Муса. Фирғәүендең хурлыҡлы еңелеүҙәре

Муса. Фирғәүендең хурлыҡлы еңелеүҙәре

Муса. Фирғәүендең хурлыҡлы еңелеүҙәре

Әсәһе иҫенә килгәс, Муса  уға үҙе менән булған бөтә хәл-ваҡиғаны һөйләп бирә, Аллаһу Тәғәләнең уны Фирғәүен һәм уның халҡына илсе итеп ебәреүен әйтә.

 

Икенсе төндө, һуң булыуға ҡарамаҫтан, Муса ﷺ таяғын ала ла Фирғәүенгә китә. Таяғы менән ҡағылыуы була, батша һарайының бөтә ҡапҡалары ла асыла. Батша ишеге төбөндә һаҡта торған Һарун  аптырап китә. Ул Мусаға : «Төн уртаһында кем ҡунаҡҡа йөрөй? Бар, кире кит», − ти. Муса , ағаһын тыңлап, ҡайтып китә.

Икенсе көн иртән Муса , Фирғәүен менән осрашырға ниәтләп, өйҙән сыға. Уны күргән копттар (египетлылар), Фирғәүенгә Мусаның  килеүе тураһында хәбәр итәләр. Фирғәүен ҡурҡышынан, ағарынып, ҡалтырана башлай. Үҙенең вәзире Һәмәнгә Мусаны  төрмәгә ябырға ҡуша. Һәмән башта Муса  менән осрашырға тәҡдим итә. Фирғәүен ризалаша һәм, осрашыуға әҙерләнеп, үҙенең иң яҡын вәзирҙәрен йыйып ала, Һарунды  − үҙенең уң яғына, Һәмәнде һул яғына баҫтыра. Шунан Мусаны  саҡыралар.

Фирғәүен Мусаны  танымаған булып ҡылана: «Һин кем?» − тип һорай. Пәйғәмбәр: «Мин Ғәбд Аллаһ (Аллаһтың ҡоло)», − тип яуап бирә. «Муса, һин бит Фирғәүендең ҡоло, уның ҡолоноң улы, − тигән тәкәббер генә ҡәбәхәт батша. − Кемгә ебәрелдең, ниндәй маҡсат менән килдең?»

«Мин һиңә ебәрелдем, һине тәүхидкә (бер Аллаһҡа инанырға) саҡырыр өсөн», − тип яуап ҡайтара Муса .

Ул, Аллаһу Тәғәләгә хас сифаттарҙы һөйләп, үҙенең миссияһының маҡсатын аңлата. «Минең менән бергә һиңә илсе итеп минең ағайым да ебәрелде, − ти ул Һарунға  күрһәтеп. − Төш, ағай, тәхеттән. Аллаһ тарафынан һиңә нимә ҡушылған, шуны Фирғәүенгә еткер».

Һарун  тәхеттән төшә һәм, ҡустыһы һымаҡ, Фирғәүенгә мөрәжәғәт итә. Фирғәүен үҙенең иң хөрмәтле һәм ышаныслы вәзиренең Мусаны  яҡлауына иҫе китә. Асыуынан шартлай яҙып, икенсе вәзиренә уның өҫтөндәге кейемдәрен систерергә ҡуша. Тегеһе бойороҡто үтәй. Уны, ғәүрәтен ҡапларлыҡ ҡына ҡалдырып, шыр яланғас итеп сисендерәләр. Шунда Муса  уға үҙенең сапанын һалып бирә.

Фирғәүендең ҡушыуы буйынса, Һарун  менән Мусаны  Һәмән өйөнә алып ҡайта, уларҙы һыйлай. Ошо ваҡыт эсендә ул Фирғәүенде маҡтай, ә тегеләр уны бер Аллаһҡа иман килтерергә саҡыра. Шунан һуң Мусаны  ҡустыһы менән икеһен, Фирғәүен үҙенә саҡыра, уны ҡарап үҫтергәнен әйтеп үпкә белдерә һәм уны коптты үлтереүҙә ғәйепләй. Муса: «Мин быны теләп түгел, яңылышлыҡ менән эшләнем, шуның арҡаһында һеҙҙән ҡасып киттем, ә Аллаһ мине Үҙенең илселәренең береһе итте», − ти. Артабан ул Фирғәүендең Исраил улдарын нисек йәберләүен, яңы тыуған малайҙарын ҡанһыҙ рәүештә үлтереп, үҙҙәрен ҡолға әйләндереүен иҫенә төшөрә.

