Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде белергә килдеңме әллә йәнемде алырғамы?» − тип һорай һәм: «Йәнеңде алырға», − тигән яуапты ишетә.
Дауыт ғүмере бөткәнен аңлай һәм: «Ниңә алданыраҡ хәбәр итмәнең, әҙерләнеп торор инем», − тип Ғазраилды шелтәләй. «Мин һине бер нисә тапҡыр иҫкәрттем, − ти Ғазраил. − Ҡайҙа һинең атайың, әсәйең? Күршеләрең, туғандарың ҡайҙа?» Үлеп бөттөләр, ти Дауыт. «Үлем хаҡында иҫкәртергә ошолар һиңә етмәнеме ни?» − ти Ғазраил.
Дауыт пәйғәмбәр ҡырҡ йыл хәлиф була, йөҙ йәшендә әхирәткә күсә. Уны Бәйт әл-Мөҡәддәстә ерләйҙәр. «Бәдәиғ» китабында яҙылыуынса, уны ҡырҡ мең йәһүд ғалимы (рухбәниҙәр) оҙатып бара.
Дауыттың үлеменән һуң Аллаһу Тәғәлә Сөләймәндең хәлифәтен нығытырға ярҙам итә. Уның батшалығы көнсығыштан көнбайышҡа тиклем тарала. Хакимлыҡ һәм байлыҡты Сөләймәнгә Аллаһу Тәғәлә уның бер доғаһынан һуң бирә.
Бер ауылда ныҡ мохтажлыҡ кисереп йәшәгән фәҡир бер тол ҡатын була. Аллаһ Сөләймәнгә Ябраил фәрештә аша шул ҡатынды күрергә һәм ярҙам итергә ҡуша. Пәйғәмбәр үҙе лә ярлы була. Ул, үҙенә йәшәр өсөн, кәрзин үреп, шуны һатып көн күрә. Сөләймән Ябраилға үҙенең хәлен аңлата һәм ҡатынға ярҙам итеү ауыр буласағын әйтә. Аллаһ уға йәнә хәбәр ебәрә, Ул унда, пәйғәмбәр, нимә теләй, шуны һорай ала, Мин уның доғаһын ҡабул итермен, ти. Бындай мөмкинлек сыҡҡас, Сөләймән башта Аллаһтан гонаһтарын ғәфү итеүен һорай, шунан һуң − батшалыҡ биреүен. Ғаләмдәр Раббыһына нимәнелер хәл итеү өсөн «Күн!» («Бул!») тип әйтеү генә етә, Сөләймәндең доғаһын Ул ҡабул итә, һәм мәсьәлә хәл ителә. Ер йөҙөндә бер генә батшаға ла Сөләймәнгә бирелгән кеүек байлыҡ бирелмәй. Донъялыҡ − яҡшы кешенең ҡулында ғына (йөрәгендә түгел), тиҙәр, Сөләймән дә байлыҡты үҙе өсөн, нәфсеһен ҡандырыу ниәтенән һорамай. Уға власть ғәҙеллек һәм тәртип урынлаштырыу өсөн кәрәк була.
Аллаһ Сөләймәнгә халыҡ менән идара итер өсөн аҡыл да, һәләт тә бирә. Пәйғәмбәр, унан башҡа бер кемдең дә тәртип урынлаштыра алмаясағын белә. Хакимлыҡты ҡулына алғас, ул саҡ ҡына ла ғорурлыҡ кисермәй, холҡо ла үҙгәрмәй. Ул, элеккесә, ярлыларҙы ярата, хөрмәт итә, үҙен уларҙан артыҡ күрмәй. Улар менән бер өҫтәл артына ултыра, улар ашағанды ашай, арпа икмәген дә ул туйғансы ашамай, кейеме лә ябай йөндән була. Сөләймән нәфсеһенә үҙенән өҫтөн булырға ирек бирмәй. Бөтә Көнсығыш һәм Көнбайыш уның ҡулында булһа ла, Сөләймән үҙе донъя байлығына бөтөнләй иҫе китмәй, ул ысын заһид (аскет) була.
