Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Өҫтәтеп ал!

Мин бөгөн, беләһегеҙме, нимә эшләнем? Һа-һа-һа! Бәһәрҙең эсе ауыртыуына сәбәпсе булдым. Нисек һыҙланды ул, нисек һыҙланды! Һа-һа-һа! Һеҙ күрһәгеҙ ине! Тәгәрәп ятып көлөр инегеҙ. Һа-һа-һа! Саҡ ҡына түҙеп тороғоҙ, хәҙер бәйнә-бәйнә барыһын да һөйләп бирәм.

 

 

Бөгөн Бәһәрҙең әсәһе төшкө ашҡа ҡыҙының яратҡан ризығын: дөгө менән яҫмыҡ бешерҙе. Өҫтәл артына ултырыу менән Бәһәр ҙур табаҡтан дөгөнө сеүәтәһенә һоҫа башланы. Тик һауытындағы ризығы уға аҙыраҡ һымаҡ тойолдо. Мин уға: «Бәһәр, ҡәҙерлем, тағы бер аҙ өҫтә!» – тинем. Бәһәр дөгөнө сеүәтәһенә өйөбөрәк һалды. Һа-һа-һа!

Мин уны артабан ҡоторттом: «Ҡәҙерлем минең, әсәйеңдең шул тиклем тәмле итеп бешергәнен беләһең дә инде. Тағы ла өҫтәтеп ал, Бәһәр! Тағы өҫтәй бир». Бәһәр мине тыңланы, сеүәтәһен яңынан тултырҙы. Һа-һа-һа. Шунан майҙа кетерҙәп кенә бешкән ризыҡты, ҡабаланып-ҡарһаланып ашай башланы. Ул үҙенә күпме ризыҡ еткәнен дә, ҡасан туҡтарға кәрәклеген дә онотто. Бары тик һоғондо ла һоғондо. Етмәһә ашай-ашай ҙа, газлы һыу эсеп ебәрә: ике ҡалаҡ дөгө, бер йотом газлы һыу, ике ҡалаҡ дөгө, бер йотом газлы һыу, ике ҡалаҡ дөгө, бер йотом газлы һыу...

Ул шул тиклем күп ашаны, уның хатта эсе ҡабарып сыҡты. Һа-һа-һа! Оһ, убыр кешеләрҙе нисек яратам мин! Һеҙ артығын ашаған һайын мин ниндәй ләззәт кисерәм! Һеҙҙең убырлыҡ шул тиклем оҡшай, сөнки ашҡаҙанығыҙҙы артығы менән тултырғас, һеҙ китап та уҡый алмайһығыҙ, өйгә эшегеҙҙе лә эшләгегеҙ килмәй. Мәҫәлән, мәсеткә барырға тейеш икәнһегеҙ ти, әммә һеҙ хатта унда ла бара алмайһығыҙ. Шул тиклем ауырайған кәүҙәгеҙҙең бер нимә эшләгеһе килмәй. Һеҙ ҙә Бәһәргә әйләнәһегеҙ. Һа-һа-һа! Ана бит ул: ярты көн буйына эсенән түҙә алмай. Һа-һа-һа! Ярты көн инде уның башы әйләнә. Һа-һа-һа!

Афарин, Бәһәр! Һеҙгә лә унан убырлыҡҡа өйрәнергә кәрәк. Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...