Әбү Бәкер Сиддиҡ тураһында

Әбү Бәкер Сиддиҡ тураһында

Барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙән һуң иң лайыҡлыһы – Әбү Бәкер Сиддиҡ . Уның исеме буйынса ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр бар. Кемдер уның исеме Ғәтиҡ ти, әммә иң дөрөҫө булып Ғабдуллаһ исеме һанала, Әбү Бәкер – уның ҡушаматы. Атаһының исеме – Ғосман, уның Әбү-Ҡахәфәт тигән ҡушаматы булған. Әсәһенең исеме Өммө-хайр Сахр ҡыҙы (Сахр ибне Ғүмәр).

 

Әбү Бәкерҙең ата-әсәһе, бар балалары Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ваҡытында йәшәгән һәм улар барыһы ла Ислам динен ҡабул иткән. Бындай хәл бер сәхәбә менән дә булмаған.

«Ирекле ирҙәр араһынан Аллаһҡа беренсе булып Әбү Бәкер инанған, балалар араһынан – Ғәли, ҡатындар араһынан – Хәдижә, азат ителгәндәр араһынан – Зәйд ибне Харис, ҡолдар араһынан – Билал», – ти шәйех Тәҡиүтдин.

Әбү Бәкерҙең иң маҡтауға лайыҡлы сифаттарының береһе – ул бөтөн мөлкәтен Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ тотонған.

Ибне Ғүмәрҙән еткерелгәнсә: «Мин Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән ултырғанда, уның эргәһендә Әбү Бәкер бар ине. Ул өҫтөнә плащ һымаҡ итеп абая ябынған. Күкрәге эргәһендә элмәк урынына бер таяҡса тора ине.

Шул саҡта ергә Ябраил фәрештә төшә лә: «Был нимә ул? Мин Әбү Бәкерҙе тик плащта ғына күрәм», – тип өндәшә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ул Мәккәне алыр алдынан үҙенең мөлкәтен миңә сарыф итте», – ти.

Шунан Ябраил әйтә: «Ысынында, Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһу Тәғәлә уны сәләмләй һәм, Әбү Бәкерҙән: «Фәҡирлектә һин Минән ризаһыңмы?» – тип һора, ти. Шунан Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Йә, Әбү Бәкер, Аллаһу Тәғәлә һине сәләмләй һәм һинән: «Һин фәҡир сағыңда Минән ризаһыңмы әллә риза түгелһеңме?» – тип һорай.

«Нисек мин Раббымдан риза була алмайым. Мин Раббымдан ризамын», – тип өс тапҡыр ҡабатлай Әбү Бәкер .

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Әбү Бәкерҙе ныҡ хөрмәт иткән һәм ҡәҙерләгән. Сәхәбәләргә уның юғары дәрәжәһе тураһында белгерткән һәм уны ҡалғандар алдында маҡтаған.

Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең урынына намаҙҙа уны ҡалдырыр булған.

Шулай уҡ Әбү Бәкер мәмерйәлә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ юлдашы булған һәм унан һуң тәүге хаҡ хәлифә булған.

Ул ике йыл дауамында хәлифәт менән идара итә. Шунан хижри буйынса 13 йылда вафат була. Уға 63 йәш була. Уның барлыҡ сифаттарын һәм баһаһын был бәләкәй күләмле китапта һанап бөтөп булмай.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...