Аллаһ Сөләймәнгә, кешеләрҙе, ендәрҙе, ҡырағай хайуандарҙы, ҡоштарҙы буйһондороп, төрлө мөғжизәләр тыуҙырырға һәләт бирә. Осоусы балаҫ менән дә идара иткән, ел дә уға буйһонған. Балаҫ-самолеттың оҙонлоғо ла, киңлеге лә бер фарсах (яҡынса 6 саҡрым -ред.) булған. Сөләймәнгә уны ендәр туҡыған, ә ел, батшаны ғәскәре менән бергә, ул ҡайҙа теләй, шунда алып барған. Балаҫ, әлеге ваҡыттағы самолет һымаҡ, ер менән күк араһында осоп йөрөгән. Уға бер ниндәй пилот та, бензин да кәрәк булмаған, осоу тиҙлеге Сөләймәндең теләгенә ҡарап үҙгәргән. Әҙәм ғәләйһис-сәләм заманынан бирле бер генә кеше лә ундай техниканы уйлап таба алғаны юҡ. Аллаһу Тәғәләнең бер исеме − Ғалим, йәғни, «Белеүсе». Әҙәм балаларының белеме − ваҡытлыса, «Белеүсе» һүҙенә уның мөнәсәбәте − ситләтелгән мәғәнәлә генә.
Сөләймән барса йәнлек һәм ҡоштарҙың телен белә, уларҙың ни һөйләшкәнен пәйғәмбәргә ел еткереп тора. Бер ваҡыт үҙенең ғәскәре менән балаҫта осоп барғанда, ул бер көтөүсенең уларға иҫе китеп ҡарап тороуын һәм: «Эй Дауыт улы, быларҙы һиңә Аллаһ биргән!» − тип һоҡланып ҡысҡырғанын ишетә. Ул көтөүсене саҡырып ала һәм нәсихәт бирә: «Иманлы кешенең тәсбих әйтеүе Сөләймәнгә бирелгән бөтә хакимлыҡтарҙан ҡиммәтерәк. Аллаһҡа зекер әйтеүҙең, тәсбих һәм тәһлилдең ҡиммәтен бер генә батшалыҡ һәм байлыҡ менән сағыштырып булмай».
Аллаһу Тәғәлә Сөләймәнгә биргән хоҡуҡ һәм бөйөклөктө батша-хакимдарҙың береһенә лә бирмәй. Ел уға юл йөрөү сараһы (транспорт) булған, ендәр уға хеҙмәт иткән. Ҡоштар уны күләгәләре менән ҡояш эҫелегенән ҡаплаған, йыртҡыс йәнлектәр уны яҡлаған, уның вәзире Асиф ибне Бәрхия1 булған. Сөләймәндең бармағында Аллаһтың иң бөйөк исеме (әл-Исм әл-Әғҙәм) яҙылған балдаҡ булған.
Бер ваҡыт, бөтә ошо ниғмәттәрҙе уйлап, Сөләймән бер аҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Шул мәлдә батша һәм уның ғәскәре осоп барған балаҫ бер яҡҡа ҡырынайып китә, һөҙөмтәлә, ғәскәрҙең күп кенә өлөшө һәләк була. Сөләймән таяғы менән балаҫҡа һуға, йәнәһе, ниңә тура осмайһың. Балаҫ, телгә килеп, уға: «Мине ғәйепләр алдынан үҙең тураһында уйла − һин үҙең тура тораһыңмы?» − тигән.
Икенсе ваҡыт Сөләймән, Йәмәндән сығып, Мәҙинә ҡалаһында туҡтай. Үҙенең яугирҙәренә, бында − дәр әл-һижрәт (күсенеп килеүселәр урыны), пәйғәмбәрҙең һуңғыһы Мөхәммәд ﷺ ошонда күсенеп киләсәк, кем уның артынан эйәрә, шул бәхетле буласаҡ, тип һөйләй.
Шунан, әл-Хәрәмгә2 еткәс, уның өҫтөнән осоп китә. Сөләймән артынан Ҡәғбә илап тороп ҡала. «Ниңә илайһың?» − тип һорай унан Аллаһ. «Һинең хөрмәтле пәйғәмбәрең минең өҫтән осоп китте, туҡтап та торманы», − тип яуап бирә Ҡәғбә. Ул шулай уҡ Аллаһҡа, уны мәжүсиҙәр үҙҙәре табынған һындар менән уратып алыуына зарлана. Аллаһ уға иламаҫҡа һәм бойоҡмаҫҡа ҡуша һәм киләсәктә әл-Хәрәм еренә уның өсөн иң ҡәҙерле булған һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ килерен хәбәр итә: «Һине һындарҙан таҙартасаҡтар һәм һинең яныңа Миңә генә табыныусылар киләсәк, Мин быны уларға бурыс итеп йөкмәтәсәкмен, һәм бында улар төркөм-төркөм булып йыйыласаҡ».
