Күҙ тейгәнде дауалау

Күҙ тейгәнде дауалау

Дауалау төрҙәре

1. Күҙе тейгән кеше билдәле булһа, уның тәһәрәт алыуын һорағыҙ. Аҡҡан һыуын махсус һауытҡа йә тасҡа ағыҙып, шуның менән күҙ тейҙергән баланы, малҡайҙы йә әйберҙе ҡойондороп алығыҙ. Өлкән кеше үҙе лә йыуына ала. Ин шәә Аллаһ, барыһы ла һауығасаҡ.

Сәхел бин Хәнифә, Хәрәр тарлауығы һыуында йыуынған сағында, ҡорҙашы Әмир Рәбиғәт улының күҙенә салынып ҡала. « Бөгөнгә ҡәҙәр шул тиклем дә матур, аҡ, саф кәүҙәне бер ҡасан да күргәнем булманы», – тигән һүҙҙәр ысҡынып китә Әмирҙең ауыҙынан. Сәхел ҡапыл ғына шул уҡ урында йығыла ла ҡаты ауырып китә. Сәхелдең хәлен Рәсүлебеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә еткерәләр. Пәйғәмбәребеҙ e һорау бирә: «Был сирҙең барлыҡҡа килеүенә кем сәбәпсе булыуы мөмкин, ниндәй ҙә булһа шигегеҙ бармы?» «Әмир Рәбиғәт улына шик бар, йыуынғанда ул Сәхелгә ҡарап торҙо», – тип яуап биргәндәр. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм Әмирҙе янына саҡырып (мәғәнәһе): ««Ни өсөн һеҙҙең берәүегеҙ үҙенең ҡәрҙәшен юҡҡа сығара? Ниңә Аллаһу Сөбхәнәһү Тәғәләнән уның өсөн шифа һораманың? Хәҙер бар ҙа тәһәрәтлән», – тигән. Әмир битен, ҡул-аяҡтарын йыуа. Тәһәрәттән ағып төшкән һыу менән Сәхелде ҡойондоралар. Шул уҡ сәғәттә ул арыулана башлай (Имам Әхмәд һәм Нәсәиҙән еткерелгән хәҙис). Пәйғәмбәребеҙ e әйткән: «Кемдер һеҙҙән тәһәрәт алыуығыҙҙы һораһа,тәһәрәтләнегеҙ» (Имам Мөслим еткергән хәҙис, 3880).

2. Сирләгән, йәғни күҙ тейҙереп яфаланған, кешенең башына ҡулды ҡуйып, түбәндәге доғаны ете тапҡыр уҡырға кәрәк: Бисмилләһи, арҡыыкә үәЛЛаһу йәшфикә мин куллидәәин йуъҙиикә үә мин кулли нәфсин әү ғәйни хәәсидин Илләәһу йәшфик. (Мөслим, 2176).

3. Шулай уҡ сирле кешенең башын тотоп, түбәндәге доғаны ла ете тапҡыр уҡыу файҙалы: Аллаһуммә рабби ннәәси әҙһиби ннәәси үәшфиәнтәшшәәфии ләәшифәәә иләә шифәә укә шифәә ән ләйуғаадирусәҡаман (Мөслим еткергән хәҙис, 2196).

4. Әш-Шифа аяты ( «Әт-Тәүбә» сүрәһе, 14-се аят; «Юныс» сүрәһе, 57-се аят; «Ән-Нәхл» сүрәһе, 69- сы аят; «Әл-Исра» сүрәһе, 82-се аят; «Шүғәра» сүрәһе, 80-се аят; «Фуссыиләт» сүрәһе, 44-се аят). Артабан Ҡөрьәндең аҙаҡҡы 112-се,113- сө, 114-се сүрәләрен уҡыйбыҙ.

5. Үрҙә һаналған доға һәм шифалы аяттарҙы ямғыр һыуына, әнис һәм зәйтүн майына уҡырға. Һыуын эсергә, уның менән йыуынырға һәм ҡойонорға мөмкин. Майын иртән тороу менән ас ҡарынға һәм кис йоҡлар алдынан берәр ҡалаҡ эсеү ҙә шифа бирер. Шулай уҡ 11 көн дауамында ятыр алдынан ошо май менән баш һәм сәс төптәрен һылау ҙа ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Ошоноң менән шулай уҡ аҙнаһына ике тапҡыр тәнегеҙҙе майлап сығығыҙ.

Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға һуң?

( Иҫкәртеүсе доғалар)

Ошо доғаны йыш ҡабатлаған кеше үҙен һәм мөлкәтен күҙ тейеүҙән һаҡлап ҡала ала:

Әғүүҙу бикәлимәәти лләәһи ттәәммәти мин кулли шшәйтаанин үә һәәммәтин үә мин кулли ғәйнин ләәммәтин. Һөйөклө ейәндәре Хөсәйен һәм Хәсәнде лә бәләнән аралар өсөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд e ошо доғаны йыш ҡабатлаған. Аҙаҡ Рәсүлебеҙ e шулай тигән: «Ысын мәғәнәһендә, һеҙҙең атайығыҙ ошо доғаны Исмәғил һәм Исхаҡты күҙ тейеүҙән аралар өсөн уҡыған булған» (Бохари, 3371).

