Шырпы уйынсыҡ түгел

Шырпы уйынсыҡ түгел

«Уттың ялы-ҡойроғо юк», «Һыуҙан ҡала, уттан бер ни ҙә ҡалмай», – тигән мәҡәлдәр беҙгә янғындың ниндәй ҡурҡыныс икәнлеген иҫкәртеп торһа ла, балалар, ниңәлер, шырпы менән уйнарға ярата.

Алты ғына йәшлек Муса менән дә шундай хәл булды. Атаһы тиктормаҫ малайҙың ҡулынан шырпыны бер нисә тапҡыр тартып алды. Янғын эҙемтәләһе тураһында ла иҫкәртте. Муса барыһын да аңлаған кеүек булды, әммә өйҙә яңғыҙ ҡалғас, нимә менән булышырға белмәй, шырпыға тотондо. Бер нисә мәртәбә тоҡандырып ҡараны. Шат йылмайҙы. Янған шырпы бөртөгөн ҡулда күпме тота алырмын икән, тип хатта бармағын да яндырҙы.

Ҡапыл бәләкәй генә осҡон өҫтәлдә ятҡан апаһының документтары өҫтөнә төшөп, тоҡанып китте. Янғын тәҙрә ҡорғандарына эләкте. Нисек кенә тырышһа да Муса ут-ялҡынды туҡтата алманы. Әл дә атаһы күрше бүлмәлә булып сыҡты. Ул янғын һүндереү хеҙмәттәренә шылтыратты. Улар тиҙ генә килеп етеп, утты һүндерҙеләр. Бәхеткә күрә, үҙҙәре тере ҡалды. Шулай ҙа өйҙәге бар йыһазды яңыртырға тура килде. Атаһы Муса өсөн бик борсолғайны, әл дә уға бер ни ҙә булманы. Шул саҡ Муса барыһын да аңланы. Атаһынан ғәфү үтенде. Башҡаса шырпы менән уйнамаҫка һүҙ бирҙе. Үҙ хатаһын аңлаған Мусаны атаһы артыҡ ныҡ әрләмәне, тик өлкәндәр һүҙен тоторға кәрәклеген иҫкәртеп ҡуйҙы.

РӘЙСӘ ЯҠУПОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...