Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе

Ир һәм ҡатын араһында енси мөнәсәбәт

Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәлә ер йөҙөндә барса мәхлүктәрҙе парлап яратҡан. Был бер кемгә лә сер түгел.

Өйләнеү – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте һәм Уның медицинаһы ғаилә тормошон кешенең рухи, физик һәм психологик торошон һаҡлауҙың нигеҙе тип иҫәпләй. Никахҡа ингәс, ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да ҡайһы бер психологик, нервы һәм физик ауырыуҙарының юҡҡа сығыуы билдәле. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бәлиғ булғас та никахлашыуға өндәй.

Ғабдулла ибне Мәсғүд риүәйәт иткән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йәштәргә ҡағылышлы һүҙҙәре еткерелә: «Ғаиләгеҙҙе ҡарарлыҡ хәлегеҙ булһа – өйләнегеҙ, был һеҙҙе зинанан һәм харамдан һаҡлар, булмаһа – ураҙа тотоғоҙ».

Ғәйшә еткергән хәҙистә: «Өйләнеү – минең юлым, баш тартҡандар беҙҙән түгел», – тиелә. Ата-әсәләргә бәлиғ булған балаларын өйләндереү, кейәүгә биреү сараһын күрергә кәрәк. Бигерәк тә әлеге заманда, сөнки гонаһ, зинаға илткән юлдар бик күп һәм еңел.

 

Фәнни факттар

Тикшеренеүҙәр иҫбатлауынса даими енси мөнәсәбәттә йәшәгән кешеләр араһында үлем осраҡтары 50 %-ҡа кәмерәк.

Беренселәрҙән булып йөрәк күсереп ултыртҡан танылған хирург Кристиан Бернард фекеренсә, енси мөнәсәбәттәр йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙә ҙур роль уйнай. Уның был һығымталары менән инглиз һәм япон коллегалары ла килешә. Регуляр булмаған мөнәсәббәттәр ир-аттарҙа простата сиренең баргыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта интим мөнәсәбәттәрҙә тәбиғи теләк менән алтын урталыҡты һаҡлау зарур. Саманан артып китеү организмды талсыҡтыра. Проблемалар килеп тыуғанда, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иң мөһиме – ғаиләне һаҡлап ҡалыу.

 

Бала юҡлығы ғаилә тарҡатыуға сәбәп түгел

Бөгөн беҙ бала булмауҙан күп ғаиләләрҙең тарҡалыуына шаһитбыҙ. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың ата-әсәләрен тыңламай, ҡайһы берҙә, хатта яҡшы тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙә лә үҙ-ара дошманға әйләнеп киткәндәрен күрәбеҙ. Ата-әсә өсөн отошло уйындар менән мауығыусы, наркоман, амораль ғәҙәттәргә эйә, тәрбиәһеҙ балаң булыуынан да ауыр ҡайғы юҡтыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ғаиләләр күп. Аллаһу Тәғәлә бала бирмәй икән, быны киҫкен мәсьәлә йәки ҡайғы тип ҡабул итергә кәрәкмәй.

 

Енси көсһөҙлөк

Енси көсһөҙлөк проблемаһы килеп тыуғанда, медицина тикшереүе үтергә кәрәк.

Түбәндәге аҙыҡтар тәҡдим ителә.

Имбир (зәйнәбел) – көн дауамында 1 аш ҡалағы, корица (дәрсен) 1 аш ҡалағы, 1 баш сей һуған, яртыһын иртән, яртыһын кис, көнөнә 1-әр сәй ҡалағы ҡыҙыл, ҡара борос, иртәле-кисле ярты стакан аҡ йәки ҡара ноҡот борсағы (нут), 1 аш ҡалағы ҡуй малының киптерелгән эс майы (курдюк), бешеп бөтмәгән (всмятку) тауыҡ йомортҡаһы, һарыҡ ите, бал, таш ҡабаҡ орлоғо, 2-3 сәтләүек, иретелгән май.

 

Экологик хәл-торош

Концерогендарҙың яман шеш сирҙәренә килтереүсе икәне иҫбатланған.

Химик бысратыуҙарҙан тыш тирә-йүндә биологик микроорганизмдар, вирустар, гельминттар, йылға, күлдәрҙә төрлө инфекцион сирҙәр тыуҙырыусылар ҙа етәрлек.

