Муса

Исраил халҡының быҙауға табыныуы
Аллаһу Тәғәлә Ябраил фәрештәгә Ғәдн Йәннәтенә барырға һәм, ундағы ағасты ҡырҡып, Изге Яҙма өсөн таҡталар әҙерләргә ҡуша. Ябраил оҙонлоғо һәм киңлеге туғыҙ беләк буйлыҡ (Мусаның үлсәме менән) туғыҙ таҡта әҙерләй («Ғәраис» китабы буйынса).
Шунан һуң Ябраил Сидрат әл-Мүнтәһә ағасынан (Һуңғы Сиктәге Лотос (үҫемлек) туғыҙ ботаҡ өҙөп ала. Был ботаҡтар нурға әйләнә, ә нур Тәүрат яҙыр өсөн ҡаурый ҡанаттарға әүерелә. Муса уларҙың шығырлағанын ишетә һәм Аллаһ ҡөҙрәте менән ҡаурыйҙарҙың яҙышҡанын аңлай. Шәриғәт буйынса билдәләнгән тәртипте − тыйылғандарҙы, ҡушылғандарҙы, вәғәздәрҙе − яҙып бөткәс, ентекләп тикшергәндән һуң, Изге Яҙмалар Таҡтаһын Мусаға тапшыралар. Был − Муса һуштан яҙғандың икенсе көнө − ҡорбан байрамына тура килгән йома көн була. Аллаһ ҡөҙрәте менән нур-ҡаурыйҙар Тәүратты яҙғанда, бөтә донъя яҡтылыҡ менән тула, нурға ҡойона. Муса,шәриғәт ҡанундары яҙылған таҡталарға (скрижали) ҡарап, Аллаһҡа сикһеҙ маҡтау-рәхмәттәрен әйтә: «Һин миңә ниндәй оло хөрмәт күрһәттең!» − ти. Аллаһ Мусаға: «Мин, кешеләр араһынан һине, пәйғәмбәрлек миссияһын үтәп, уларға Минең Хатымды һәм Телмәремде еткерер өсөн һайлап алдым. Һин шул Яҙмаларға таян, тәсбих әйт һәм был донъянан Мөхәммәдте яратҡан хәлдә кит», − ти. Муса ғәжәпләнеп: «Ә кем һуң ул Мөхәммәд?» − тип һорай. Аллаһ Үҙенең Хәбибе Мөхәммәдтең ﷺ Үҙе бар ҡылған барса заттарҙан өҫтөн булыуын әйтә: «Ул − Әхмәд. Уның исеме ер һәм күктәр яратылғанға тиклем меңдәрсә йыл элек Ғәрешкә яҙып ҡуйылды. Ул − минең мәхлүктәрем араһынан иң һөйөклөһө, Минең тарафтан яратылған бар нәмәнән ҡәҙерлерәк». Муса: «Әгәр Мөхәммәд ﷺ Һинең өсөн бар халыҡтан да ҡәҙерлерәк икән, минең өммәтемдән дә ҡәҙерлерәк бүтән өммәт бармы?» − тип һораған. «Мин Үҙем бар ҡылған мәхлүктәрҙән нисек юғары булһам, Мөхәммәдтең өммәте лә башҡа өммәттәрҙән шулай уҡ ҡәҙерлерәк», − тип яуап биргән Ғаләмдәр Раббыһы. Мусаның Мөхәммәд ﷺ өммәтен күргеһе килгән. Аллаһ, һин уларҙы күрә алмайһың, әммә, теләһәң, һүҙҙәрен ишетә алаһың, тигән. Муса, эйе, тигәс, Аллаһу Тәғәлә: «Эй Мөхәммәд өммәте!» − тип өндәшкән. Раббының саҡырыуына Мөхәммәд ﷺ өммәтенең йәндәре (зәррә): «Ләббәйк1» − тип яуап бирә. Аллаһ уларға һөйөнөслө хәбәр: Уның уларға ҡарата рәхимлеге − асыуҙы, ә ғәфү итеүе яза биреүҙе уҙып китеүен әйтә. Был хаҡта Ибне Ғәббәс риүәйәт иткән хәҙистә әйтелә.
Муса Синай Тауына йүнәлгәндә, Исраил халҡы менән идара итеүҙе Һарунға тапшырып, утыҙ көндән әйләнеп ҡайтасағын әйткән була. Ләкин ураҙа мөҙҙәте тағы ун көнгә арттырылғас, Муса вәғәҙә ителгән көндә ҡайтып етә алмай. Был иһә исраилдарға алтын быҙауға табыныр өсөн сәбәп була. Был ваҡиға Ҡөрьәндә телгә алына. Ә уның нисек булыуы тураһында тарихсыларҙа бер нисә фараз бар, шуларҙың береһен килтерәм.