Шулай уҡ балалар, малтыуар, мөлкәт һәм күҙгә салынып, һоҡланыу уятҡан нәмәләрҙе һаҡлар өсөн түбәндәге доғаны ҡабатлау яҡшы булыр, ғәжәпләндергән әйберҙе йә кешене күргәс тә, шундай һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ: МәәшәАллааһу ләә куүүәтә иллә билләһ. Аллаһуммә бәәрик ғәләйһ. Һис шикһеҙ, был күҙ тейеүҙән һаҡлар һәм бәрәкәт килтерер. Абай булып, етеш, матур, татыу тормошоғоҙҙо, бала-сағаны яман күҙҙән һаҡлағыҙ. Ғуҫман бин Ғәффән радыйаллаһу ғәнһу еткергән хәҙистә шулай тиелә: ҡасандыр ул сибәр малайҙы күреп ҡала ла, яҡындарына: «Күҙ тейҙермәҫ өсөн баланың эйәге соҡорона ҡара һыҙығыҙ», – тип өндәшә» (Баһауи, «Шәрех әсСөннәт», 116/13 һәмӘл-Мәәд, 173/3). Һөйкөмлө баланы яман ҡараштан һаҡлау ниәте менән әйтелгән һүҙҙәр был.

Ошондай ҡурҡыныс янаған саҡта, шулай уҡ Ҡөрьәндең 112-се,113-сө,114-се сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә. Күҙе ҡаты икәнлеге күп тапҡыр иҫбатланһа, ул кешенән һаҡланыу, күҙенә салынмаҫҡа тырышыу, мөмкин тиклем йырағыраҡ булыу зарур. Билдәле ғалим Әл-Ҡаҙый Ғияз кәңәш иткәнсә, яман күҙле кешенең юлына осрамауың, мәжлестә лә тап килмәүең хәйерлерәк. Ниәтләгән эшең хаҡында артыҡ күп һөйләү генә түгел, белгертеү ҙә килешмәҫ. Шул проектты башларға торам, фәлән ергә барырға йыйынам, тип, маҡсат, уй-хыялдарығыҙ хаҡында яр һалырға ашыҡмағыҙ. Күҙе тейеп барған кешенән айырыуса ныҡ һаҡланығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ e ҙә ҡаты ҡараштың насар һөҙөмтәһен кисергән берәүгә әйтә: «Ихтыяж һәм эшегеҙҙе йәшерен башҡарығыҙ, сөнки һәр бер яҡшылыҡта (мәрхәмәттә) көнсөллөк йәшеренгән».

Күҙ тейгән булһа, нишләргә?

Мәҡәләнең башында кәңәш ителгәнсә, күҙ тейгеҙгән кеше билдәле икән, тәһәрәтләнеүен һорағыҙ. Унан ағып төшкән һыу менән баштан алып бөтә кәүҙәгеҙҙе ҡойондороғоҙ. Ошо һыуҙы саҡ ҡына булһа ла эсергә мөмкин. Ин шәә Аллаһ, Рахман ярҙамы менән кеше һауығасаҡ.

Ғәйшәt: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡаты ҡарашлы кешенән тәһәрәт алыуын һораған, яман күҙ эләгеп, яфаланғанға шул һыуҙа сайынырға кәңәш иткән (ӘбүДауыт, 3880) Яман күҙле кеше үтенесебеҙҙән баш тартҡан хәлдә, эшләпәһен йә яулығын йә башҡа кейемен алып һыуға манып саябыҙ ҙа, шул һыуҙы сырхағанға бирәбеҙ. Шулай уҡ тәһәрәтләнеү тураһында әйтергә ҡыймайыңҡырап йөрөһәгеҙ, ашаған һауытын, ул эскән сынаяғын йә ашағандан һуң ҡалған ризыҡ ҡалдығын файҙаланырға була. Уларҙы ла сайып алып, үрҙә әйтелгәнсә ҡулланырға мөмкин. Был мәсьәләгә етди ҡарағыҙ. Һәр бер алымды ентекләп, еренә еткереп, эшләргә кәрәк. Кемдең күҙе тейгәнен белмәгән хәлдә, намаҙҙан һуң доға ҡылып, Аллаһтан ошо касафаттан, сирҙән шифа биреүен, һаҡлауын һорарға кәрәктер. Бер ваҡыт Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ﷺ бер туҡтауһыҙ сеңләгән бала тауышын ишетеп ҡалғас: «Сабыйға ни булған һуң, нишләп һыҡтап тороп илай ул?

Ни өсөн күҙ тейеүҙән саралар күрмәйһегеҙ?» – тип һораған (Әбү-Дауыт). Ҡөрьәндән «Әл-Фатиха», «АятелКөрси”, «Әл-Ихлас», «ӘлФәләҡ», «Ән-Нәәс», «Әл-Бәҡараһ» сүрәһенең һуңғы аяттарын һәм шәриғәт рөхсәт иткән һәм ҡушҡан башҡа доғаларҙы уҡып сығырға мөмкин. Кешенең үҙенә йә ауыртҡан еренә ҡағылып, һыйпап, төкөрөңкөрәп уҡырға кәрәк. Йәки ошо һаналған сүрәләрҙе шишмә, зәм-зәм йә ямғыр һыуына уҡып, күҙ тейгән кешене өшкөрөп эсерергә йә шуның менән ҡойонорға кәңәш ителә. Шул уҡ аят-доғаларҙы әнис йәки зәйтүн майына уҡып, иртән һәм кис берәр ҡалаҡ эсеп, төнгөлөккә бөтә тәнегеҙгә һылап ятыу файҙалы булыр. Йәки аяттарҙы зәғферән менән ҡағыҙға яҙып, уны зәм-зәм йә ямғыр һыуында сайып, эсергә йә сайынырға була. Ин шәә Аллаһ, һауығасаҡһығыҙ.

МӨХӘММӘДХӘБИБ БУДУНОВ

(«Сәләмәтлек баҡсалары» китабынан) Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...