Фирғәүен нимә әйтергә лә белмәй, асыуынан буҙара. Ул Мусанан , һөйләгәндәреңде раҫларлыҡ берәй билдә бармы, тип һорай. Шул саҡ Мусаның  ҡулындағы таяғы көсөргәнештән ҡалтырай башлай. Муса  уны ергә ташлай, ә ул йыланға әүерелә. Фирғәүендең ҡото оса, ҡаса башлай, уның артынан башҡалар йүгерә.

Муса  ҡулын ҡултыҡ аҫтына тыға ла кире сығара, ҡулынан ап-аҡ нур сәселә. Бар тирә-яҡ бығаса булмаған ғәжәйеп бер мөғжизәле нурға күмелә. Ләкин Фирғәүен Мусаға  ышанырға йыйынмай, сөнки уның маңлайында Тамуҡ мисәте була. Ул Мусаны  сихырсылыҡта ғәйепләй һәм уға ҡаршы сихырсылар һайлай башлай. Ул етмеш мең сихырсы йыя, улар араһынан иң көслө ете меңде, артабан шуларҙың ете йөҙөн һайлап ала, иң һуңынан иң ҡеүәтле етмеш сихырсыны ҡалдыра. Фирғәүен, әгәр үҙҙәренең сихыры менән Мусаны  еңһәләр, уларҙы мул итеп бүләкләргә вәғәҙә бирә.

Билдәләнгән көндө, ҡояш сығыу менән, сихырсылар таяҡтары һәм бауҙары менән билдәләнгән урынға килә. Бик күп халыҡ йыйыла. Сихырсылар шунда уҡ халыҡтың күҙен быуа башлай: уларҙың таяҡ һәм бауҙары борғаланып ятҡан йылан булып күренә, йыландар йә бер-береһенә уралып, йомғаҡ кеүек була, йә тирә-яҡҡа шыуышып тарала.

Быны күреп, Муса  борсола башлай, ләкин Аллаһу Тәғәлә уға үәхи ебәрә: «Ҡурҡма, һин уларҙың сихырын еңәсәкһең», һәм уға таяғын ташларға ҡуша. Муса  ҡушҡанды үтәй, таяҡ шунда уҡ ете башлы дейеүгә әйләнә һәм, йыландар тәлмәрйендәрҙе йотҡан кеүек, тегеләрҙең «йыландарын» (таяҡ һәм бауҙарын) бер-бер артлы йотоп бөтөрә, шунан һуң ҡалҡыу урында тамаша ҡарап ултырған һәм артабан нимә булырын көткән Фирғәүен менән уның ярандарына табан йүнәлә.

Шулай итеп, сихыр фашлана, хәҡиҡәт еңә. Һәм етмеш сихырсының бөтәһе лә, Мусаның  ысынлап та Аллаһ илсеһе булыуына ышана, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шәһәҙәт әйтә. Бөтәһе лә, тәүбәгә килеп, Ғаләмдәр Раббыһына сәждә ҡыла.

Фирғәүен, уның рөхсәтенән башҡа Мусаға  иман килтергәндәре өсөн, асыуынан шартларҙай була. Бахырҡайҙарҙың барыһын да, аяҡ-ҡулдарын сабып, пальма ағасына ҡаҙаҡлата. Шулай итеп, иртән генә иманһыҙ булған сихырсылар кискеһен шәһит үлеме менән йән бирә.

Фирғәүен, бөтә тырышлыҡтары юҡҡа сыҡҡанға бөтөнләй кәйефе төшөп, өйөнә ҡайтып китә. Муса  иһә, Фирғәүенде хурлыҡҡа ҡалдырып, Исраил улдары йәшәгән лагерға китә.

Фирғәүен, сихырсылар унан баш тартҡандан һуң, кешеләргә ышанысын бөтөнләй юғалта. Исраил өммәтен яңынан йәберләй башлай, уларҙы бушҡа эшләтә һәм копттарға уларға ҡарата көс ҡулланыуҙа тулы ирек бирә. Түҙерлек әмәл ҡалмағас, Исраил халҡы Мусаға  зарлана башлай. Бөтәһен дә белеп тороусы Аллаһу Тәғәләнән Муса  менән Һарунға , копттар йәшәгән ҡасабаны ҡалдырып, Мысырҙа үҙҙәренең халҡы менән айырым йәшәргә әмер килә.