Исраил улдары араһында Мүсә Зәфәр тигән бер монафиҡ була. Самират ырыуынан булғанлыҡтан, уны Сәмири тип йөрөткәндәр. Фирғәүендең үлтереүенән ҡурҡып, Бану Исраил ҡатындары яңы тыуған малайҙарын мәмерйәләрҙә йәшерер булған. Аллаһу Тәғәлә был сабыйҙарҙы ҡарарға һәм тәрбиәләргә фәрештәләргә ҡушҡан. Сабыйҙар, бармаҡтарын имеп, иҫән ҡалған, ҙурайғас, өйҙәренә ҡайтҡан. Бер версия буйынса, Муса Зәфәр (Сәмири) шуларҙың береһе булған. Тарихсылар әйтеүенсә, ул никахһыҙ тыуған бала булған. Уны Ябраил фәрештә тәрбиәләгән. Муса Зәфәр Ябраил менгән хайуандың тояғы тейгән ерҙең йәнһеҙ заттарҙы терелтә алыуын белгән.
Утыҙ көндән һуң Муса әйләнеп ҡайтмағас, Исраил халҡында шик барлыҡҡа килә, иманы зәғифтәр, Муса вәғәҙәһен боҙҙо, тип уны ғәйепләй башлай. Сәмири атта сабып барыусы Ябраил фәрештәне таный. Уның атының тояғы тейгән урындан ер ала. Кешеләрҙән алтын әйберҙәр йыйып ала ла уларҙы иретә, иретмәнән быҙау һынын ҡоя, һындың ауыҙына Ябраил атының тояғы тейгән ерҙе һала. Һын шунда уҡ терелә һәм баҡыра башлай. «Был һеҙҙең һәм Мусаның аллаһы, − ти Сәмири быҙауға күрһәтеп, − Муса Аллаһу Тәғәләне эҙләп киткәйне, аҙашты һәм ҡайтып етә алманы. Теге ваҡытта Муса менән һөйләшкән, ағастан ишетелгән тауыштың хужаһы ошо инде − Аллаһ үҙе − һеҙҙең алдығыҙҙа», − тип, Самири Исраил халҡын ышандыра. Һарун уларҙын хаталаныуын әйтә, уларҙы хаҡ юлға баҫтырырға тырыша. Әммә исраилдар уны ишетергә лә теләмәй. Бөтә алты йөҙ мең халыҡ, ун ике мең кешенән башҡа, быҙауға табына башлай.
Аллаһу Тәғәлә Мусаға,ул Синай тауында булғанда, ырыу халҡының алтын быҙауға табына башлауы тураһында белдерә. «Нисек инде, эй Аллаһым?! − ти Муса аптырап, − Кем уға йән керетте?» «Мин, − ти Аллаһ, − сөнки уларҙың күңеле шуға тартыла ине». Муса,Тәүрат яҙылған таҡталарҙы алып, ҡайғылы хәлдә ырыуы янына ҡайта. Унда кешеләрҙең быҙау тирәләй бейеп йөрөгәнен күреп, Тәүратты ҡулынан төшөрөп ебәрә. Һул ҡулы менән Һарундың һаҡалына, уңы менән үҙенең сәсенә йәбешеп, туғанын әрләй башлай: «Ниңә һин уларҙы, аҙашҡандарын күргәс, туҡтатманың», − ти. Һарун,уның һүҙҙәре уларға тәьҫир итмәүе, уларҙы еңеү мөмкин булмауы тураһында әйтә.
Шунан Муса Самириҙы тотоп ала: «Һин нимә эшләнең?!» − ти. Тегеһе дөрөҫөн һөйләп бирә, һәм быны эшләргә нәфсеһе ҡотортоуын әйтә. Муса халыҡҡа: «Һеҙ үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылдығыҙ!», − ти. Быҙауға табыныусылар яңылышыуҙарын аңлай һәм Мусанан,хәҙер беҙгә нимә эшләргә, тип һорай. Мусаға Аллаһтан вәхи килә: Синай тауына барып, быҙауға табынған кешеләрҙе кисереүен һорап, Раббыға ялбарырға.