Шунан Аллаһ Сөләймәнгә Ҡәғбәнең талабын үтәргә ҡуша. Пәйғәмбәр ғәскәре менән кире Ҡәғбәгә килә, Аллаһ әмерен үтәп, намаҙ уҡый, ҡорбан сала. Егерме мең һарыҡ, биш мең дөйә, биш мең үгеҙ салған, тиҙәр. Шунан Сөләймән юлдаштарына был ерҙең ҡиммәте тураһында һөйләй һәм, шатланып, һуңғараҡ был ерҙә ғәрәптәр араһынан пәйғәмбәр тыуасағын әйтә. Хәбибуллаһтың ﷺ яҡшы сифаттары тураһында, уның артынан эйәргәндәрҙең бәхетле буласағын һөйләй. Шунан улар һауаға күтәрелеп, юлдарын дауам итә һәм ҡырмыҫҡалар яланына (Үәди ән-нәмлгә) килеп төшә. Был яланда ҡырмыҫҡа иләүҙәре иҫ киткес күп була. Сөләймән һәм уның ғәскәре тейәлгән осоусы балаҫтың яҡынайғанын күреп ҡалған бер ҡырмыҫҡа был хаҡта ҡалғандарға хәбәр итә һәм һаҡ булырға саҡыра, кешеләр уларҙы күрмәйенсә «ватып» (иҙеп) китмәһен өсөн, иләүҙәренә инеп йәшеренергә ҡуша. Ул ҡырмыҫҡаларҙың етәксеһе була, уның өҫтөндә башҡалар өсөн яуаплылыҡ торғанлыҡтан, улар хаҡында шулай хәстәрлек күргән. Сөләймән был урындан ике миль алыҫлыҡта булғанда уҡ, ел уға ҡырмыҫҡаның һүҙҙәрен еткерә. Ғәжәпләнгән Сөләймән йылмая һәм Аллаһу Тәғәләгә маҡтау әйтә. Ул кырмыҫҡаны янына саҡыра һәм уның тормошо тураһында һораша, улар араһында матур әңгәмә була.
Яуап Көнөндә, Ғәрәсәт майҙа-нында хөкөм сығарылғандан, һуң, бөтә йәнлектәр (хайуандар) саңға әйләнәсәк, ошо мәлдә кафырҙар: «Их беҙҙе лә туҙанға әйләндергән булһалар ине», − тип уйлаясаҡтар. Әммә, хайуан һәм бөжәктәр туҙанға әйләнгәс, уларҙың уныһы иҫән ҡала. Улар: Мөхәммәдтең ﷺ толпары − әл-Бураҡ, Билҡистең (батшабикә) ҡошо − һөҙһөт, Сөләймәндең ҡырмыҫҡаһы, Ибраһимдың быҙауы (пәйғәмбәр уның менән кеше ҡиәфәтендә килгән фәрештәләрҙе һыйлай), Исмәғилде ҡотҡарыу өсөн төшөрөлгән тәкә, Исраил тоҡомо кешеләре һуйған һыйыр, мәмерйәләге (әл-кәһф) егеттәр менән бергә булған эт, Ғөзәйерҙең ишәге, Юныстың кит балығы һәм Сәлихтың дөйәһе. Был хайуандар туҙанға әйләндерелмәйәсәк һәм, Аллаһ ихтыяры менән, Ожмахҡа инәсәк һәм мәңгелеккә шунда ҡаласаҡ, тиелә.
(Дауамы. Башы гәзиттең үткән һандарында)
____________________________________________________________________________
1 Асиф ибне Бәрхия − Аллаһтың иң бөйөк йәшерен исемен (әл-Исм әл-Әғҙәм) белгән ғалим. Аллаһтың ошо иң юғары исеме менән уҡылған доға кире ҡағылмай, тип иҫәпләнә.
2 Хәрәм − Ҡәғбә тирә-яғындағы изге ерҙәр