Фирғәүен Муса  менән һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙлығын аңлай һәм, нисек уның Аллаһын күрергә икән, тип уйлана башлай. Ул Һәмән менән кәңәшләшә лә бейек башня төҙөргә ҡарар итә. Ул бығаса бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла булмаған бейеклектәге башня төҙөтөү өсөн илле мең оҫта һәм етерлек һанда ябай эшселәрҙе йыя. Ҡоролманы төҙөүгә ете йыл ваҡыт китә.

Ҡанһыҙ Фирғәүенгә әллә күпме байлыҡ, көс бирелгәнен күреү Мусаға  ауыр була. Уны йыуатыр өсөн Аллаһтан, башняны юҡ итеү Уға бер ни ҙә тормай, тигән вәхи килә. Ябраил фәрештә, үҙенең ҡанаты менән бер генә һелтәп, башняны өс өлөшкә яра. Уның бер өлөшө диңгеҙгә ауа, икенсе өлөшө − Һиндостанға, өсөнсөһө Көнбайышҡа барып төшә.

Икенсе риүәйәттә, Ябраил  бер ҡанаты менән ҡоролманы Фирғәүен ғәскәре өҫтөнә ауҙара, һәм башняны ҡороуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә иҫән ҡалмай, тиелә.

Раббының ҡеүәтенә хайран ҡалған Фирғәүен аңлай: Уға ҡаршы бер ниндәй сихыр ҙа, хәйлә лә ярҙам итмәй. Иң яҡшыһы − күҙгә күренгән дошман менән көрәшеү, тип уйлап, Мусаға  ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә башлай.

Был юлы Аллаһ Фирғәүенгә, күҙе асылһын өсөн, күп төрлө билдәләр күрһәтә. Халҡына төрлө бәләләр ебәрә − унда Муса  менән һуғышыу ҡайғыһы булмаһын өсөн. Беренсе һигеҙ көндә көслө ҡойма ямғырҙар ебәрә, улар бөтә сәсеүлектәрҙе юҡ итә, йорттарҙы баҫа, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе һәләк итә. Кешеләр Фирғәүенгә килә, батша уларҙың зарына иғтибарһыҙ ҡала алмай − юҡһа уның «аллаһ» икәнлегенә ышаныусы ҡалмаясаҡ. Ул кешеләргә яҡшы һүҙҙәр әйтеп, ҡайтарып ебәрә. Үҙе иһә Мусаға  өндәшергә мәжбүр була. Ул пәйғәмбәрҙән, Аллаһтан халыҡты бәләнән ҡотҡарыуын һора, тип үтенә.

Ямғыр ташҡынынан копттар ғына зыян күрә, Исраил халҡына ул ҡағылмай, уларҙың өйҙәре лә, үҙҙәре лә имен ҡала. Мусала  өмөт уяна: ошоларҙы күргән Фирғәүен, бәлки, иманға килер, тип уйлай ул, һәм Аллаһу Тәғәләнән уларға ярҙам итеүен һорап, доға ҡыла. Аллаһ Мусаның доғаһын ишетә, һәм египетлылар бәләнән ҡотола. Әммә. ошоларҙы күрә тороп, Фирғәүен дә, уның халҡы ла көнө-төнө Мусаға  ҡаршылыҡ ҡылыуҙан туҡтамай. Бәлә үтеп киткәс, тирә-яҡ йәшеллеккә сума, болон, баҡсалар шау сәскәгә күмелә − былар бөтәһе лә ҡойма ямғырҙарҙың һөҙөмтәһе, тиҙәр улар.

Аллаһ асыулана һәм уларға ҡара сиңерткә (саранча) яуы ебәрә, һөҙөмтәлә, уларҙың сәсеүлектәренән бер ни ҙә ҡалмай. Копттар йәнә Фирғәүенгә килә, ул тегеләрҙе тынысландыра ла, үҙе яңынан, оялмай-нитмәй, Мусанан  ярҙам һорап, инәлә башлай. Әгәр Муса  ҡара сиңерткәнән ҡотолорға ярҙам итһә, уның пәйғәмбәрлеген танырға, Аллаһҡа иман килтерергә һәм Исраил өммәтен пәйғәмбәр менән бергә иреккә ебәрергә вәғәҙә бирә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...