ЙОСОФТОҢ АТАҺЫ МЕНӘН ОСРАШЫУЫ

ЙОСОФТОҢ  АТАҺЫ МЕНӘН ОСРАШЫУЫ

ЙОСОФТОҢ  АТАҺЫ МЕНӘН ОСРАШЫУЫ

Яҡуптың туғыҙ улы, Бунйәмин менән Шәмғүнде Йософ  янында ҡалдырып, өйҙәренә әйләнеп ҡайта һәм аталарына бөтә булған хәлде һөйләп бирә.

 

Бөтә күҙ йәшен Йософ  өсөн түгеп бөткән Яҡупты  Бунйәмин өсөн борсолоу биләп ала. Улдарына ул ышанмай: Йософ  менән булған хәл Бунйәмин менән дә ҡабатланғандыр, тип уйлай. Йософҡа  булған сикһеҙ һағыштан һәм күп ҡайғырыуҙан һуҡыр ҡалыу етмәгән, шуға өҫтәп, йәнә ҡайғы... Яҡуп  бөтәһен дә Аллаһу Тәғәләгә тапшыра ла: «Фә сабрун джәмил (Сабырлыҡ − гүзәл)», − тип үҙ-үҙен тынысландыра.

Ул  михрабта уйға бирелеп ултырғанда, ҡайҙандыр таныш булмаған берәү, ишекте лә асмай, рөхсәт тә һорамай килеп инә. «Һин кем?» − тип һорай Яҡуп . Таныш булмаған ҡунаҡ: «Мин Ғазраил фәрештә, һине күрергә һәм Аллаһу Тәғәләнең сәләмен еткерергә килдем», − ти. Шунда Яҡуп  унан Йософ  тураһында, уның тереме-юҡмы икәнлеген белергә теләүен әйтә. Ғазраил Йософтоң  иҫән икәнлеген, Аллаһу Тәғәләнең уға бер кемгә лә бирмәгән батшалыҡты бүләк итеүен әйтә һәм улы тураһында борсолмаҫҡа ҡуша. Фәрештә яҡын арала ауыр хәсрәтенән ҡотоласағын әйткәс, Яҡупҡа еңел булып ҡала, хатта һағыштан талсыҡҡан тәне лә йәшәреп китә.

Йософто  күрергә өмөтләнгән Яҡуп  Мысыр батшаһына үҙенең ырыуы тураһында һәм башына төшкән бәләләр хаҡында хат яҙа. «Мин − Ғаләмдәр Раббыһы ебәргән һынауҙарҙы кисергән ырыуҙың улымын, − тип башлай ул хатын, артабан иң ҡәҙерле улы Йософто  юғалтыуы тураһында яҙа. Йәнә өҫтәп, уның нәҫелендә бер ҡасан да бурҙарҙың булмауын һәм Бунйәминде бурлыҡта ғәйепләп алып ҡалыуҙары менән риза түгеллеген һәм, әгәр улын ҡайтармаһа, батшаға насар доға уҡыясағын белдерә.

Ошо хатты биреп, улдарын тағы Мысырға оҙата. Өсөнсөгә килгән туғандар, хатты батшаға тапшыра. Йософ , хатты алып, үҙенә китә, уны үбә лә оҙаҡ итеп илай, хатты уҡый, шунан уны үҙенең улдарына күрһәтә. Үҙенең тәхетенә ултырып, туғандарын саҡыра, улар менән ихтирамлы итеп һөйләшә һәм Бунйәминде ғәфү итеүен әйтә һәм өйөнә ҡайтырға рөхсәт бирә. Шунан ул, миңә һорауҙарығыҙ бармы, тип һорай. Туғандар үҙҙәренең ауыр хәлдә ҡалыуын белдерә һәм иген менән ярҙам итеүен үтенә.

Йософ , башындағы тажын һала ла: «Йософ менән уның ҡустыһын айырған сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?» − тип һорай. Был һорау тегеләрҙе һағайта һәм батшанан, һин Йософ  түгелме, тигән һорауҙы бирергә мәжбүр итә. «Эйе, − ти Йософ, − ә был минең ҡустым», − тип Бунйәминде үҙенә һыйындыра. «Һеҙҙең мәкерлек беҙҙе айырһа ла, Аллаһ рәхмәте беҙҙе осраштырҙы. Сабырлыҡ һәм тәҡүәлек күрһәткәндәргә Аллаһ Үҙенең әжерен бирмәй ҡалдырмай», − ти ул. Ояттарынан ни эшләргә белмәгән туғандар, үҙҙәренең ғәйебен танып, ҙур хата эшләгәндәре өсөн үкенәләр һәм Йософтоң  ғәфү итеүен һорайҙар.

