Плеврит һәм ҡабырға ауырыуынан дауа

Плеврит һәм ҡабырға ауырыуынан дауа

Плеврит һәм ҡабырға ауырыуынан дауа

Плеврит – үпкәне ҡаплап тороусы һәм плевра ҡыуышлығын барлыҡҡа килтереүсе, сероз ҡабығының шешеүе.

 

Күп осраҡта был ауырыу артыҡ шыйыҡсаның бүленеүенә (экссудатив плеврит) йәки плевраның өҫтөндә фибрин аҡһымының йыйылыуына (ҡоро плеврит) килтерә. Йыш ҡына ҡоро плеврит был ауырыуҙың беренсе стадияһын сағылдыра, аҙаҡ ул плевра ҡыуышлығында шыйыҡсаның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, йәғни экссудат диагнозына килтерә. Зайд бин Аркам һөйләүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: ««Ҙәт үл-жанб» ауырыуҙарын ҡыст әл-бахр (диңгеҙ костусы) һәм зәйтүн майы менән дауалағыҙ», – тигән (әт-Тирмиҙи).

«Ҙәт үл-жанб» ике мәғәнәгә эйә:

1) плеврит – плевра япрағының шешеүе,

2) ҡабырға ауыртыуы йәки ҡабырға араһы невралгияһы.

Был ике ауырыуҙы ла ҡыст һәм зәйтүн майы ҡушымтаһы менән дауаларға була.

 

Рецепт

Ҡыст һәм зәйтүн майын 1/1 пропорцияһы менән бергә ҡушып болғайбыҙ һәм ауыртҡан ергә һөртәбеҙ. Шулай уҡ был ҡушымтаны 1 бал ҡалағы күләмендә ашар алдынан ике-өс тапҡыр эсергә була.

Гиппократ әйтеүенсә, «ҙәт үл-жанб» ауырыуының ике төрөнән дә, әгәр ҙә юғары температура булмаһа, мунсала ултырып, тирләү ярҙам итә.

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...