Финик – “сүллек икмәге”

Финик – “сүллек икмәге”

Һуңғы йылдарҙа донъя кимәлендә дөрөҫ туҡланыу темаһыны киң тарала башлағас, финик тураһында ла күп яҙа башланылар.

Ысынлап та, финик тәм-том урынына бик яҡшы алмаш. Уның тәме лә кәнфиттекенә оҡшаш, әммә һаулыҡҡа файҙаһы сағыштырғыһыҙ күп.

Финик – туҡлыҡлы аҙыҡ

Ғалимдар фекеренсә, кеше бер нисә ай тик финик һәм һыу менән генә туҡланып йәшәһә лә, уның хәле нормала буласаҡ. Сөнки финик составында кешегә йәшәү өсөн кәрәк булған витаминдар һәм минералдар бар. Нимәһе ҡыҙыҡ, бары тик бер стакан һөт менән бер бөртөк финик кешене уға кәрәк булған бөтә аминокислоталар менән тәьмин итә ала икән. Был мәғлүмәт итте әҙерәк ашарға теләүселәр өсөн яҡшы ысул.

Финиктың файҙаһы кимәлә? Диетолог, эндокринолог Вера Кузьминаның фекерен килтерәбеҙ.

1. Финиктарҙа булған глюкоза баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта.

2. Финик емештәре хроник арыуҙарҙан һәм стрестан ҡотҡара.

3. Ҡаты сирҙән йәки операциянан һуң финик организмды нығытырға ярҙам итә, хәл индерә.

4. Финик төрлө тәм-томдарға бик яҡшы алмаш. Әммә бер финик емешенең 23 килокалорий тәшкил итеүен оноторға ярамай. Самаһын белергә кәрәк.

5. Киптерелгән финик йөрәкте нығыта, гипертониктарға файҙалы: йөрәк баҫымын нормала тоторға, үҙеңде яҡшы тойорға ярҙам итә.

6. Финиктар һалҡын тейгәндә, ҡаты йүтәлде бөтөрөргә һәм ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итәсәк.

7. Бигерәк тә кипкән финиктарҙағы полифенол организмды тиҙ ҡартайыуҙан һаҡлай.

8. С һәм Е витаминдары арҡаһында финиктар антиоксидант функцияһын үтәй.

9. Бер нисә финик кешегә кәрәкле көндәлек норманың 27% калий, 15% магний һәм 12% В6 витамины менән тәъмин итә.

10. Бөйөр ауырыуҙары менән ыҙалаған кешеләргә финик файҙалы. Сөнки ул тәндән шешендерә торған артыҡ шыйыҡсаны сығарырға булышлыҡ итә.

11. Финик емешенең ирей һәм иремәй торған сүстәре ашҡаҙан-эсәк юлдарын яҡшы таҙарта, йыуан эсәктең эшмәкәрлеген һәйбәтләй.

12. Иғтибар! Финик нисек кенә файҙалы булмаһын, шәкәр диабеты менән ауырығандарға финик ашарға ярамай, сөнки унда гликемия индексы юғары.

Сумая Тлисова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....