Йософтоң башында нәҫел тамғаһы була. «Ғәраис» китабында, ошондай уҡ тамғаның Сарала, Исхаҡта һәм Яҡупта (уларға Аллаһу Тәғәләнең сәләме булһын) булғанлығы хаҡында әйтелә. Йософ  башындағы тажын һалғас, ағайҙары тамғаны күрә һәм батшаның үҙҙәренең ҡустыһы икәнен аңлай.

Шунан һуң Йософ  ағайҙарынан, минең юғалыуҙы атайым нисек кисерҙе, тип һорай. Тегеләр аталарының һуҡырайыуын һәм бөтөнләй көсһөҙләнеүен әйтә. Шунда ул ағаларына, өйҙәренә ҡайтып, аталары һәм башҡа туған-тыумасалары менән бергә кире килергә ҡуша. Йософ , ағалары ҡоҙоҡҡа ташлағас, уға Ябраил фәрештә Ожмахтан алып килеп кейҙергән күлдәкте әҙерләй, аталарына бирергә ҡуша, ул уға күреү һәләтен ҡайтарыр, ти.

Туғандарҙың иң өлкәне Йәһүд күлдәкте атайҙарына тапшырыуҙы уға рөхсәт итеүҙәрен һорай, сөнки теге ваҡыт ҡанға буялған күлдәкте тап ул атаһына алып килгән була. Йософ  күлдәкте уға бирә, һәм туғандар юлға сыға.

Яҡуп , улдары Мысыр ерен үтеү менән, Йософтоң  еҫен һиҙә. Йәһүд, карауандан төшөп, ҡайтыу яғына ялан аяҡ һәм ялан баш йәйәүләп китә. Ул, бер аҙнала һикһән фәрсәнг (1 фәрсәнг яҡынса 5,6 саҡрым − ред.) юл үтеп, атаһы янына ҡайтып етә һәм уның йөҙөнә теге күлдәкте яба. Шул мәлдә үк Яҡуптың  күҙе күрә башлай, үҙе йәшәреп китә, уға көс инә. Быны күреп, бөтә ғаилә ҡыуаныс кисерә.

«Ҡарауан (ҡайтырға) ҡуҙғалғас, уларҙың атаһы әйткән: «Мин Йософтоң  еҫен һиҙәм, яңылыша тимәгеҙ», − тигән». «Сапҡын килеп, күлдәкте йөҙөнә ҡаплаған икән, уның күҙе ҡабаттан асылған» («Йософ» сүрәһе, 94-се, 96-сы аяттар).

Йәһүд Йософтан  хәбәр килтергәс, Яҡуп  иң элек улының хәлен һорай. Йәһүд халыҡтың Йософто ныҡ хөрмәт итеүен, уның батшалығының бик ҙур, бөйөк икәнлеген, ундай батшалыҡтың бер ҡайҙа ла булмауы тураһында һөйләй. Яҡуп : «Ниңә кәрәк миңә уның батшалығы? Һин әйт: ул ниндәй динде тота?» − тигән. Йософтоң  Ислам динендә булыуын белгәс, Яҡуп  бик ҡыуана, ул сағында уның байлығы етеш, камиллыҡта, ти. Яҡуптың  балалары унан ғәфү үтенә һәм Аллаһтан улар өсөн доға ҡылыуын һорайҙар. Яҡуп  улдарын ғәфү итә: «Аллаһтан аҙаҡ һорармын», − ти.

Йома башланған төндә, таңға табан Исраил (Яҡуп)  Ғаләмдәр Раббыһы ҡаршыһына баҫа. Доғалар кире ҡағылмай торған ошо мәлдә ул Аллаһтан ғәфү һорай. Был йома төнө мөхәррәм айының унынсы (Ғәшүрә) көнөнә тура килә, һәм ошондай ҡиммәтле мәлдә ҡылынған ихлас доға Рәхимле Аллаһ тарафынан ҡабул ителә. Уға, Аллаһу Тәғәләнең бөтәһен дә ғәфү итеүе тураһында үәхи килә. Йософ та  ағаларын ғәфү итә, һәм ошо төндә бөтәһе лә ғәфү ителеү бәхетенә ирешә.

