Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

 

Һинең унда ни эшең бар?

Һа-һа-һа!

Һа-һа-һа!

Һа-һа-һа!

Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен.

Һа-һа-һа!

Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең берегеҙҙе лә тыныслыҡта ҡалдырмайым.

Һа-һа-һа! Һа-һа-һа!

Бөгөн һеҙгә Фәрхәт исемле кешегә бәйле тарихты һөйләйем. Ул әфәндегә илле йәш. Кистән эштән ҡайтып барғанда, йорто эргәһенә яҡынлауға ул тыҡрыҡ уртаһында бер ташты күреп ҡалды. Уны юлдан ситкә алып ҡуйырға булды, тик мин уға был эште эшләргә ҡамасауланым. Мин уға: «Һинең унда ни эшең бар? Ул ташты һин ташлағанһыңмы ни? Бында һинең ни ҡыҫылышың? Был ҡаланың хужаһы юҡмы ла, урам һепереүсеһе юҡмы? Юҡ-барға көсөңдө әрәм итмә», – тип әйттем.

Фәрхәт минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалды, һа-һа-һа, һәм өйөнә инеп китте.

Ике сәғәтләп ваҡыт үткәс, Фәрхәттең улы, башын тишеп, ҡайтып инде. Уны күргәс, Фәрхәттең ҡобараһы осто:

 – Фарзат! Ни булды, балам? Башыңды ҡайҙа тиштең?

– Мин велосипедта китеп бара инем, ҡапыл ергә тәкмәсләнем.

– Нисек инде улай?

– Мин ташҡа барып мендем һәм башым менән ергә ҡоланым.

– Ҡайҙа булды инде был хәл?

– Беҙҙең тыҡрыҡта.

Фәрхәт ике услап башын тотоп ултырҙы: «Эй Раббым! Мин бит тыҡрыҡта ул ташты күргәйнем, тик уны ситкә алып ҡуйманым. Минең унда ни эшем, бар, тип уйланым. Бына әгәр ҙә ташты алған булһам... Ҡәһәр һуҡҡыры, шайтан!»

Әфәнде! Ә ниңә шул тиклем мине ҡәһәрләйһең? Мин ғәйеплеме ни бында? Һиңә мине тыңламаҫҡа ла мөмкин ине бит. Мин һине ирекһеҙләмәнем.

Һа-һа-һа!

Һа-һа-һа!

Кешеләр, ниңә шулай һеҙҙе алйотландырыуы шундай еңел ул?!

Һа-һа-һа!

 

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...