ӘҘӘМ

ӘҘӘМ

 

 

Аллаһу Тәғәлә Әҙәмгә Һиндостандан Мәккәгә күсергә, тип үәхи1 ебәрә. Юлды күрһәтер өсөн юлдашҡа фәрештә ебәрелә. Шулай итеп, Әҙәм ﷺ Мәккәгә барып етә. Әлеге ваҡытта Ҡәғбә торған урында, шул ук ҙурлыҡта, Ожмахтан килтерелгән ҡыҙыл яҡуттан йорт һала.

 

Әҙәмгә , ошо йорт тирәләй тәүәф ҡыла-ҡыла, Аллаһтан һорарға ҡушыла. Ул, яланғас, ялан аяҡ, ялан баш килеш, ете тапҡыр йортто урап сыға. Шунлыҡтан беҙгә лә тап ошо рәүешле һәм ошондай ҡиәфәттә тәүәф ҡылыу фарыз булып ҡала2. Тәүәфтән һуң Аллаһ Әҙәмдең тәүбәһен ҡабул итә һәм Ғәрәфәт тауына күтәрелергә ҡуша. Унда Әҙәм көтмәгәндә Хәүә менән осраша. Ошонан һуң тауҙың исеме Ғәрәфәт (осрашыу) булып ҡала, ә мосолмандар өсөн Ғәрәфәт тауында ғибәҙәттә тороу хаждың рөҡөнө (мотлаҡ өлөшө) булып тора. Шунан һуң Әҙәм менән Хәүә Мәккәгә киләләр. Унда бер аҙ торғас, Һиндостанға ҡайтып, үҙҙәренең тормошон ҡоралар һәм кешелек нәҫеленең дауам ителеүенә сәбәпсе булалар.

Аллаһу Тәғәлә Ябраил аша Әҙәмгә , һайлап алыр өсөн, иман, аҡыл һәм намыҫты кәүҙәләндергән өс ынйы бөртөгө ебәрә. Әҙәм аҡылды һайлай. Ябраил иман менән намыҫҡа Ожмахҡа ҡайтып китергә ҡуша. Шунда иман, Аллаһу Тәғәлә миңә аҡыл янында ҡалырға ҡушты, ти. Намыҫ иһә, миңә, иман ҡайҙа, шунда булырға әмер бирелде, ти. Иман менән намыҫ аҡыл булмаған ергә бармай. Шулай итеп, Әҙәм , ынйылырҙың иң яҡшыһын һайлап, өсөһөн дә үҙендә ҡалдыра һәм иң камил холоҡҡа эйә була.

 

Ҡабилдең Һәбилде үлтереүе

Кешелек нәҫеле Әҙәм менән Хәүәнән башлана. Уларҙың балалары һәр саҡ игеҙәк тыуа: ҡыҙ һәм малай. Башта Ләйүсә менән Һәбил. Икенсе юлы − Ҡабил менән Иҡлимә. Шулай кешелек быуыны дауам иткән.

Һәбилгә мал ҡарау, Ҡабилгә иген баҫыуын ҡарау йөкмәтелә. Туғандар бәлиғ булғас, Аллаһ Әҙәмгә Һәбилде Иҡлимәгә өйләндерергә ҡуша, игеҙәктәргә никахҡа инеү тыйылғанлыҡтан, Ҡабил үҙенең игеҙәгенә өйләнергә тейеш булмай.

Әммә Ҡабил харамға тартыла: Ләйүсәне алыуҙан баш тартып, Иҡлимәне үҙенеке итергә тырыша. Күпме генә Аллаһтан ҡурҡырға өгөтләмәһендәр, ул Иҡлимәне Һәбилгә бирергә теләмәй.

Әҙәм , бәхәсте туҡтатырға теләп, уларға ҡорбан килтерергә ҡуша. Кемдең ҡорбанын Аллаһ ҡабул итә − Иҡлимә шуға була. Һәбил иң яҡшы һарыҡты алып килә, ә Ҡабил − өлгөрмәгән бойҙайҙы. Һәр кем үҙенең ҡорбанын айырым ҡалҡыулыҡҡа һалып, күҙәтә башлайҙар. Шул саҡ күктән аҡ болот төшөп, Һәбилдең һарығын күтәреп алып китә. Был хәлде күреп, Ҡабилдең көнсөллөктән йөрәге ярһый. Ул Һәбилде үлтерергә уйлай, ләкин быны нисек атҡарырға белмәй. Шул мәлдә кешелектең дошманы иблис пәйҙә була, ул ике ташты бер-береһенә һуғып, бер таштың икенсе ташты ватҡанын күрһәтә. Ҡабил, иблис ҡүрһәткән миҫалға эйәреп, йоҡлап ятҡан ағаһының башына ҙур таш менән һуға. Ер өҫтөнә егерме йәшлек Һәбилдең ҡаны аға.

