Пәйғәмбәр һәм балалар

Пәйғәмбәр һәм балалар

Аллаһ илcеһе Мөхәммәд ﷺ балаларҙы бик яратҡан. Улар менән йыш ҡына аралашҡан, хәлдәрен белешкән, кәйефтәрен күтәрер өсөн төрлө уйындар уйнай торған булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кескәйҙәргә үҙе башлап сәләм биргән, хатта сүкәйеп, һәр береһенең күҙенә тура ҡарап аралаша торған булған.

 

Балалар ҙа Пәйғәмбәрҙе ﷺ бик яратҡан.Уны күреү менән, үҙ итеп етәкләп алғандар. Аллаһ Рәсүле бер ваҡытта үҙе башлап балаларҙың ҡулын етәктән ысҡындырмаған: танһыҡтары ҡанғансы кескәйҙәр шулай етәкләшеп йөрөй торған булғандар. Мөхәммәд салләл-лааһу ғәләйһи үә сәлләмдең үҙенең ете балаһы булған: Ҡасим, Абдулла, Ибраһим, Зәйнәб, Руҡыя, Фатима һәм Өммөгөлсөм.Үкенескә күрә, Фатиманан башҡалары Пәйғәмбәр ﷺ иҫән саҡта уҡ мәрхүм булғандар. Аллаһ Илсеһе ﷺ үҙ балаларын да ныҡ ҡәҙерләгән: ҡосағына алып, үбеп иркәләгән. Быны күреп торған бер бәҙүән:

– Мин аптырайым һиңә, беҙ балаларыбыҙҙы улайтып уҡ яратмайбыҙ, – тигән.

– Тимәк, Аллаһу Тәғәлә һеҙҙең йөрәгегеҙҙе миһырбанлыҡтан мәхрүм иткән, – тигән Пәйғәмбәр ﷺ.

Аллаһ илсеһе ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде лә ныҡ ҡәҙерләгән. Уларҙы күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап, Аллаһу Тәғәләнән уларға тәүфиҡ, бәхет һораған.

“Балалар – беҙҙең төп байлығыбыҙ, уларға дөрөҫ тәрбиә һәм төплө белем бирегеҙ!” – тигән.

 

(“Пәйғәмбәр һәм балалар" китабынан)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...