Шифалы көнсығыш тәмләткесе

Шифалы көнсығыш тәмләткесе

Шифалы көнсығыш тәмләткесе

Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо тәмләткестәрһеҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Уларҙың ҡайһылары тәмдәре менән генә түгел, ә файҙалы сифаттары менән дә беҙҙең тәнгә яҡшы тәьҫир итә.

Билдәле табиптар Гиппократ менән Әбү Сина ла тәмләткестәрҙе йыш ҡулланған. Элекке замандарҙа дөрөҫ итеп һайлап алынған тәмләткестәр төрлө ауырыуҙарҙан дауа булып һаналған. Әгәр ҙә һеҙ сәнәғәт ысулы менән етешерелгән витаминдарҙы ҡулланғығыҙ килмәһә, ажгон тәмләткесен тәҡдим итәбеҙ.

Ажгон – бер йыллыҡ үлән, орлоҡтары һоро-көрән төҫтә, зонтиклылар ғаиләһенә ҡарай. Ботаник исеме – Trachyspermum ammi. Ажгондың сығышы билдәһеҙ. Ул тәмләткесте Иранда, Мысырҙа, Ҡытайҙа, Урта һәм Көнсығыш Азияла үҫтерәләр. Иран һәм Һиндостан ажгон тәмләткесе менән донъяның тәмләткестәр баҙарын тәьмин итә

Рәсәйҙә был тәмләткес беренсе тапҡыр 1935 йылда күренә башлай, уны бигерәк тә Ҡырымда һәм Ҡырғыҙстанда йыш ҡулланалар. Ажгонды төрлө илдә төрлөсә атайҙар: әджүән, айован, хуш еҫле һинд тмины, шабрий, ажгон.

Ажгондың орлоғо зира йәки куминдыҡына оҡшаған. Хатта ҡайһы бер тәьмин итеүселеләр был тәмләткестәрҙе үҙ-ара бутап һаталар. Был тәмләткесте былауға, итле аштарға, колбасаға, быҡтырылған йәшелсәләргә әҙ генә ҡушырға мөмкин.

Ажгон ит аҙыҡтарын оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам итә. Уны тоҙ менән бергә иткә ҡушһаң, ит бер аҙна һыуытҡысһыҙ һаҡлана ала. Ажгон − тәбиғи антисептик. Стоматология өлкәһендә пародонтиттан, эҫе илдәрҙә холеранан дауалағанда ҡулланалар.

Коронавирус эпидемияһы ваҡытында ла был тәмләткес иммунитетты нығытырға ярҙам итә. Сөнки ажгон тын алыу юлдарындағы торғонлоҡтан һаҡлай, ашҡаҙандың эшмәкәрлеген яҡшырта, организмды шлак менән токсиндарҙан таҙарта, йәшәргә дәрт өҫтәй, йөрәк өсөн бик файҙалы. Ашағандан һуң, көнөнә өс тапҡыр 2-3 грамм ыуаланған орлоҡтарҙы эсһәгеҙ, насар аппетитты, ашҡаҙан газдарын туҡтатырға булыр.

• Ашҡаҙан эшләмәгәндә, эстә тупаҫ ауыртыу булһа, 1 балғалаҡ ажгонды бер семтем тоҙ менән ҡушып сәйнәргә, артынан йылы һыу эсергә.

• Ҡоҫҡо килгәндә, ярты балғалаҡ ажгонды бер бөртөк ҡәнәфер менән бергә сәйнәп, артынан бер стакан һыу эсергә тәҡдим ителә. Көнөнә ике тапҡыр ҡулланырға була.

• Һалҡын тейгәндә, 1 балғалаҡ ажгонды, 1 балғалаҡ пиппали боросон һәм 1 балғалаҡ мәк орлоғон ҡушып, эҫе һыуҙа 10 минут быҡтырырға, көнөнә ике тапҡыр эсергә.

• Йүтәлләгәндә һәм тамаҡ ауыртҡанда, 1 балғалаҡ ажгонды йылы һыуға бутап эсеү шифаһын бирер.

• Ҡоро йүтәл булғанда, 0,5 балғалаҡ ажгон менән 1 балғалаҡ шәкәрҙе бутап эсергә кәрәк.

• Йыш бәүел бүленһә, 1 балғалаҡ ажгон менән 1 балғалаҡ ҡара кунжут орлоғо ярҙам итер. Ауыҙҙа сәйнәп, бер стакан һыу менән эсергә кәрәк.

Ажгон һыуы

Ажгон һыуы ҡатындарға бигерәк тә файҙалы. Аналыҡты таҙарта, цикл боҙолғанда файҙалы. Ябығырға ярҙам итә. Был һыуҙы хатта балаларға газ бүленеүҙән интеккәндә бирергә була. Уны әҙерләү өсөн, 2 балғалаҡ ҡыҙҙырылған ажгонды һыуға һалып ҡайнатырға, һыуынғас, һөҙөп эсергә була.

Тәм өсөн бал ҡушырға мөмкин. Ажгонды көнсығыш тәмләткәстәре һатылған кибеттәрҙә табырға була. Уны һайлаған саҡта орлоҡтарына иғтибар итегеҙ. Уларҙы ыуалап ҡарағанда, көслө хуш еҫ сығырға тейеш. Аҙаҡ уны һалҡын, ҡараңғы урында, тығыҙ итеп ябып һаҡларға кәрәк.

АДЕЛИНА ХЕГАЙ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...