Мосолмандарҙың Мәҙинәгә күсенеүе
Йәсриб мосолмандарының Әғҡәбәлә Пәйғәмбәргә ﷺ ант биреүҙәре тураһында ишеткәс, Мәккә мөшриктәре һағая һәм мосолмандарға баҫым көсәйә. Аллаһу Тәғәлә үәхи аша Үҙенең Рәсүленә ﷺ күсә торған урынын ҡүрһәтә. Шунда Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренә күсенергә ваҡыт етеүе тураһында әйтә. Шунан һуң мосолмандар ғаиләләре менән Йәсрибкә күсенә башлай. Мәжүсиҙәрҙең ҡамасаулауынан ҡурҡып, улар йәшерен генә, төндә генә ҡаланан сығып китә.
Йәсрибкә беренсе күсенгән мосолман Әбүсәләм ибне Мәхзүм була. Ул унда Әғҡәбәләге беренсе анттан һуң уҡ киткән була. Сухайб ибне Синандың Йәсрибкә йыйыныуын белеп ҡалған ҡорайыштар уға: «Һин беҙгә хәйерсе хәлендә килдең, ә хәҙер бында йыйған байлығың менән икенсе ергә китергә итәһең. Беҙ һине ебәрмәйбеҙ», – тиҙәр. Сухайб уларҙан: «Әгәр мин бөтәһен дә һеҙгә бирһәм, мине ебәрерһегеҙме?» – тип һорай. Тегеләр ризалыҡ белдергәс, Сухайб уларға бөтә мал-мөлкәтен ҡалдыра ла күсеп китә. Был турала ишеткән Пәйғәмбәр ﷺ: «Сухайб отто!» – тип ике тапҡыр ҡабатлай.
Юлға сығыр алдынан, ҡулына ҡоралын тотҡан Ғүмәр ибне Хаттаб, Ҡәғбә тирәләй урап, уның менән хушлашырға килә. Мөшриктәргә Ғүмәр былай тип өндәшә: «Мин, үҙемдең динемде һаҡлау һәм яҡлау маҡсатынан, бынан күсеп китәм. Әгәр һеҙҙең арала кем дә булһа берәү, әсәһенең – улһыҙ, ҡатынының – тол, ә балаларының йәтим ҡалыуын теләй икән, ошо ҡалҡыулыҡ артындағы яланға сыҡһын». Һәм ул егерме мосолман менән асыҡтан-асыҡ Йәсрибкә юл тота. Ҡорайыштар, Ғүмәрҙән ҡурҡып, уларҙың юлына арҡыры төшөргә ҡыймай.
Ғүмәр менән юлға сығыусылар араһында Әбүджәһлдең Аяш ибне Әбүрабиа исемле ҡустыһы ла була. Мосафирҙар Ҡубала туҡталғас, унда Әбүджәһл менән икенсе туғаны Харис килеп етә. Улар мосолмандарҙан ҡустылары менән осрашырға рөхсәт һорай. Һәм Аяшҡа: «Әсәйең, һине күрмәй тороп, сәсен тарамаҫҡа һәм ҡояш эҫеһенән күләгәгә ҡасмаҫҡа нәҙер әйтте», – тиҙәр. Аяшҡа әсәһе йәл булып китә һәм ул Ғүмәрҙән әсәһен ҡайтып күрергә лә кире килергә рөхсәт һорай. Ғүмәр уны иҫкәртеп: «Эй Аяш, был кешеләр тик бер теләк менән яна – һине исламдан айырыу. Уларҙан һаҡ бул. Әгәр әсәйеңдең башы бетләй башлаһа, ул сәсен тараясаҡ, ҡояш түҙгеһеҙ көйҙөрә башлаһа, ул мотлаҡ күләгәгә ҡасасаҡ», – ти.
Әммә Аяш Мәккәгә әсәһен биргән нәҙеренән ҡотҡарыу өсөн генә ҡайтыуын һәм шунда уҡ кире бороласағын әйтә. Ғүмәр: «Ярай, ҡайтырға хәл иткәнһең икән, минең йүгерек дөйәмде ал. Ағайҙарың һиңә зыян итә башлаһа, бәлки, уның сапсанлығы ярҙам итер», – ти.
Бер сәғәт самаһы юл үткәс, Әбүджәһл Аяшҡа: «Эй туғаным, минең дөйәнең бөтөнләй хәле бөттө, атлай алмай башланы. Уға бер аҙ ял биреп, һинең дөйәңә икәүләп ултырып барырға мөмкин булырмы?» – ти. «Әлбиттә», – ти Аяш һәм дөйәһен тубыҡландыра. Ағайҙары ла, эйәрҙәренән төшөп, уның янына килә һәм, ҡапыл ике яғынан эләктереп, бәйләп тә ҡуя. Бәйләнгән туғандарын дөйәгә ултыртып, Мәккәгә юлдарын дауам итә. Юлда осраған һәр кешегә улар: «Нәҫелегеҙҙәге ошондай иҫәрҙәр менән беҙҙең һымаҡ эш итегеҙ», – тип әйтеп баралар.
Әғҡәбәлә төҙөлгән килешеүҙән һуң ике ай үтә, Мәккәлә Пәйғәмбәрҙең ﷺ күсенеүен көткән Әбүбәкер менән Ғәли һәм, ҡорайыштар көсләп өйҙәрендә тотҡан мосолмандарҙан башҡа, берәү ҙә ҡалмай. Әбүбәкер үҙенең Йәсрибкә китергә теләгәнен күпме генә белдермәһен, Хәбибуллаһ ﷺ уға: «Сабыр ит, бәлки, Аллаһ һиңә юлдаш бирер», – тип кәңәш итә. Был ваҡытта Пәйғәмбәр ﷺ Үҙе, күсенеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарын әҙерләп, Ғаләмдәр Раббыһынан рөхсәт көтә. Әбүбәкер ҙә күсенергә әҙер була – һигеҙ йөҙ дирһәмгә ике яҡшы дөйә алып, Пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙен көтә.