Ҡабил, ғәйепһеҙ үлтерелгән ағаһының тәнен ни эшләтергә белмәй, йыл буйы үҙе менән йөрөтә. Бер ваҡыт ул ике ҡарғаның һуғышҡанын күрә, еңеүсе ҡарға еңелеп үлгәнен ергә күмә. Шунда Ҡабил, нимә эшләргә кәрәклеген аңлай: соҡор ҡаҙып, Һәбилде шунда һала һәм тупраҡ менән күмә.

Әҙәм балаларынан беренсе булып кеше үлтереү гонаһын ҡылыусы Ҡабил була, һәм Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ғәйепһеҙ үлтереүселәрҙең гонаһы уның өҫтөндә буласаҡ. Был хәл Дамаск ҡалаһының Касиюн районында Магарат ад-дамм тигән урында була. Ер, был ауыр гонаһты күтәрә алмай, ете көн буйы тетрәй. Ағастарҙа сәнескеләр үҫеп сыға, емештәрҙең тәме юғала, һыуҙарҙың таты китә. Астрономдарҙың иҫәпләүе буйынса, тап ошо көндә күктә ҡойроҡло йондоҙ (комета) пәйҙә була. Шулай уҡ, уларҙың әйтеүенсә, Ибраһимды утҡа ырғытҡанда, Ғәд ҡабиләһе һәләк булғанда, Фирғәүен халҡын һыуға батырғанда, ҡойроҡло йондоҙ күренгән. Хәҡиҡәтте Аллаһ ҡына белә.

Әҙәм Һәбилдең үлтерелгәнен һиҙә һәм, Һиндостандан килеү менән, Ҡабилде эҙләй башлай. Ҡабил иһә Иҡлимә менән ҡасып китә. Әҙәм менән Хәүә бик ҡайғыра. Раббы уларға, зарланыуҙары өсөн шелтә белдереп, вәхи ебәрә, шөкөр итергә кәрәклекте күңелдәренә һала һәм, оҙаҡламай, Шис исемле игеҙәкһеҙ улдары тыуасаҡ, тигән ҡыуаныслы хәбәр еткерә.

 

Әҙәмдең вафаты

Әҙәмдең ғүмере аҙағына етеп килгәндә, уға үлергә ваҡыт етеүе тураһында хәбәр килә. Әҙәм ҡаушап ҡала һәм Аллаһтан: “Нимә ул үлем?” − тип һорай. Уға ул һәм уның өммәте үлемде кисерәсәге хаҡында әйтелә. Әҙәм улы Шисты саҡырып ала, уға васыят әйтә, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тәртиптәрен өйрәтә. Шулай уҡ Шисҡа Ҡабилде үлтерергә ҡушыла. Уны үтәүҙә һиңә Аллаһ ярҙам итер, ти.

Аллаһу Тәғәлә тарафынан Әҙәмгә Ожмахтан бөтә пәйғәмбәр һәм рәсүлдәрҙең (илселәрҙең) рәсемдәре төшөрөлә. Әҙәм уларҙы, аҡ ебәккә төрөп, Шисҡа бирә һәм уны тәбүттә3 һаҡларға ҡуша. Шулай уҡ улына бер нисә бөртөк һаҡал сәсен йолҡоп бирә һәм, был сәстәр һиндә булғанда, дошмандарың өҫтөнән хакимлыҡ итә алырһың, сәстәрҙең салланыуы иһә үлем етеүен белдерер, ти. Үҙенең мисәтен, ҡылысын һәм таяғын да Шисҡа ҡалдыра. Әҙәм васыятын ҡадырғас, Аллаһу Тәғәлә уны яңынан Ожмахҡа ала.

