Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш?

Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип ирештер, әйҙә, иптәштәреңә бер мәҙәк булһын! Һинең шаяртыуың барыһының да күңелен күтәрер. Сәйет! Йә ашыҡ инде! Мәжиткә: «Таҡыр баш!» – тип әйт. Дуҫтарыңды бер аҙ көлдөрөп ал! Йә инде, аҡыллым! Иптәштәреңде бәхетле ит!»

Сәйет әйткәндәремә ышанды һәм Мәжиткә: «Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Ҡалай башың аҡ ҡына, шыма ғына, ялтас ҡына булып ҡалған. Ҡотлайым!» – тип өндәште.

Һа-һа-һа! Эй рәхәтләнеп көлдөм инде, малайҙар ҙа көлдө. Тик Мәжиттең генә бик ныҡ кәйефе төштө. Кешеләр теле менән әйткәндә, уның йөрәге йәрәхәтләнде. Һа-һа-һа! Шайтанымамы уның йәрәхәтле йөрәге. Һа-һа-һа!

Мәжит бүтән дуҫтары эргәһендә ҡала алманы. Ул, күҙ йәштәренә төйөлөп, өйөнә ҡайтып китте. Мәжиттең күңеле кителгәнен күргәс, Сәйет, әлбиттә, бик үкенде. «Ҡайһылай насар килеп сыҡты. Миңә дуҫым алдында ғәфү үтенергә кәрәк», – тип уйланы.

Ә мин уның ҡолағына: «Ғәфү үтенергә кәрәкмәй. Һин бит Мәжиткә бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтмәнең, «таҡыр баш» тип кенә өндәштең. Мәжиттең шул тиклем нескә күңелле булыуында һинең ни ғәйебең? Был турала уйлап та бирмә, Сәйет!» – тип шыбырланым.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәйет был юлы минең ҡотҡоға бирелмәне, дуҫы эргәһенә барып, ғәфү үтенде. Мәжит шунда уҡ йылмайып ебәрҙе һәм Сәйетте ғәфү итте. Йәл... Мин Сәйеттең башын шәп итеп әйләндерҙем, ивет? Тик ул аҙаҡтан аҡылына килде шул... Йәл! Йә ярар, ярар... Уны тағы алйотландырырға форсат булыр әле. Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...