Әҙәптәр

Әҙәптәр

Хөкөмдар әҙәбе

 

  • Һәр ваҡыт һөйләшмәҫкә тырышырға кәрәк
  • Етди булырға
  • Ҡулдар менән бик һелтәнмәҫкә
  • Кешеләргә насар ҡыланырға рөхсәт итмәҫкә һәм ҡанундарҙы боҙорға юл ҡуймаҫҡа
  • Тол ҡатындарға һәм йәтим-дәргә яҡшы мөғәмәләлә булыу
  • Дәғүәсегә һәм яуап биреүсегә яҡшы мөғәмәләлә булыу
  • Бер яҡҡа ғына бөгөлмәҫкә, ғәҙеллек менән хөкөм итергә
  • Киреһенсә уйлағандарға нәсихәт бирергә
  • Дөрөҫ хөкөм итер өсөн, Алаһҡа ялбарырға

 

 

Шаһиттың әҙәбе

 

  • Яуаплылығыңды яҡшы аңларға һәм һис ҡасан ғәҙеллектән баш тартмаҫҡа
  • Шаһитлыҡ ҡылған эш буйынса мәғлүмәттәрең дөрөҫ булырға тейеш
  • Мөһим мәғлүмәттәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышырға тейеш
  • Хакимдар менән бәхәсләшмәҫкә тейеш

 

 

Тотҡондоң әҙәбе

 

  • Аллаһтан башҡа бер кемдән дә ярҙам көтмәҫкә
  • Аллаһтың талабын боҙоп, кәмһенмәҫкә
  • Аллаһ мине ҡотҡарыр, тигән өмөттө өҙмәҫкә
  • Аллаһ ҡарамағында булғаныңды һәм Ул һине күреп торғанды аңларға
  • Нисек тә дошманыңдың әйберҙәре менән файҙаланмаҫҡа, Аллаһ ҡушҡан осраҡтарҙан башҡа
  • Бер кемдең дә алдында иламаҫҡа һәм уфтанмаҫҡа, Аллаһтан башҡа бер кемдән дә ярҙам һорамаҫҡа

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...