Урамдарҙағы өҙлөкһөҙ машина, завод, фабрикалар тауышы йөрәк, бауыр, нервы системаһының көсөргәнешле эшләүенә, ишетеү һәләтенең түбәнәйеүенә килтерә. Беҙ максималь рәүештә һаулығыбыҙға зыян һалыусы кире факторҙарҙан һаҡланырға тейешбеҙ. Организмға эләккән ағыулы матдәләрҙе нейтралләштереү маҡсатында, көн һайын иретелгән май, бал, һарымһаҡ ашарға кәрәк. Төрлө пропорцияла бергә ҡушып, иртән ас ҡарынға, кисен ашар алдынан бер сәғәт алда берәр аш ҡалағы ҡабул итеү тағы ла яҡшыраҡ булыр.

 

Эмоциялар менән идара итеү

Һәр беребеҙ көн һайын төрлө тойғолар, хистәр кисерәбеҙ. Кисерештәребеҙҙең характерына ҡарап, улар ыңғай, кире йәки нейтраль булырға мөмкин. Ниндәй генә булһалар ҙа, хистәрҙе шаштырып, сиктән сығарырға ярамай. Пәйғәмбәребеҙ медицинаһы буйынса хатта сиктән ашҡан шатлыҡ та үлемгә килтерә ала. Өҙөлөкһөҙ артыҡ ҡайғырыу психика һәм неврология сирҙәренә илтә.

Пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе Ғәли әйтеүенсә: «Кеше – Аллаһу Тәғәлә яратҡандың иң нығы һәм көслөһө; иҫереү – кешенән көслөрәк, сөнки аңды томалай; йоҡо иҫереүҙән, янып-көйөү йоҡонан көслөрәк». Тимәк, болоҡһоу, ҡайғырыу, һағыш, янып-көйөү кеүек кире эмоциялар йоҡонан да көслөрәк.

Мосолман был донъяның комфорт, күңел асыу, ләззәт, рәхәтлек урыны түгел, киреһенсә, һынау урыны икәнен белергә, Аллаһу Тәғәләнең яҙғанына, биргәненә шөкөр итеп, күңеленә тыныслыҡ табырға тырышырға тейеш.

Ислам дине беҙгә бер ваҡытта ла асыуланмаҫҡа ҡуша. Үҙенән өс тапҡыр кәңәш һорған сәхәбәһенә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ яуабы бер булған: «Асыуланма!»

Мүәүиә сәхәбә: «Пәйғәмбәребеҙ асыу − шайтандан, ә шайтан − уттан. Асыуланған ваҡытта тәһәрәтлән, һыу утты һүндерә», – тигән һүҙҙәрен еткергән.

Өммәттең икенсе бер хәлифе Ғәли әйткәндәрҙән: «Ниндәй генә ҡайғы булмаһын, мин унда өс бәрәкәт күрәм.

  1. Аллаһу Тәғәлә миңә бынан да ҡатыраҡ һынау ебәрә ала ине;
  2. Был һынау минең динемә ҡағылмай;
  3. Аллаһу Тәғәлә ошо һынауҙың әжер-сауабын ҡайтарасағын беләм».

Фәнни фекер буйынса, асыуланған кешенең ҡан тамырҙары ҡыҫыла, йөрәк тибеше, тын алышы йышая, ҡан баҫымы күтәрелә, инсульт, инфаркт булыуы ла мөмкин. Ҡайғы-хәсрәттәге кеше, ниндәйҙер шөғөл табып, кәйефен күтәрә алһа − яҡшыраҡ. Иң яҡшыһы – дини китаптар уҡыу, Аллаһу Тәғәләгә доға ҡылыу. Иң еңел доғаларҙың береһе: «Лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә билләһ».

Сөләймән батшаның йөҙөгөндә: «Бөтә нимә үтә, был да үтәсәк» тигән яҙыу булған. Шатлыҡ йәки ҡайғы килгән ваҡытта ул һәр саҡ был кисерештәрҙең алмашлап килеүен белгән. Ҡөрьән Кәримдә (мәғәнәһе): «Хәҡиҡәттә, һәр ауырлыҡтан һуң − еңеллек, һәр ауырлыҡтан һуң − еңеллек», – тиелә («Иншираҡ» сүрәһе, 5,6-сы аяттар).

 

Хәбиб Магомедов

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...