Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мираҫы

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мираҫы

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мираҫы

Бар ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмдең донъяға килгән Раббиғел әүүәл айы ла тамамланыуға етте. Пәйғәмбәребеҙҙеe ололап, был айҙа Мәүлит байрамдары үткәрелде, Ҡөрьән аяттары уҡылды, бик күп салауаттар әйтелде, Рәсүлебеҙҙең ﷺ тормош юлы өйрәнелде.

Уҡыусылар иғтибарына Пәйғәмбәребеҙҙеe гел иҫтә тоторға ярҙам иткән бер тарихты бәйән иткем килә. Аллаһ Илсеһе ﷺ баҡыйлыҡҡа күскәс, Әбү Һөрәйрә t халыҡтың, сауҙа һәм башҡа донъяуи эштәргә албырғап, Аллаһ хупларлыҡ йыйылыштарҙы, ғилем өйрәнеүҙе ҡадырыуҙарын шәйләп ҡала. Кешеләрҙең ошондай хәлторошон күреп, Әбү Һөрәйрә бик ҡайғыра һәм бер тапҡыр баҙар эргәһенән үтеп барышлай: “Эй баҙар халҡы! Яҡында ғына Пәйғәмбәребеҙҙеңe мираҫын таратып яталар, ә һеҙ баҙарҙа йөрөйһөгөҙ.

Ниңә мираҫ артынан бармайһығыҙ?” Халыҡ ғәжәпкә ҡалып, Пәйғәмбәребеҙҙеңe мираҫы ҡайҙа таратылғанын һораша башлаған. “Бынан әллә ни алыҫ түгел, мәсеттә тараталар”, − тип яуап ҡайтарған сәхәбә. Баҙар халҡы ашығып, мираҫ артынан мәсет тарафына юлланған. Әбү Һөрәйрә уларҙың кире ҡайтҡанын сабыр ғына көтөп алған. Тиҙҙән сауҙагәрҙәр мәсеттән ҡайтып килгән: “Эй Әбү Һөрәйрә, беҙ, һин өйрәткәнсә, мәсеткә барҙыҡ, ләкин унда беҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мираҫын таратып ултырған бер кемде лә күрмәнек!” Әбү Һөрәйрәt һораған: “Һеҙ мәсет эсендә берәйһен күрҙегеҙме һуң?”

Улар: “Эйе, күрҙек! Унда ғибәҙәт ҡылған, Ҡөрьән уҡып ултырған, дини ғилемдәр өйрәнгән кешеләр бар ине.” “Һеҙ күргән ғәмәлдәрҙең барыһы ла Пәйғәмбәребеҙҙеңe мираҫы ине бит!” – тип яуап ҡайтарған Әбү Хүрәйрә сәхәбә. Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Арабыҙҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мираҫын алыу, таратыу мөмкинлегенән файҙаланған кешеләр күпме икән? Йә Раббым, барыбыҙға ла Үҙеңдең яратҡан Илсеңдең мираҫына эйә булырға ярҙам итһәңсе! Әмин, йә Мүджиб.

МӨХӘММӘДХӘБИБ СӘИТОВ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...