Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Эй дин ҡәрҙәштәребеҙ! Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ, иң хәйерле кешегә, салауат һәм сәләм әйтеүҙә тырышлыҡ күрһәтегеҙ! Мотлаҡ ул беҙгә күк болоттар менән ҡапланған көндә шәфәғәт итер.

 

Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеү-ҙең ҡыҫҡасаһы "Пәйғәмбәребеҙгә салауат үә сәләм булһын" тиеүҙән ғибәрәт.

Ҡөрьән-Кәримдә мөьминдәргә түбәндәге аят менән Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтергә әмер ителгән:

 

 

إِنَّ اللَّهَ وَمَلَآئِكَتَهُ يُصَلُّونَ عَلَى النَّبِيِّ.

 يَآأَيُّهَا الَّذِينَ ءَامَنُوا صَلُّوا عَلَيْهِ وَسَلِّمُوا تَسْلِيمًا

 

"Иннәллааһә үә мәләәәә-икәтәһүү йүсаллүүнә ғәлән-нәбийй. Йәә әййүһәлләҙиинә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә".

(Мәғәнәһе: Һис шикһеҙ, Аллаһ һәм Уның фәрештәләре Пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы сәләм менән сәләм бирегеҙ) ("Әхзәб" сүрәһе, 56-сы аят).

Был аят кәримәлә әйтелгәнсә, хатта Аллаһ Үҙе үә фәрештәләр пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтә. Уларҙың салауаттары – ул динебеҙ өсөн, пәйғәмбәребеҙ өсөн доға. Ин шәә Аллаһ, динебеҙ ҡеүәтләнер, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең дәрәжәһе тағы ла үҫер. Быны Аллаһ вәғәҙә иткән.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: «Эй кешеләр! Арағыҙҙан Ҡиәмәт ғазаптарынан иң ҡотолоусы, имен ҡалған шул булыр, кем миңә күберәк салауат әйтә. Аллаһтың һәм фәрештәләрҙең салауаты ла етер ине, ләкин Аллаһ Үҙенең һөйөклө пәйғәмбәренә салауат әйтеүҙе бойорҙо, әжер-сауапҡа ирешһендәр өсөн». (Дәйләми).

Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән был турала һорағас, ул түбәндәге яуапты биргән:

 

اللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِ مُحَمَّدٍ كَمَا صَلَّيْتَ عَلَى إِبْرَاهِيمَ

وَعَلَى آلِ إِبْرَاهِيمَ إِنَّكَ حَمِيدٌ مَجِيدٌ* وَبَارِكْ عَلَى مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِ

 مُحَمَّدٍ كَمَا بَارَكْتَ عَلَى إِبْرَاهِيمَ وَعَلَى آلِ إِبْرَاهِيمَ إِنَّكَ حَمِيدٌ مَجِيدٌ

 

"Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә салләйтәғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиим. Иннәкә хәмиидүм-мәджиид. Үә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә бәәрак тәғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиим. Иннәкә хәмиидүм-мәджиид".

Күреүебеҙсә, был − намаҙ ваҡытында "Әт-Тәхиййәт"тән һуң уҡылған доға. "Әт-Тәхиййәт" доғаһы ла Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ килтерелгән салауат-сәләмдер. Шулай итеп, бер мосолман, Ҡөрьәндәге аятҡа эйәрәм, тип, салауат әйтергә теләһә, намаҙ тышында ла "Әт-Тәхиййәт" һәм "Аллааһүммә салли үә бәәрик" доғаларын укый ала.

Пәйғәмбәребеҙгә салауат килтереүҙең бик сауаплы булыуы аят һәм хәҙистәрҙән дә билдәле. Аллаһу Тәғәләнең Пәйғәмбәренә салауат килтереүе беҙҙең кеүек салауат уҡыу түгелдер. Уның салауат килтереүе — Пәйғәмбәренә рәхмәт һәм бәрәкәтен индереүе, уның бөтә гонаһтарын ғәфү итеүелер. Фәрештәләр иһә уның өсөн истиғфар итерҙәр.

Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләре эргәһенә көләс йөҙ менән килгән. Ул: "Ябраил ғәләйһис-сәләм миңә килеп: "Эй Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы?” − тине. Бына шул сәбәптән һөйөндөм", — тигән.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ башҡа бер хәҙистә: "Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итерҙәр. Шулай булғас, теләгән кеше салауатын аҙайтһын, теләгәне күбәйтһен", – тигән. Был хәҙистән шул аңлашыла: кем Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеп, барлыҡ мосолман донъяһына доға ҡыла, фәрештәләр, шул доғаны унға арттырып, тағы ла ҡылып ҡуялар. Ә уларҙың доғаһы ҡабул була...

Был уңайҙан ҡайһы бер хәҙистәрҙә түбәндәгеләр әйтелә:

 

أولى الناس بي يوم القيامة أكثرهم عليّ صلاة

 

"Ҡиәмәттә кешеләрҙең миңә иң яҡыны − миңә күп салауат әйткәнелер" (Тирмиҙи).

"Мин иҫкә алынғанда, миңә салауат килтермәгән кеше — иң һаран кешелер" (Нәсә′и, Ибне Хиббән, Хәким, Тирмиҙи).

"Миңә йома көндәре күп салауат әйтегеҙ."

“Минең исемемде ишеткәс, миңә салауат (салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм йәки ғәләйһис-сәләм, тип әйтеү) әйтмәгән кеше тупаҫлыҡ ҡылған булыр”. (Бәйһаҡи).

“Минең исемемде ишетеп, миңә салауат әйтмәгән кеше, йәннәткә алып барыусы юлдан яҙыусы” (Табәрани).

“Минең исемемде ишетеп, миңә салауат әйтмәгән кеше бәхеттән мәхрүм ҡалған кеше”. (Ибне Сүнни).

“Кем иртәле-кисле миңә 10 тапҡыр салауат әйтә − Ҡиәмәттә минең шәфәғәтем уға лайыҡ булыр”. (Табәрани).

“Салауат әйтелмәйенсә ҡылынған доға ҡабул булмаҫ”. (Дәйләми).

“Минең ҡәберем ҡырында миңә салауат әйтһәгеҙ, мин ишетермен”. (Бәйһаҡи).

“Кем миңә бер тапҡыр булһа ла салауат әйтә − уға бер Ҡырат сауап яҙылыр. Ул Ҡырат – Өхөд тауы ҡәҙәрем булыр”. (Ғабдурраззаҡ).

“Йома көнөндә көнөн дә, төнөн дә миңә салауат әйтегеҙ. Уға мин Ҡиәмәттә шаһит үә шәфәғәтсе булырмын.” (Бәйһаҡи).

"Ер йөҙөндә әйләнеп йөрөгән фәрештәләр бар, улар өммәтемдең сәләмен миңә еткерерҙәр".

«Әгәр берәйһе китапта миңә салауат яҙып ҡалдырһа, шул китап туҙып, юҡҡа сыҡҡансы, фәрештәләр гонаһтарына истиғфар ҡылып торорҙар». (Табәрани).

 

"من صلى علي صلاة واحدة صلى الله عليه عشر صلوات ، وحط عنه عشر خطيئات، ورفعت له عشر درجات"

 

"Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итерҙәр, ун гонаһ-хатаһы ғәфү ителер һәм ун дәрәжә бирелер.”(Нәсә′и, Саху, 55).

Юғарыла килтерелгән аят, хәҙистәрҙән аңлашылғанса, берәй мәжлестә йәки берәй ерҙә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ исеме телгә алынғанда, "Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә үә нәбиййинәә Мүхәммәд" тип, уны сәләмләргә кәрәк. Ләкин вәғәздә, дини дәрестә, мәҫәлән, балаларға Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тарихын аңлатҡанда, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ исеме шул тиклем күп телгә алына һәм һәр осраҡта салауат әйтеү бик күп вакытты алыр ине. Был осраҡтарҙа бер-ике мәртәбә салауат килтереү менән сикләнергә мөмкин. Дәресте аңлаткан кеше:

"Пәйғәмбәребеҙгә салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм", — тип кенә әйтеп уҙһа ла була. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: һәр мосолман Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡарата булған мөхәббәт хистәрен балаларының күңеленә лә һеңдерергә тейеш, сөнки Уны ﷺ һөйгән кеше ике доньяла ла һөйөлөр.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Илшат Хафизиҙың “Салауат Шәрифтәр” китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...