Шайтан яҙмалары
Һин унан өҫтөнөрәк!
Бах, бах-бах. Бөгөн дә һеҙҙе бер ҡыҙыҡ тарих менән ҡыуандырмаҡсымын. Ул ысынлап та иғтибарға лайыҡ! Дөрөҫөн әйткәндә, мин Зөһрәне шулай еңел генә алйотландырырмын тип, һис кенә лә уйламағайным. Һа-һа-һа! Ҡыҙыҡайҙың кемдеңдер янына барырға уйлауы була, мин шунда уҡ уны туҡтата һалам.
Тәүҙә ул Ләйлә эргәһенә барырға теләне, әммә мин уға: «Зөһрә, Ләйлә һинең әхирәтең булырға лайыҡ түгел. Һин бит унан күпкә өҫтөнөрәк. Буйға ла оҙонораҡ. Мин дә шулай оҙон буйлы булһам икән», – тинем.
Шунан ул Сәмәнә менән дуҫлашырға булды. Был юлы былай тип өндәштем: «Зөһрә! Сәмәнәнән башҡа һинең шул тик-лем дуҫлашырлыҡ бер кешең дә юҡмы ни? Ул бит һинән күпкә ҡайтышыраҡ. Ана, һин ниндәй аҡ ҡынаһың, ә ул ҡуңыр йөҙлө!»
Артабан Ләйлә Фәриҙә эргәһенә йүнәлде, мин уны йәнә туҡтаттым: «Фәриҙә? Ни өсөн Фәриҙә? Ул да һинең менән дуҫлыҡҡа лайыҡлы түгел! Һин бит күпкә шәберәк. Һин инглиз телен һәйбәт беләһең, ә ул уны бөтөнләй белмәй».
Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡай кемгә генә яҡынлашырға теләмәһен, мин уға гел ҡамасаулыҡ ҡылдым. Этлегемде бойомға ашырырға бары тик: «Һин бит унан күпкә өҫтөнөрәк!» – тигән һүҙҙәр генә лә етте. Һа-һа-һа! Гениаль фекер! «Мин шәберәк!» тигән уй башҡалар менән дуҫлашырға һис ирек бирмәй бит ул. Һа-һа-һа! Эйе-эйе, минең ҡәҙерлеләрем, һәр ваҡыт үҙ-үҙегеҙгә: «Мин барыһынан да өҫтөнөрәк!» – тип әйтеп йөрөгөҙ. Шулай итһәгеҙ, бөтөнләй япа-яңғыҙ ҡалырһығыҙ! Һа-һа-һа!