КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН

КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН

КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН

Абдулланың дуҫы

Абдулла менән Әсхәп кескәй саҡтан айырылмаҫ дуҫтар. Әсхәп бер аҙ дыуамалыраҡ малай булһа, уның ҡарауы, Абдулла тыныс, аҡыллы булыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырылып тора. Бер көн иртәнсәк Әсхәп дуҫының өйөнә ашығып килеп инде. Һаулыҡ һорашмаҫтан, диванға барып ултырҙы.

− Ниңә кисә велосипедта йөрөргә сыҡманың? − тине ул дуҫына.

− Әссәләмүғәләйкүм, тәүҙә һаулыҡ һорашайыҡ, Әсхәп! Мин кисә атайыма ярҙам иттем, − тине Абдулла. Мәликә Әсхәпте сәйгә саҡырһа ла, ул баш тартты. Абдулланың күңеле ниңәлер тыныс түгел ине. Көн эҫе булғас, дуҫтар тышҡа сыҡмай телевизор ҡарарға булдылар. Икәүҙәникәү ҡалғас, Әсхәп тышҡа йүгереп сығып, ялтырап торған ҡул сәғәтен тотоп инде.

− Ҡайҙан алдың? − тип һораны Абдулла ғәжәпләнеп.

− Әйтергәме юҡмы икән? Ярай, яҡын дуҫтан йәшереп булмай.

− Урланым, – тине Әсхәп.

− Ур-ла-ның? Кемдән?

− Ярай ҡысҡырма. Хөсәйендәрҙән. Уның атаһы бай бит. Яңынан алырҙар әле! − тип үҙен аҡларға тырышты Әсхәп. Дуҫының бындай холҡон хупламаны Абдулла. Сәғәтте кире хужаһына алып барырға бойорҙо ул. Оҙаҡ өгөтләгәндән һуң Әсхәп риза булды. Улар Хөсәйендәргә икәүләп барҙылар. Кәйефе ҡырылған Әсхәпкә насар ғәҙәте өсөн ғәфү үтенеп, сәғәтте кире биреүе бик оят булды, әлбиттә. Абдулла дуҫына үҙенең кәңәштәрен бирҙе:

− Әсхәп, һин минең яҡын дуҫым. Һин Ҡөрьәнде беләһең, намаҙ уҡыйһың. Ысын мосолман егетенә бындай яҙыҡ эштәр килешмәй, − тине.

− Мин барыһын да аңланым, башҡаса улай эшләмәм, − тип һүҙ бирҙе Әсхәп. Кеше әйберенә ҡул һуҙыу иң оло гонаһ икәнен аңланы Әсхәп.

Изгелек

Көн бик һалҡын ине. Сатнама һыуыҡ тәнде генә түгел йәнде лә өтөп алып бара. Ҡулдарымды кеҫәмдән алмайынса ғына шәп-шәп атлап өйөмә ашыҡтым. Минең менән йәнәш бер ҡыҙыҡай ҙа атланы. Шул саҡ ҡаршыбыҙға ҡулына ҙур булмаған пакет тотҡан әбей осраны. Уның йөҙө борсоулы күренде. Ул ҡапыл ҡулынан пакетын төшөрөп ебәрҙе: эсендәге әйберҙәр ергә сәселеп китте. Икебеҙ ҙә ҡарсыҡҡа ярҙамға ашыҡтыҡ.

− Рәхмәт, балаҡайҙарым! Ҡулым ныҡ өшөнө, шуға пакетымды төшөрөп ебәрҙем, − тине ул үҙен аҡланғандай итеп.

− Ә нисек кенә ҡайтып етерһең икән, инәй? − тип көйәләнде ҡыҙыҡай.

− Ҡайтырмын әле, әллә ни алыҫ түгел, − тине ҡарсыҡ. Шул саҡ мин ғүмеремдә онотолмаҫлыҡ ваҡиғаның шаһиты булдым: ҡыҙыҡай ҡулынан бирсәткәләрен систе лә ҡарсыҡтың ҡулдарына кейҙерҙе. Изгелекле кешеләр донъяла күп икән.

«Ә ниңә минең башыма килмәне ошо изге эште эшләргә?» − тип бер аҙ оялып та ҡуйҙым. Сөнки яҡшылыҡ эшләгән кешеләргә Аллаһу Тәғәлә әжер-сауабын һәм бәрәкәтен ебәрә. Изгелек эшләүҙә ярышайыҡ, дуҫтар!

РӘЙСӘ ЯҠУПОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...