Һаулығың − байлығың

Һаулығың − байлығың

Ҡарбуҙ орлоҡтары пиелонефриттән, циститтан, бөйөрҙә таштар булғанда файҙалы. Киптерелгән орлоҡтарҙы ит турағыс йәки кофе ваҡлағыс аша үткәрергә һәм 1:10 иҫәбенән һөт менән ҡушырға кәрәк. Ашау араһында 2 стаканға тиклем эсергә тәҡдим ителә.

 

Бронхит, трахеит ваҡытында йүтәлде еңеләйтеүҙә балан ярҙам итер. 100 грамм баланды бер стакан бал менән ҡушырға һәм көнөнә биш тапҡыр ике аш ҡалағы, ҡайнаған һыу менән эсергә була.

Стоматит менән яфаланғанда, бер ҡалаҡ аҡ сәскәне (ромашка аптечная) бер стакан һыуҙа 15 минут ҡайнатып, көнөнә биш-алты тапҡыр тамаҡты сайҡатығыҙ.

Сиҡан, эренле шеш булғанда, ярты стакан һөткә бер аш ҡалағы туралған кер һабыны һалып, кеҫәл хәленә еткәнсе, ҡайнатырға кәрәк. Шеш урынды ошо кеҫәл менән бәйләп ҡуйып, шештән эрен сығып бөткәнсе, дауам итергә кәрәк.

Панкреатиттан картуф һәм кишер һуты ярҙам итер. Урта күләмдәге 3 картуфты 1-2 кишер менән ҡушып, һут эшләгеҙ. Иртән ашағанға тиклем ас ҡарынға эсергә кәрәк. Бер курс 7 көн, 7 көн тәнәфес. 3 курстан һиҙелерлек еңеллек килер.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....