Муса

Муса

Исраил тоҡомоноң Аллаһ ﷻ асыуына тарыуы

Джәббәриндәр (алпамышалар) Исраил кешеләренән ике тапҡырға эрерәк була. Уларҙың берәүҙәре әсирҙәрҙе юҡ итергә теләй, икенселәре ҡол итеп ҡалдырырға тәҡдим итә. Улар көнө буйы бәхәсләшә, әммә дөйөм бер фекергә килә алмай. Төнөн иһә әсирҙәр ҡаса. Үәди-әл-ғүнҡуд үҙәненә килеп еткәс, туҡтап ял итеп алалар, шунда улар үҙҙәре менән анар емеше һәм виноград тәлгәше ала. Һәр емеште икешәр кеше көскә күтәреп алып ҡайта. Ҡайткас, Муса янына килеп, бөтәһен дә һөйләп бирәләр, емештәрҙе күрһәтәләр. Исраилдарҙың йөрәген ҡурҡыу солғап ала. Ғәләмәт ҙур емештәрҙе күреп, улар йәнә Мусаға ҡаршылаша, джәббәриндәр ҡалаһына барыуҙан баш тарта. «Һуғышҡа Аллаһың менән бергә үҙең кит, ә беҙ бында ҡалабыҙ. Алпамышалар менән алышҡансы, Фирғәүен хаҡимлығы аҫтында булһаҡ, еңелерәк булыр ине. Ариха (Иерихон) ҡалаһында джәббәриндәр йәшәгән саҡта, беҙ унда аяғыбыҙҙы ла баҫмаясаҡбыҙ», − тип ҡырт киҫә Исраил халҡы.

Муса Аллаһу Тәғәләнән улар араһынан антты боҙған кешеләрҙе айырыуҙы һорай. Пәйғәмбәрҙең доғаһына яуап итеп, Ғаләмдәр Раббыһы, фәсиҡтар (гонаһ ҡылыусылар) өсөн Шәм еренең ҡырҡ йылға харам ҡылыныуы тураһында үәхи төшөрә. Биргән вәғәҙәләрен боҙоусыларға яза бирелә, һәм улар ҡырҡ йыл эсендә, далала мал һымаҡ аҙашып, бер-бер артлы үлеп бөтәләр.

Аллаһу Тәғәлә Мусаға, әгәр Исраил тоҡомдары Уға биргән вәғәҙәләрен үтәһә, Ул уларҙы ташламаясаҡ һәм джәббәриттәрҙе еңергә ярҙам итәсәге тураһында әйткән була. Шулай уҡ Муса, Исраил өммәтенең һәр быуынынан һайлап алынған ун ике кешене раведкаға ебәргәндә, ҡайтҡас, унда күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан була. Әммә, Исраил халҡы Аллаһҡа биргән вәғәҙәһен боҙған кеүек, разведчиктар ҙа, пәйғәмбәр ҡушҡанды тыңламайса, джәббәриттәр, уларҙың көсө тураһында барыһына ла һөйләй. Улар йәшерен серҙе сисеү генә түгел, һуғышҡа барыуҙан баш тарталар һәм асыҡтан-асыҡ фетнә тараталар. Улар араһынан бары тик тәҡүәлектәре менән айырылып торған Йуша пәйғәмбәр һәм Кәлиб кенә вәғәҙәләренә тоғро ҡала.

Раббыға биргән вәғәҙәләрен боҙоу сәбәпле, Исраил халҡы Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәтенән мәхрүм ителә. Улар өсөн Шәм ере хәрәм ҡылына һәм, юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың һәр береһе үҙенең һәләкәтен таба.

Муса Тиһ тигән урында ҡырҡ йыл тора, мөҙҙәт үтеү менән мөьминдәр менән бергә Ариха тауына китә һәм иманға килмәгән халыҡты буйһондора, тегеләр төрлө яҡҡа ҡасып китә. Ғаләмдәр Раббыһы Мусаға ярҙам итә, һәм улар, үҙ вәғәҙәләренә тоғро ҡалғанлыҡтан, еңеүгә ирешә. Аллаһ бит вәғәҙәгә тоғро ҡалғандарҙы ярата, ә вәғәҙәне үтәмәү − гонаһ. Бынан тыш Тиһта үлеп ҡалған кешеләр, күктән төшөрөлгән маннаға мөрхәтһенмәй, оялма-йынса, Мусаның Аллаһтан ерҙә үҫкән йәшелсә-емеш һорауын талап иткән.