Муса ырыуҙан иң яҡшы етмеш кешене һайлап ала. Уларға ураҙа тоторға ҡуша һәм, Аллаһ менән һөйләшер өсөн, бергәләп юлға сығырға кәрәклеген әйтә. Синай тауына яҡынлағас, болот пәйҙә була һәм тауҙы уратып ала. Муса,диңгеҙгә сумған балыҡ кеүек, болот эсенә инеп китә һәм ҡалғандарҙы саҡыра.
Юлдаштары Мусаның йөҙөнә ҡарай алмай, сөнки Ғаләмдәр Раббыһы менән һөйләшеүсе пәйғәмбәр йөҙөндәге яҡты нурҙан уларҙың күҙҙәре ҡамаша. Аллаһ улар араһына пәрҙә төшөрә, һәм был етмеш кеше болот эсенә инә. Улар Аллаһу Тәғәләнең Мусаға төбәп әйткән һүҙҙәрен ишетә һәм бөтәһе лә сәждәгә йығыла. Аллаһ менән Мусаның һөйләшеүе тамамланғас, болот тарала. Ләкин, хатта ошо хәлдән һуң да, улар Мусаға ихтирамһыҙлыҡ күрһәтә: Аллаһтың йөҙөн үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәй тороп, һинең һүҙҙәреңә ышанмайбыҙ, тиҙәр. Ошоноң менән улар Аллаһтың асыуына тарый. Күктән фәрештәнең ҡот осҡос көслө тауыш яңғырай, был тауыштан барыһы ла ергә йығыла һәм бер-бер артлы йән бирә. «Йә Аллаһ, ошо йүләрҙәр арҡаһында барыбыҙҙы ла үлтереп бөтөрәһеңме ни? Мин халҡым янына нисек ҡайтырмын?» − тип әсенеп өндәшә Муса Аллаһу Тәғәләгә. Бер тәүлектән һуң Аллаһ тегеләрҙе, үлгән саҡтағы һымаҡ, бер-бер атлы, сиратлап терелтә.
Ырыуы янына ҡайтҡас, Муса,быҙауға табынып, юлдан яҙғандарға, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, тәүбә ҡылырға ҡуша. «Нисек тәүбә ҡылайыҡ?» − тип һорағандарға ул: «Гонаһ ҡылғандар имандарын һаҡлағандар ҡулынан үлергә тейеш», − ти. Тегеләр риза була. Улар, бер урынға йыйылып, тубыҡтарын ҡосаҡлап ултыра, ә быҙауға табынмағандар уларҙың баштарын сабып өҙөргә тейеш була. Ләкин үҙеңдең туғандарыңды, яҡындарыңды үлтереү еңел булмай, иманға тоғро ҡалыусылар ошо хаҡта Мусаға әйтә, һәм Аллаһу Тәғәлә ырыу өҫтөнә ҡара болот төшөрә. Гонаһлылар үҙҙәрен үлтереүселәрҙе күрмәй, уларҙы белергә тейеш тә булмаған. Сөнки, әгәр улар үлтереүсегә, кем икәнен белергә теләп, бер генә ҡараш ташлаһа ла, уның тәүбәһе ҡабул ителмәгән. Был хәл ҡояш байығансы дауам иткән, үлгәндәрҙең һаны етмеш меңгә еткән. Һарун менән Муса,халыҡ бөтөнләй юҡҡа сыға бит, тип, күҙ йәштәре менән Аллаһҡа ялбарған. Ғаләмдәр Раббыһы болотто таратҡан, үлтереште туҡтатырға ҡушҡан. Мәйет өйөмдәрен ҡүргәс, Мусаға бик ауыр була. Әммә, Аллаһтан вәхи килгәс, ул тыныслана: унан, үлгәндәрҙе һәм үлтереүселәрҙе Ожмахҡа ебәрергә ризаһыңмы, тип һорайҙар. Уларҙың тәүбәләре ҡабул булғанлығын Ҡөрьән дә раҫлай. Үлтерелгәндәр шәһит булып китә, ә тере ҡалғандарҙың гонаһтары ғәфү ителә.
Муса быҙауҙы һуйып яндыра, көлөн Нил йылғаһына һибә. Шунан кешеләргә Нил һыуын эсергә ҡуша. Һыуҙы эскәндән һуң, гонаһ эйәләренең йөҙҙәре һарғая, ирендәре ҡарая, ә мыйыҡтары ерән төҫкә инә. Быҙауға табынғандарҙы шулай айырғандар, шунан һуң ғына улар үҙ гонаһтарын таныған һәм тәүбә ҡылырға риза булған, тиелә.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
_______________________________________
1 Беҙ Һинең ҡушҡаныңды үтәргә әҙербеҙ