Әҙәм был донъяла мең йыл йәшәй. Уның вафатына бер йыл үткәс, Хәүә анабыҙ әхирәткә күсә. Улар Мәккәләге Әбү-Ҡүбәйс тауында ерләнгән, тип һөйләйҙәр. Әҙәм , ҡырҡ тапҡыр хаж ҡылғандан һуң, Һиндостанда үлгән, тигән риүәйәт тә бар.

Шис , Һәбил ағаһының үсен алыу өсөн Ҡабил менән һуғышырға ныҡ әҙерләнә, көс йыя. Был ер йөҙөндә Әҙәм балаларының тәүге һуғышы була. Һуғыш Ҡабилдең үлеме менән тамамлана.

Ҡабилдең балалары аталарын ерләргә йыйынғанда, иблис уларҙы аҙаштырыу өсөн план ҡора. Улар янына фәрештә ҡиәфәтендә килеп: “Атайығыҙҙы ергә күммәгеҙ”, − ти. Ул ике ҙур гәлсәр таш килтерергә һәм уларҙы соҡоп, уйым яһарға, эсенә алтын тәхет ҡуйырға ҡуша. Шунан Ҡабилдең кәүҙәһен бәлзәмләп, уға затлы кейемдәр кейҙерергә һәм тәхеткә ултыртырға кәңәш бирә. Ошондай ҡиәфәттә уны биҙәлгән ҙур залдың уртаһына ҡуялар. Шулай итеп, Ҡабилдең балалары, иблис ҡотҡоһона бирелеп, уның бар ҡушҡандарын еренә еткереп үтәй. Артабан иблис ошо залға инеүсе һәр кемгә, Ҡабилдең алдында теҙләнеп, уға өс тапҡыр сәждә ҡылырға ҡуша. Шуның менән бергә, йәмәғәт менән даими йыйылып, байрам ойоштороу өсөн, айырым бер көндө билдәләргә әмер бирә. Ҡабил исеменән кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирер өсөн, Ҡабилдең кәүҙәһе янына (уйым эсенә) шайтанды индереп ултырта. Шулай итеп, кешеләр иблис арҡаһында оҙаҡ йылдар аҙашыуҙа була: Ҡабилгә табынып, көфөрлөккә төшә.

Ә был ваҡытта Шис Һиндостанда, бер Аллаһҡа табынып, Уның ҡанундары буйынса идара итеп, кешеләр тураһында хәстәрлек күреп йәшәй. Аллаһу Тәғәлә тарафынан уға төшөрөлгән изге төргәктәрҙең (яҙмаларҙың) һаны иллегә етә. Шис дәүерендә мәғдән сығарыу һәм сауҙа итеү эштәре башлана, ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ үлсәмдәре менән эш итә башлайҙар. Шис ғәҙел идара итеү системаһын булдыра.

Туғыҙ йөҙөнсө йәшкә еткәндә, уның улы тыуа. Уға Ануш тип исем ҡушалар. Бер ваҡыт Шис атаһы ҡалдырған сәстәрҙең ағарғанын күрә һәм, улы Анушты вариҫы итеп ҡалдырып, шул йылда уҡ үлеп китә.

Шулай итеп, Әҙәмде ергә ебәреп, Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһ кешелек донъяһына нигеҙ һала. Кешене барлыҡҡа килтереүҙең мәғәнәһе − Аллаһтың берлеген танып, Уға ғына табыныу һәм Уға хеҙмәт итеү. Ул кешеләрҙе ризыҡландырыуҙы Үҙ өҫтөнә ала, ә кешеләргә Уға ғибәҙәт ҡылыуҙы йөкмәтә. Ерҙәге бар нәмә, барса ниғмәт − кеше өсөн, уға динендә ярҙам итһендәр өсөн бирелгән.

Аллаһ бер нәмәне лә гонаһ ҡылыр өсөн, имандан яҙыр өсөн барлыҡҡа килтермәгән. Ә кем үҙенең байлығын кәрәкмәгән (гонаһлы) нәмәгә йүнәлтә, ул Аллаһу Тәғәләнең язаһына дусар була.

_______________________________________

1 Үәхи − илаһи асыш, хәбәр

2 Йола кейемһеҙ, туҡыма ки-ҫәгенә уранған килеш башҡарыла.

3 Тәбүт − һандыҡ, йәшник, васыят һандығы

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ– ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...