Шифалы майҙар

Шифалы майҙар

Зәйтүн майы

 

Кеше организмы эшмәкәрлегендә майҙар мөһим роль уйнай. Организмдың ниндәй сирҙәргә тарыуы йәки тарымауы ла, йөрәк, ҡан тамырҙары, нервы, эндокрин системаларының эшмәкәрлеге лә ҡулланылған майҙарҙың сифатына, төрлөлөгөнә бәйле.

 

Зәйтүн, етен, кунжут, көнбағыш, курдюк, малдың эс майы, балыҡ майҙары, һары һәм аҡ май туҡланыу рационында булырға тейеш. Сөнки беҙҙең организм кәрәкле омега-3, омега-6 кислоталарын етештермәй, уларҙы майҙарҙан ала. Омега-6 кислотаһы көнбағыш, таҙартылмаған (рафинирланмаған) һалҡын ысул менән һығылған зәйтүн майҙарында күп.

Әбү Һурайра килтергән хәҙистә: «Зәйтүн майын ашағыҙ, тәнегеҙгә һөртөгөҙ, етмеш төрлө сирҙән дауа табырһығыҙ», – тиелә. «Зәйтүн майы менән һөртөнгәнгә шайтан яҡын килмәҫ», – тиелә тағы ла бер хәҙистә (Андалуси).

Зәйтүн майы витаминдарға, минералдарға бай, составында калий, кальций, магний, фосфор, тимер, баҡыр, үҫемлек сүстәре (растительные волокна), каротин һәм биш төрлө кислота бар.

Тикшеренеүҙәр буйынса, зәйтүн майын күп ҡулланған илдәрҙә эсәк яман шеше һирәгерәк, коронар ҡан тамырҙары, һөт биҙҙәре, аналыҡ, тире яман шеше кеүек сирҙәр әҙерәк. Үт ҡыуығында таштар булғанда ла, дауалау һөҙөмтәле. Бер аш ҡалағы зәйтүн майында Е витаминының көндәлек 10% бар. Е витамины көслө антиоксидант, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртә, А, К, Д витаминдары менән бергә эсәктәрҙе, һөйәктәрҙе нығыта. Шунлыҡтан балаларға ла тәҡдим ителә.

Май составындағы фенол иммунитетты нығыта, линолев кислотаһы күҙҙәргә, бешкән урынды уңалтыуҙа файҙалы.

Эс ҡатҡанда, ашағанға тик-лем иртәле-кисле – 1 аш ҡалағы, үҙәк көйгәндә, гастрит булғанда, ашар алдынан ярты сәғәт алда – 1 аш ҡалағы, шәкәр диабетынан иртәле-кисле 2 аш ҡалағы зәйтүн майы эсергә тәҡдим ителә. Лимон һуты ҡушырға ла мөмкин.

Балаларҙа рахит, аҙ ҡанлылыҡ булғанда – тәндәренә май һөртөргә, эстәре ауыртҡанда – 5-10 минут массаж эшләргә кәрәк.

Ревматизм, быуындарға һыуыҡ тейгәндә, 200 грамм зәйтүн майына 1 баш туралған һарымһаҡ ҡушып, 2 көн тоторға һәм иртәле-кисле ауыртҡан урынға һөртөргә була.

Теш ҡаҙнаһы ҡанағанда, шешкәндә ( пародонтоз), 1 аш ҡалағы майҙы көнөнә 2-3 тапҡыр 30-40 минут ауыҙҙа тоторға кәрәк. Йоторға кәрәкмәй.

Бешкән урынға йомортҡаның ағынан зәйтүн майы ҡушылған мазь эшләп һөртһәң, яра тиҙ уңалыр.

Ҡолаҡ ауыртҡанда, 3-4 тамсы йылы майҙы тамыҙып, ҡолаҡҡа май һеңгән тампон ҡуйығыҙ.

Сәстәр ҡойолғанда, 10 көн дауамында төнгөлөккә башығыҙға маска эшләгеҙ, иртән сәстәрҙы йыуығыҙ.

Майҙы һатып алғанда, Экстра вирджин (нерафинированное масло первого холодного отжима) тигәнен алырға тырышығыҙ. Сифатлы зәйтүн майы, тәмләп ҡарағанда, тамаҡты әсетеп алған кеүек булыр. Ни тиклем әскелт булһа, шул тиклем файҙалыраҡ. Яҡтылыҡ үтмәгән һауытта, һалҡын урында һаҡлағыҙ.

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...