Көтөлмәгән ҡыуаныс

Көтөлмәгән ҡыуаныс

Биш йәшлек Әхмәт йоҡонан уяныу менән, атаһы өйрәткәнсә, тиҙ генә тәһәрәтләнеп алды ла, бәләкәй намаҙлығын йәйеп, намаҙға баҫты. Элеккесә әсәһенең иркәләп кенә йоҡонан уятҡанын да көтөп торманы. Хәйер, әсәһе өйҙә юҡ шул, уны дауаханаға һалдылар. Атаһы ла командировкала. Өләсәһе менән Мыраубай исемле бесәйе генә өйҙә.

Намаҙлыҡҡа баҫҡас, Әхмәт күңелһеҙ уйҙарын ҡыуып ебәрергә тырышты. Намаҙ ваҡытында бары тик Аллаһу Тәғәлә тураһында ғына уйларға кәрәк, тип өйрәтте бит атаһы. Шартына килтереп, намаҙын уҡып бөткәс, доға ҡылыр өсөн ҡулдарын күтәрҙе:

– “Йә Раббым! Әсәйем йәһәтерәк һауыҡһын! Ул өйҙә булмағас, күңелһеҙ! Атайым да тиҙерәк ҡайтып етһен! Ҙур конструктор алып ҡайтырға вәғәҙә иткәне бит, Аллаҡайым, онотоп ҡына ҡуймаһын! Әхмәт, нимәлер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, ҡаштарын төйөп, бер аҙға ғына шым ҡалды ла, артабан дауам итте:

– Тағы... Тағы беҙгә көтөлмәгән ҡыуаныстар бир, Аллам! Өләсәһе гел шулай доға ҡыла лаһа. Ниндәй була икән ул – көтөлмәгән ҡыуаныс?! Ярар, уныһын аш бүлмәһендә мәж килгән өләсәһенән һорар. Әхмәт тороп ҡына баҫҡайны, ишек асылғаны ишетелде.

– Әссәләмү ғәләйкүм! Һөйөн-сө!

– Атай! Атайым ҡайтты!

– Һөйөнсө! Һөйөнсө, улым! Һинең кескәй һеңлең бар!

– Ниндәй һеңле? Ә конструктор? Конструктор алманыңмы ни? Һин бит вәғәҙә иттең, атай!

– Мин өлгөрмәнем, улым! Һуңыраҡ алырбыҙ, йәме?

– Һеңлене һуңыраҡ алырға кәрәк ине, ә конструкторҙы – бөгөн!

– Әхмәттең күҙҙәренә йәш тығылды. Ул бит шул тиклем атаһының конструктор алып ҡайтҡанын көттө! Ә ул!!!

Диванға йөҙтүбән ҡапланып, үкһеп илап ебәрәйем генә тигәндә, өләсәһенең шат тауышын ишетеп, һиҫкәнеп китте:

– СобханАллаһ! Бына һиңә көтөлмәгән ҡыуаныс! Мин ай аҙағында тип көтә инем. Әлхәмдүлилләһ! Әхмәт, балаҡайым, ҡайҙа булдың!? Бына ниндәй ҙур бәхет! Һин ағай булдың бит хәҙер! Һинең бәләкәй генә һеңлең бар. Әхмәт тороп ултырҙы. Ул ни ҡыуанырға, ни иларға белмәй ине хәҙер: “Һеңлем бар... Минең һеңлем бар... Кит әле, көтөлмәгән ҡыуаныс шул була тиме инде?!”

Өләсәһе йомшаҡ ҡулдары менән тупылдатып Әхмәттең арҡаһынан һөйҙө: “Бына хәҙер, улым, һиңә һис кенә лә күңелһеҙ булмаҫ, сөнки һеҙ икәү булдығыҙ. Һеңлең бер аҙ үҫкәс, бергәләп уйнарһығыҙ, ул һиңә яратып: “Ағайым!” – тип өндәшер, ә һин уны һәр саҡ ҡурсалап ҡына йөрөтөрһөң, уға үҙеңдең белгәндәреңде өйрәтерһең.

– Ә ул минең уйынсыҡтарымды тартып алһа?

– Юҡ. Тартып алмаҫ. Ул бит ҡыҙ кеше. Ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнарға ярата... Бер аҙнанан Әхмәт матур кейенеп, шарҙар, сәскәләр тотоп, атаһы менән бергә бәпес ҡаршыларға барҙы. Шәфҡәт туташы матур юрғандарға төрөлгән төргәкте атаһына тотторҙо: “Яҡты киләсәкле бала булһын!”

Шатлығы эсенә һыймаған Әхмәт бер әсәһенә һарылды, бер атаһы эргәһендә һикерәңләп кескәй Әминәнең йөҙөн күрергә ынтылды.

– “Ҡайтҡас, ҡайтҡас, иркенләп күрерһең һеңлеңде, улым!” – тип атаһы өйгә ашыҡтырҙы. Ә өйҙә!..

Өйҙә юрғанды тағаттылар! Уның эсендә зәңгәр генә күҙле, һары ғына сәсле бәпес ята ине! Бәләкәй генә... Ҡурсаҡ кеүек кенә! Әлбиттә, Әхмәт һеңлеһен ҡарап ҡына йөрөтәсәк! Уҫал ата ҡаҙҙан да, тәртипһеҙ малайҙарҙан да рәнйеттермәйәсәк. “Улым, вәғәҙә – иман, мин һиңә бөгөн бүләк әҙерләнем,” – атаһы шат йылмайып, Әхмәткә ҙур ҡатырға ҡумта һуҙҙы. Конструктор! Күптән көткән конструктор! – “Рәхмәт, атай!”

– Әхмәт йәһәт кенә конструкторын уйынсыҡтары араһына индереп һалды ла, кире һеңлеһе эргәһенә йүгерҙе. Атаһы менән әсәһе икенсе бүлмәгә сыҡҡанынан күргәс, тиҙ генә эйелеп, һеңлеһенең ҡолағына шыбырланы:

– Һин донъялағы иң-иң матур ҡыҙыҡай!!!

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...