Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә!

Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым!

Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа!

Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек бирмәнем. Һа-һа-һа! Рамазандың, Аллаһ ҡолоноң, кер йыуыу машинаһын һатып алыр өсөн биш мең аҡсаһы етмәй ине. Әгәр һәр дуҫы уға берәр мең аҡса бирһә, ул биш меңде һә тигәнсе йыйыр ине.

Мин Рамазандың дуҫтары эргәһенә килеп, уларҙы ярҙам итмәҫкә күндерҙем. Һәр береһенең төрлөсә итеп башын бутаным.

Беренсеһенә: «Һин былай ҙа хәйриә маҡстында күп аҡса тотондоң. Әлегә изге эштәр эшләмәй торһаң да була», – тип әйттем. Һа-һа-һа!

Икенсеһенә: «Һин Рамазан менән саҡ танышып-дуҫлаштың, уның проблемаларында һинең ни эшең? Әйҙә, электән белгән дуҫтары ярҙам итһен», – тип шыбырланым. Һа-һа-һа!

Өсөнсөһөнә былай тинем: «Ташла был ниәтеңде! Машина алыр өсөн йыйнаның бит аҡсаңды. Уны уңға-һулға тарата башлаһаң, яңы машинаны ҡасан һатып алмаҡ булаһың?»

Дүртенсе дуҫы иманлы кеше булып сыҡты. Мин уның башын былай тип әйләндерҙем: «Аллаһ бөйөк. Ул Рамазанға ярҙам итер. Ә һин аҡсаңды фәҡирерәк кешеләр өсөн һаҡла». Иманлы кешеләрҙе бына ошолайыраҡ итеп юлдан яҙҙыралар ул! Һа-һа-һа!

Бишенсеһенә ҡотҡо һалыуҙың бер ҡыйынлығы булманы. Минең уға Рамазан әфәндегә ярҙам итеү кәрәкмәй, тип әйтеүем дә етте, ул шунда уҡ риза булды. Һа-һа-һа! Бар кешекәйҙәр ошо Аллаһ бәндәһе кеүек булһа ине ул!

Ошолай итеп, минең шул тиклем шәп планым арҡаһында Рамазан кер йыуыу машинаһын һатып ала алманы. Уға ярҙам ҡулы һуҙмаған дуҫтарына оят булһын! Һа-һа-һа! Белеп торам, хәҙер һеҙ, кешеләр: «Ләғнәт һуҡһын һине, шайтан», – тип әйтәсәкһегеҙ. Ә минең бында ни ҡыҫылышым бар?

Рамазандың дуҫтары уға ярҙам итергә тейеш ине. Эйе, мин ярҙам итмәҫкә өндәнем. Ә ниңә һуң улар минең һүҙгә ҡолаҡ һалды? Тыңламаһындар ине. Һа-һа-һа! Мине Ибраһим пәйғәмбәр тыңланымы ни? Ә Ғайса? Ә Муса?

Был бүкәнбаштар үҙҙәре мине тыңлайҙар ҙа, үҙҙәре мине ғәйепле итеп ҡуялар. Мин үҙ фекеремде береһенә лә көсләп таҡмайым. Теләмәгән кеше мине тыңлап та тормай. Шулай булғас, ләғнәт яуҙырып ултырмағыҙ миңә! Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....