Шунан һуң Яҡуп  улдары, ейәндәре менән Мысырға күсергә әҙерләнә башлай. Улар, ирҙәр һәм ҡатындар, йәмғеһе етмеш ике кеше була. Кәнғән ерен ҡалдырып, Мысырға, Йософтоң  биләмәһенә яҡынлашҡанда, Яҡуп , уларҙы ҡаршылаусы ғәскәрҙе күреп, хайран ҡала. Ғәскәр уртаһында, бөтәһенән айырылып, ғорур арыҫландай, Йософ  тора.

Йософ , атынан төшөп, атаһына табан атлай. Ул башлап сәләм бирергә теләй, ләкин Ябраил  уға әйтергә ирек бирмәй, һәм атай кеше беренсе булып сәләм бирә: «Әс-сәләмү ғәләйкә, эй, һағыштарҙан ҡотҡарыусы», − ти һәм атай менән ул ҡосаҡлаша. Шатлыҡтарынан улар иҫтән яҙғансы илай. Иҫкә килеп, бер аҙ тынысланғас, Йософ : «Атайым, ниңә минең өсөн шул тиклем йәш түктең, беҙ бит барыбер Ҡиәмәт Көнөндә осрашыр инек?» − ти. «Мин, улым, һин ислам диненән сыҡҡанһыңдыр, һәм шуның арҡаһында беҙ әхирәттә осраша алмабыҙ, тип ҡурҡтым», − ти Яҡуп .

Йософ  өсөн күҙ йәшен ҡойған Яҡупты  йәлләп илаған фәрештәләр, уларҙың осрашыуын күреп, шатланышалар. Мысыр батшаһы Райан, уның вәзирҙәре, ғәскәр башлыҡтары һәм бөтә ғәскәр аттарынан төшә. Һәм барыһы ла, баштарын эйеп, ергә йығыла. − Мысырҙа йәшәүселәрҙең сәләмләүе шулай була. Шатлыҡлы осрашыу шулай тамамлана.

Яҡуп  егерме дүрт йыл Мысырҙа рәхәт һәм етеш тормошта йәшәй. Шунан һуң, Ябраил фәрештә килеп, уны ата-бабаларының рухтары һағыныуын һәм уға әхирәткә күсергә ваҡыт еткәнлеген әйтә. Яҡуп  улдарын йыйып ала һәм һорай: «Мин үлгәс, кемгә ғибәҙәт ҡылырһығыҙ?» «Һинең һәм һинең ата-бабаларыңдың Раббыһынан башҡа бер затҡа ла ғибәҙәт ҡылмаясаҡбыҙ», − тип яуап бирә пәйғәмбәрҙең балалары. Яҡуп  улдарының иманда ныҡлығын күрә һәм уларҙы киҫәтеп: «Үлгәнсе Исламды ташламағыҙ», − ти. Шунан ул Йософҡа  үҙен ата-бабалары янына, улар ятҡан ергә ерләргә ҡуша.

«Эй, уландарым! Ысынлап та, һеҙгә Аллаһ дин һайланы, мосолман булмайынса үлмәгеҙ» («Бәҡара» сүрәһе, 132-се аят).

Атаһының васыяты буйынса, Йософ  уны Бәйт үл-Мөҡәддәстә ерләй. Исхаҡ  менән Ибраһим  да шунда ерләнгән.

Әсәһенең ҡарынында саҡта уҡ Яҡуп  менән бәхәсләшеүсе Ғайс та игеҙәк туғаны менән бер көндө әхирәткә күсә. Игеҙәктәрҙе бер ҡәбергә күмәләр. Фанилыҡҡа килеүҙәре һәм китеүҙәре бер төрлө була. Был донъяла йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл йәшәп, Ғайс менән Яҡуп  мәңгелек донъяға ҡайтып китә.

Ҡөрьәндә килтерелгән Йософ  тураһындағы ҡиссаны бәйән итеүҙе ошо урында тамамлайбыҙ.

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ– ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...