлек, мәтрүшкәләр ғаиләһенән. Көнсығыш халҡы элек-электән был шифалы үлән менән дауаланған һәм аш-һыуҙа ҡулланған.

Был үлән Төркиә, Африканың төньяғында һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә үҫә. Ҡытай, Америка һәм Рәсәйҙә лә был үҫемлекте үрсетәләр. Бардакош − бик көслө тәбиғи антисептик. Элек-электән уны ҡул йыуа торған һыуға ҡушыр булғандар. Был үләндең составына күп төрлө эфир майҙары инә: пинен, борнеол, терпинен, терпинеол, сабинен, фенол, камфора, тимер, кальций, калий, цинк, рутин, С витамины, А провитамины, бета-каротин кеүек файҙалы компоненттар тәшкил итә. Был үләндең төнәтмәһе бәүел бүлеп сығарыу системаһына, ашҡаҙанға, бауырға, үткә яҡшы тәъҫир итә. Күрем ваҡытындағы ауыртыныуҙарҙы, климакс симптомдарын кәметә. Шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырығандарға файҙалы.

Йөрәк менән ҡан тамырҙары өсөн инфарктан яҡшы профилактика. Быуындар һыҙлағанда бардакош япраҡтарынан ванна инеү ярҙам итәсәк. Рахит, матдәләр алмашыныу боҙолғанда, кесерткән биҙгәгенән ауырыусыларҙы был үлән төнәтмәһендә йыуындыралар. Ревматизмдан бардакош майын һөртөргә була. Бардакош үләненең эфир майы нерв системаһын тынысландыра, стрестан ярҙам итә. Хроник арыуҙан һәм нервылар ҡаҡшауынан рецепт тәҡдим итәбеҙ: 2 мл бардакоштың эфир майына 2 мл әфлисундың эфир майын ҡушып, 3-шәр тамсы табандарға, сикәгә, беләҙектәргә һөртәбеҙ. Бер нисә тамсы бардакош майын шампундарға ҡушып сәсте йыуыу – ҡауаҡтан, баш тиреһендәге ауырыуҙарҙан ярҙам итәсәк.

Бардакош – донъяла иң йыш ҡулланыла торған аш тәмләткесе. Уны сәйгә, йәшелсә һуттарына, компоттарға һәм төрлө аҙыҡтарға ҡушалар. Шулай уҡ ҡыяр, помидор, патиссон, ҡабаҡты тоҙлағанда бардакошты һалалар. Ит, спагетти һәм төрлө соустарҙың рецептарында бардакош үләне бар. Ғәрәп аш-һыуында һарыҡ итенә тәм бирер өсөн был тәмләткесте ҡушалар. Ул шулай уҡ майлы, ауыр аҙыҡты һеңдерергә ярҙам итә. Әбү Сина бардакошты «ябығыу үләне” тип иҫәпләгән. Ул тәндән токсиндарҙы сығара, асығыуҙы баҫа. Йыш ҡына ошо үләндән яһалған сәйҙе эсеү ябығырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, 1-1,5 аҙна эсендә 4-5 кг ташларға була. Уның өсөн бер бал ҡалаҡ бардакошка 1 стакан ҡайнар һыу өҫтәп 20 минут төнәтәбеҙ ҙә, ярты сәғәт ашар алдынан эсәбеҙ.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...