«Тәлбинә» бутҡаһы

«Тәлбинә» бутҡаһы

Был бутҡаны Пәйғәмберебеҙ ﷺ яратып ашаған. Уны Ғәйшә йөрәк һыҙлауын тынысландырыр өсөн йыш бешергән.

Арпа менән һөттән бешерелгән бутҡаны өлкәндәр ҙә бәләкәстәр ҙә ярата. Уны ашаған саҡта эстән бөтә тән йылынған һымаҡ тойола. «Тәлбинә ауырыу кешенең йөрәген тынысландыра һәм хәсрәтенең бер өлөшөн ала», − тиелгән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә (Әл-Бохари, Мөслим). Арпаның файҙалы матдәләре тураһында әйтеп үтәйек. Был ҡыяҡлы үҫемлектә аҡһым (15,5%-ҡа тиклем) менән углеводтың (75%-ҡа тиклем) нисбәте бик яҡшы кимәлдә. Крахмал башҡа ҡыяҡлылар менән сағыштырғанда аҙ ғына миҡдарҙа. Арпа орлоғонда В, Е, А, D витаминдары бар. Тағы ла унда файҙалы микроэлементтар араһынан кремний, фосфор, калий, кальций, магний, никель, марганец, селен, йод, цинк барлығын иҫәптә тоторға кәрәк. Арпала шулай уҡ лизин менән гордецин тигән вирус һәм бактерияларға ҡаршы матдәләр бар. Уларҙан төрлө дарыуҙар эшләйҙәр. Шуның өсөн халыҡ араһында арпа ҡайнатмаһын һәм төнәтмәһен тиреләге бәшмәк ауырыуҙарынан һәм шешектәрҙән, ашҡаҙан һәм тын алыу юлдары сирҙәренән йыш ҡулланалар.

Тәлбина бутҡаһын бешерер өсөн беҙгә арпа оно, һөт, һыу, май, бал кәрәк буласаҡ. Арпа онон хәҙерге көндә ҙур ҡала кибеттәренән һатып алырға мөмкин йәки өйҙә кофемолка аша арпаны үткәреп он эшләргә була. Кәстрүлгә 400 мл һөт менән 200 мл һыу ҡойғас, өҫтөнә өс аш ҡалағы арпа онон ҡушабыҙ. Төйөрсәктәрҙе бөтөргәнсе яҡшылап болғатабыҙ. Шунан кәстрүлде талғын утҡа ҡуйып 5-7 минут болғай-болғай бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡан бутҡаға бал, әҙерәк тоҙ, һәм мотлаҡ рәүештә иретелгән һары май ҡушабыҙ. Шулай уҡ корица менән кардамон тигән тәмләткестәрҙе ҡушырға мөмкин. Ошо рецепт буйынса өс кешелек бутҡа килеп сығырға тейеш. Әгәр ҙә һеҙ ҡуйыраҡ йәки шыйығыраҡ бутҡа яратһағыҙ, арпа онон күпме кәрәк өҫтәп һалырға йәки кәметергә була. Бутҡағыҙ тәмле булһын!

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...