Кальцийлы һыу

Кальцийлы һыу

 

 

Кемгә күпме кальций кәрәк? Йәшенә ҡарап, балаларға 400-800 мг, өлкәндәргә – 1000-1200 мг, 65 йәштән үткәндәргә – 1500 мг. Аҙыҡтан ғына был тиклем кимәлдәге кальцийҙы алып булмай. Таблеткалар ҡулланырға була, әлбиттә. Ул ваҡытта ҡушып магний, Д һәм К2 витаминдарын эсергә кәрәк.

 

Кальцийлы һыу эшләүҙең бик ябай ысулы бар:

1 тауыҡ, 7 бүҙәнә (перепелка) йомортҡаһын бешерәбеҙ. Бешерер алдынан йомортҡаларҙы яҡшылап йыуыбыҙ. Йомортҡаларҙың ҡабығын онтайбыҙ (металл менән түгел). Онтар алдынан ҡабыҡтың эсендәге ярыны алып ташлайбыҙ. Бер литр һыуға һалып һәйбәтләп бутайбыҙ, бер көн бүлмә температураһында тотабыҙ. Тәүлегенә 300-500 мг эсергә була. Файҙаһы күберәк булһын тиһәгеҙ, һыуға шунгит (аптекала бар) өҫтәргә тәҡдим ителә. Ул саҡта һыуҙы кремний һәм башҡа минералдар менән дә байытабыҙ.

 

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...