Ошо әҙәпһеҙ, ытырғаныс ҡылыҡтары, Раббыны һәм пәйғәмбәрҙе тыңламағандары өсөн улар Аллаһтың асыуына тарый, һәм Аллаһ уларҙы Ҡиәмәт көнөнә тиклем туҡтауһыҙ кәмһетелеү һәм нәфрәт аҫтында, фәҡирлек һәм хәйерселектә, мохтажлыҡта (байлыҡтары булыуға ҡарамаҫтан) йәшәргә дусар итә. Уларҙың байлыҡтары артып торһа ла, уларға был аҙ булыр (улар бының менән туймаясаҡ). Ҡөрьән аяттарында әйтелгәнсә, фәҡирлек уларҙың йөрәгенән юғалмаясаҡ.

Пәйғәмбәрҙәр, аталы-уллы Зәкәриә менән Яхъя, Исраил тоҡомдары тарафынан йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шулай уҡ Ҡөрьәнгә аңлатма биреүселәр был халыҡтың бер көн эсендә етмешкә яҡын пәйғәмбәрҙе үлтереүе хаҡында әйтә. Улар Ғайсаны үлтереүҙәре хаҡында һөйләй башлағас, Аллаһ уларҙың йөрәгендәге фәҡирлекте тағы ла арттыра һәм улар араһында йөрәген хәйерселек ҡапламаған бер генә кеше лә юҡ.

Көнсөллөк (хөсөтлөк) арҡаһында улар бөтә донъяға рәхмәт өсөн Илсе итеп ебәрелгән һәм уның аша Изге Китап − элекке барлыҡ Изге Яҙмаларҙы, шул иҫәптән, Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлеге хаҡында хәбәр иткән Тәүратты алмаштырыусы − Ҡөрьән-Кәрим төшөрөлгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ эйәрмәйҙәр.

Аллаһ әйтте (мәғәнәһе): «Беҙ һеҙҙе болот менән ышыҡланыҡ (эҫенән), бәрәкәтле ризыҡ менән туҡланығыҙ, тип, манна менән бүҙәнә төшөрҙөк. Әммә улар (ҡаршылашып) Беҙгә түгел, үҙҙәренә зыян килтерҙе» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 57-се аят)

Аллаһ әйтте (мәғәнәһе): «Һеҙ: «Эй, Муса, беҙ гел бер төрлө аҙыҡҡа түҙә алмайбыҙ. Һин Раббыңдан һора, Ул беҙгә ерҙә үҫкән йәшелсәләр: ҡыяр, һарымһаҡ, борсаҡ, һуған бирһен», − тинегеҙ. Ул: «Һеҙ яҡшыраҡты насарыраҡҡа алмаштырыуҙы теләйһегеҙме? Мысырға китегеҙ, һеҙ һораған нәмәләр − шунда», − тине. Һәм улар хурлыҡҡа, бөлгөнлөккә төштө, Аллаһтың асыуына тарыны. Был − бөтәһе өсөн дә: Аллаһтың аяттарын ялғанға һанағандары, пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре, буйһонмағандары, сиктән сығып, енәйәт ҡылғандары өсөн» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 61-се аят).

 

Аллаһтың Мусаны Синай тауына саҡырыуы һәм уға Тәүрат яҙылған таҡтаны (Изге Яҙма таҡтаһы (скрижали) тапшырыуы

