Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән...

Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул «бисмилләһ»те әйтергә уны кем өйрәткәндер инде. Үәт бөгөн Әтиә минең йәнемде көйҙөрҙө! Ул «бисмилләһ» тип әйткән һайын мине аяҡтары менән тибеп ебәргән кеүек була бит, сөнки ул һүҙҙе ишетеү менән әллә ҡайҙарға осоп барып төшәм.

Ә ул тынысланырға уйламай ҙа. Бөгөн шул «бисмилләһ»ен егерме тапҡыр әйткәндер: кейенгәндә лә, ултырып ашағанда ла, һүрәт төшөргәндә лә, һыу эскәндә лә. велосипедта йөрөгәнендә лә... Һәм тағы күп-күп тапҡырҙар!

Әгәр ҙә һеҙ уның менән аралашаһығыҙ икән: «Шул «бисмилләң»де йә бөтөнләй әйтмә, йә аҙ ғына булһа ла кәмет», – тип кәңәш бирегеҙ әле уға. Шул «бисмилләһ» менән, зинһар өсөн, мейемде ҡоротмаһын! Аллаһу Тәғәләнең исемен ишетһәм, сыҙай алмағанымды белмәй микән ни ул?!. Түҙеп торғоһоҙ ҡыйын да инде.

 

Газға баҫ, шәберәк ҡыу!

Минең бөгөнгө иҫтәлектәрем автомобилдәр аварияһы менән бәйле. Һа-һа-һа! Мин һеҙҙе руль артында булғанығыҙҙа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайым ул. Һа-һа-һа! Был тарих Рөстәм тураһында, йәки, дуҫтары әйтмешләй, Рөстәм Хан тураһында. Уның Nissan маркалы автомобиле бар. Иртә таң менән ул уға Теһеранға алып бара торған бер нисә тонна ҡауын тейәне. Ул ҡауындарҙы теүәл генә хужаһына алып барып тапшырһа, шәп кенә килем алырға тейеш ине. Теһерандың ситенә тиклем Рөстәм һәйбәт кенә барҙы, сөнки уртаса тиҙлектә елдерҙе. Ҡалаға инә башлағас, мин уны: «Рөстәм Хан, газға баҫ! Шәберәк ҡыу, Рөстәм Хан!» – тип, ҡоторторға тотондом. Тәүҙә ул минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманы. Юғары тиҙлектә барыуы ҡурҡынысыраҡ ине уға. Әммә яйлап ул тиҙлеген аттыра төштө.

Мин ҡотҡомдо дауам иттем: «Тиҙерәк ҡыу, Рөстәм Хан! Ҡурҡма! Шәберәк! Һин бик һәйбәт йөрөтәһең. Йәһәт кенә барып етеп, тиҙерәк ҡулыңа аҡса алыр өсөн шәберәк ҡыу». Ул тиҙлекте тағы бер өҫтәй төштө.

Ә мин уны һаман тыныслыҡта ҡалдырманым. Мин уның юғары тиҙлектә ҡыуып, үҙ-үҙенә зыян итеүен бик теләй инем. Шуның өсөн ҡолағына: «Теһеранға мөмкин тиклем тиҙерәк барып етер өсөн газға баҫ. Нимәнән ҡурҡаһың? Һине бит, бар юлдарҙы ла буйһондороусы Рөстәм Хан, тип йөрөтәләр! Ҡурҡма, газға баҫ».

Рөстәмде, әлбиттә, бер кемдең дә «юлдарҙы буйһондороусы» тип әйткәне булманы. Уны мин үҙем уйлап сығарҙым. Шул һүҙҙәр ярҙамында уны кәкре ҡайынға терәткем килгәйне. Һа-һа-һа!

Рөстәм ҡармағыма ҡапты бит. Ул педалгә нығыраҡ баҫып, тиҙлекте арттырҙы. Йөҙ, йөҙ ҙә ун, йөҙ ҙә егерме, йөҙ ҙә утыҙ... Һәм ҡапыл Ниссан әйләнеп барып төштө.

Бам-барабам-бам-шшшшш... УИИИИИИИИ. Аһ, минең башым.

Машина түңкәрелгәс, ҡауындар юл өҫтөнә тәгәрәне. Уларҙың ҡайһыһы төшкән ыңғайы шартлап ярылды, ҡайһылары автомобилдәрҙең тәгәрмәсе аҫтында иҙелде. Һа-һа-һа! Рөстәм үҙе лә машинаһының тәҙрәһенән осоп сығып, башын ярҙы. Танау аҫтынан мыңғырҙап: «Ашығып ниндәй хата яһаным! Атайым бит һәр саҡ, ашығыу – шайтандан, тип өйрәтә килде. Ә мин шуны аңламағанмын», – тип һөйләнгән булды.

Һа-һа-һа! Эйе, ашыҡтырыу – ул минең һөнәр. Һа-һа-һа! Ҡайһылай күңелле булды бөгөн. Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...