Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Иртәрәк әле

 

Бөгөн Мөнирә өләсәһенең хәлдәрен белешергә уйлағайны, әммә ул быны эшләй алманы. Ниңә тиһегеҙме? Сөнки мин уға быны эшләргә ирек бирмәнем. Һа-һа-һа! Эйе, мин шулай иттем! Тик торғанда этлек эшләнем. Ҡыҙыҡай өләсәһенә шылтыратмаһын өсөн ҡорған хәйләм шәптән-шәп килеп сыҡты. Һа-һа-һа! Теләйһегеҙме, һеҙгә лә һөйләйем?

 

Мөнирәнең өләсәһе ике көн элек һыуыҡ тейҙергәйне. Иртән уянғас, Мөнирә: «Хәҙер үк өләсәйгә шылтыратып, хәлдәрен белешәм», – тип уйланы. Ул телефонына үрелеү менән, мин үҙ эшмәкәрлегемде йәйелдереп тә ебәрҙем. Мин ҡыҙҙың һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙым: «Мөнирә, ҡәҙерлем! Матурҡайым минең! Ҡуйсәле! Өләсәйеңә шылтыратырға йыйындыңмы ни? Иртә бит әле».

Мөнирә мине тыңланы һәм яҡын кешеһенә шылтыратманы. Төшкә ҡарай йәнә өләсәһен иҫенә төшөрҙө: «Шылтыратыр өсөн иң уңайлы мәл. Хәлдәрен белешәйем әле». Был юлы ла шунда уҡ эргәһендә пәйҙә булдым: «Мөнирә, аҡыллым минең! Әле көн уртаһы ла булмаған, өләсәйеңә шылтыратырға иртәрәк бит. Ҡайҙа ҡабаланаһың? Ҡәһәр һуҡҡыр, шайтан!» Ышанаһығыҙмы, юҡмы? Уның башын бутар өсөн хатта үҙ-үҙемде ҡарғаған булдым. Һа-һа-һа! Уның нимәһенә ғәжәпләнәһегеҙ? Һеҙҙе төп башығыҙға ултыртыр өсөн мин барыһына ла риза. Һа-һа-һа!

Мөнирә был юлы ла минең һүҙемә ҡолаҡ һалды, шылтыратып торманы.

Төштән һуң ул компьютер артына ултырҙы һәм кискә тиклем өләсәһен иҫенә лә алманы. Киске сәғәт алты тулғас: «Бына бит иң уңайлы мәл. Өләсәйемдең хәле нисек икән? Шылтыратайым әле уға», – тип уйланы. Уның телефонға үрелгәнен күреп: «Трубканы һал, Мөнирә, трубканы кире һал инде!» – тип ялынһам да, ҡыҙыҡай был юлы мине тыңламаны.

Өләсәһе өсөн борсолоп, уның номерын йыйҙы. Һа-һа-һа! Тик барыбер һөйләшә алманы. Һа-һа-һа! Беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки уның телефон линияһы буш түгел ине. Һа-һа-һа!

«Улай булғас, атайым ҡайтҡас, шылтыратырмын», – тип уйланы Мөнирә. Һа-һа-һа!

Һеҙҙең, кешеләр, ҡылған ғәмәлдәрегеҙ шундай мәрәкә. Һеҙҙән шулай тыйыла алмай көлгәнем өсөн ғәфү итегеҙ. Ниңә шундай икән ул һеҙ? Яҡшы эштәрҙе аҙаҡҡа ҡалдырырға нимә мәжбүр итә һуң ул?

Ике сәғәттән Мөнирәнең атаһы ҡайтып инде, тик ҡыҙ һаман да өләсәһенең хәлен белешә алманы, сөнки был ваҡытта ул донъяһын онотоп телевизор ҡарай ине. Яратҡан сериалын ҡарап бөткәс, ул йоҡо бүлмәһенә инеп, әүен баҙарына китте. Һа-һа-һа!

Мин бөгөн Мөнирәгә өләсәһенә шылтыратырға ирек бирмәнем. Уның башын иртәгә лә шулай әйләндерермен, тип уйлап торам әле. Һа-һа-һа! Миңә тиҙ генә яңы план уйлап табырға кәрәк. Һәм ул план «Иртәрәк әле» тип аталырға тейеш. Ә ниңә?! Бөгөн күңелле булды бит! Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...