Һуған һәм бал

Һуған һәм бал>

Һуған – көслө антибиотик. Сей һуған менән бал ҡатнашмаһы бронхиттан, пневмониянан, йүтәлдән дауа. Һуған иҙмәһенән компресс ҡолаҡ ауыртыуын баҫа, компресты аяҡҡа һалһаң, температураны ла төшөрә. Сей һуған ғына түгел, бешкән һуған да дауалау үҙенсәлектәрен юғалтмай.

Бешкән һуған оҙаҡ уңалмаған яраларҙы, шештәрҙе даулай. Тышы менән бешкән һуғанды хәл еңеләйгәнсе, ауыртҡан ергә ябырға кәрәк. Мейестә бешкән һуған менән геморройҙан да ҡотолорға була. Бындай компресс дезинфекциялай, тиренен яңырыуына булышлыҡ итә. Сиҡанға (һыҙлауыҡ, фурунку) йылы бешкән һуғандан компресс ябырға мөмкин.

Әгәр гемофилия (ҡандың ойошоу үҙенсәлеге юғалыу) кеүек сир борсоһа, инсульт, инфаркттан һуң күберәк бешкән һуған ашарға кәрәк. Диабет, йәки ҡанда шәкәрҙең күбәйеп китеүенән интегеүселәргә иртән ас ҡарынға һуған ашарға, дауаланыу курсы үткәрергә мөмкин. Һөҙөмтә бер аҙнанан һиҙеләсәк. Бешкән һуған составындағы тимер, көкөрт кеүек элементтар ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр эшмәкәрлеген яйлай, ҡан тамырҙары таҙара, ҡан баҫымы нормаға килә. Мейестә бешкән һуғанда үҙенсәлекле тәм һәм еҫ биреүсе эфир майҙары ғына юғала, ә файҙаһы һаҡлана. Бешергәндә, урта ҙурлыҡтағы һуғанды һайларға тырышығыҙ, унда файҙалы микроэлементтар күберәк була.

 

Бал менән фейхоа

Экзотик емеш фейхоа менән бал ҡушымтаһының ҡалҡан биҙе ауыртҡанда, йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы, ларингит, тамаҡ шешкәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда файҙаһы ҡөслөрәк икәнлеге иҫбатланған. Был состав организмға йод етмәгән төбәктәр өсөн файҙалы. Йод етмәгән саҡта, организм тырнаҡтан алып сәскә тиклем интегә. Балаларҙа үҫеш тотҡарлана. Фейхоа менән бал ҡушымтаһында еңел үҙләштерелә торған йод күп. Йодтан башҡа С, В, Р витаминдары, пектин һәм башҡа файҙалы мәтдәләр бар. С витаминың күплеге лимондан ҡалышмай.

Ҡатнашманы әҙерләү өсөн, фейхоаны ит турағыс аша үткәреп, тигеҙ күләмдә бал менән ҡушып, быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр бер сәй ҡалағы ҡулланырға тәҡдим ителә.

 

Бал менән дәрсен ( корица)

Ҡушымтаны әҙерләү өсөн, бал менән дәрсенде бишкә бер иҫәбе менән, 5 ҡалаҡ балға 1 ҡалаҡ дәрсен кәрәк. Иртәнге ашҡа егерме минут ҡала сөсө икмәккә яғып ашаһаң, ҡандағы холестерин кәмер, йөрәк ритмы тигеҙләнер. Үҙенең һығылмалылығын юғалтҡан ҡан тамырҙарының торошо яҡшырыр. Профилактика өсөн дә яҡшы. Хәтер нығыр. Был маҡсатта иртән ашағанға тиклем ярты аш ҡалағы ҡушымтаны бер стакан йылы һыуға ҡушып эсергә тәҡдим ителә. Ике ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ дәрсенде бер стакан һыуға ҡушып эшләнгән эсемлек артриттан файҙалы.

Экзема, бәшмәк кеүек тире ауырыуҙарына ҡаршы бер тигеҙ күләмдә ҡушылған массаны зарарланған урынға һөртөргә кәрәк. Сәс ҡойолғанда, бер аш ҡалағы дәрсенгә бер сәй ҡалағы бал, аҙ ғына йылытылған зәйтүн майы ҡушып, сәс тамырҙарында ун биш минут тотоп йыуһағыҙ, сәстәрегеҙ ҡуйырып китер.

Бал менән дәрсен ҡушып эшләнгән сәй организмдың ҡартайыу процессын тотҡарлай. Сәй өсөн бер ҡалаҡ дәрсенде өс стакан ҡайнар һыуға һалып, бер аҙ һыуынғас, өс ҡалаҡ бал болғатырға кәрәк. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәңәш ителә.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...