Муса Мысырҙа саҡта уҡ Исраил улдарына, уларға дөрөҫ йәшәү ҡанундарын күрһәткән, изгелек менән яуызлыҡты айырырырға өйрәтә торған китап менән киләсәге тураһында әйткән була. Фирғәүен һәләк булып, уның иҙеүенән ҡотолғас, исраилдар Мусанан шул китапты талап итә башлай. Пәйғәмбәр, уларҙың талабын ҡәнәғәтләндереүҙе һорап, Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Һәм Ғаләмдәр Раббыһы үәхи ебәрә: уға утыҙ көн ураҙа тоторға, шунан һуң, ғөсөлләнеп, таҙа кейем кейергә һәм Синай тауына (Тура Сайнағ) килергә ҡуша. Ошоларҙы үтәгәндән һуң, Аллаһу Тәғәлә уның менән һөйләшергә һәм китапты биреп ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Муса Уның бөтә ҡушҡандарын үтәй һәм юлға сыға. Синайға килеп еткәс, Аллаһ менән осрашыр алдынан, ураҙа тотоусының ауыҙынан килә торған еҫте бөтөрөр өсөн, мисүәк менән ауыҙын таҙарта. Ләкин фәрештәләр өсөн был еҫ мускусҡа ҡарағанда ла хуш еҫлерәк була, ә инде еҫ юғалғас, уларҙың кәйефе ҡырыла. Һәм Аллаһу Тәғәлә Мусаға тағы ун көн ураҙа тоторға ҡуша, ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ мускус еҫенән тәмлерәк икәнен әйтә. Муса көндөҙ ҙә, төндә лә ураҙа тотҡанлыҡтан, Ҡөрьәндә, ураҙаның сиген күрһәтеү өсөн, тик төн тураһында ғына әйтелә, (ә көндөҙ ураҙалы булыу былай ҙа билдәле бит). Тәүлек әйләнәһенә ураҙа тотоуға килгәндә, ул пәйғәмбәрҙәрҙән башҡа кешеләргә тыйылған. Аллаһу Тәғәлә, тыйылған һәм рөхсәт ителгәндең сиктәренән сыҡмаҫ өсөн, һәр кемгә лә файҙалы ғилем бирһен!

Тағы ла ун көн, йәмғеһе, ҡырҡ көн, ураҙанан һуң Муса ﷺ, ғөсөлләнеп, таҙа кейем кейә һәм юлға сыға. Синай тауында ул Аллаһу Тәғәлә менән һөйләшә, Аллаһ әңгәмә аша Мусаны Үҙенә яҡынайта, икеһе араһында етмеш пәрҙәнең береһен генә ҡалдыра, шул ваҡыт эсендә Мусаның йөрәге бөтә донъяуи нәмәләрҙән таҙара, һәм ул Раббының Үҙен күрергә теләй. Үтенесен белдергәс, Аллаһ уға быны күтәрә алмаясағын әйтә. «Мәдйән тауҙарының иң бейеге − Зәбиргә ҡара. Әгәр тау, Мине күргәс, урынында ҡалһа, һин дә Мине күрә алырһың», − тигән Ғаләмдәр Раббыһы. Ҡайһылыр тауҙың Аллаһ Ҡарашына лайыҡ буласағын белеп ҡалғас, һәр тау, Аллаһ мине һайлаясаҡ, тип уйлап, башҡа тауҙар алдында маһая, ғорурлана башлай. Зәбир тауы иһә: «Нимә өсөн миңә ундай хөрмәт күрһәтелергә тейеш», − тигән түбәнселек менән. Быны күреп, Аллаһ уны юғары дәрәжә (изгеләр дәрәжәһен) алырға өмөтләнеп маһайған тауҙарҙың барыһынан да бейегерәк итә.

Аллаһу Тәғәлә Зәбир тауына үәхи ебәрә: «Мине күрергә көсөң етерме?» − ти. Аллаһтың һүҙҙәренән тетрәнгән тау Мусаның күҙ алдында емерелә.

Тауға Илаһи нурҙың төшөүе хаҡында Ҡөрьәндә әйтелә, әммә был хәлдең нисек, ни рәүешле булыуын ғалимдар төрлөсә аңлата. Беҙ иһә уны Аллаһтың Үҙенә ҡалдырабыҙ − Ул яҡшыраҡ белә.

Тауға Аллаһ нуры төшкән саҡта, утҡа табыныусыларҙың уттары һүнә, ботҡа табыныусыларҙың боттары ергә ауа. Ер йәшәрә, тоҙло һыу шәрбәтләнә, башҡа төрлө мөғжизәләр ҙә була, ә тау ҡалтырана һәм емерелә. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Әнәс риүәйәт иткән хәҙисендә әйтелеүенсә, Зәбир тауы алты өлөшкә бүленгән һәм алты тау хасил булған: Үхүд, Варкан һәм Разуа Мәҙинәгә күсерелгән, Хира, Ҫаур, Сабир − Мәккәгә. Тауҙың емерелеүен күргән Муса аңын юғалта. Был − Ғәрәфә көнөнә тап килгән кесаҙна көнө була. Раббы Мусаның үле тәненә йән өрә (ҡайһы берәүҙәр, Муса һуштан яҙмай, ә үлгән була, тип иҫәпләй), һәм ул терелә. «Мин Һинең йөҙөңдө күреүҙе күтәрә алмаҫымды аңланым», − ти Муса Аллаһу Тәғәләгә һәм Уға тәсбих әйтә.

 

Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында

 

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...