Ҡорайыштарҙың Әбүталипҡа тәҡдиме

Ҡорайыштарҙың Әбүталипҡа тәҡдиме

Эфиоп батшаһынан хурлыҡҡа ҡалып ҡайтҡандан һуң, ҡорайыштар йәнә Әбүталипҡа килә. Улар менән Әмәр ибне Вәлид исемле йәш һәм һылыу егет була.

 

Әбүталиптың үҙ өҫтөнә Пәйғәмбәрҙе ﷺ яҡлау бурысын алыуын белгән ҡорайыштар уға ошондай тәҡдим яһай: «Эй Әбүталип, бына был − Әмәр − ырыуыбыҙҙағы иң яҡшы егет. Беҙ уны һиңә бирәбеҙ. Теләһәң, уны улың ит, теләһәң, эшкә ек. Ә уның урынына ҡустыңдың улын − ата-бабаларыбыҙҙың динен мыҫҡыл иткән һәм ырыуыбыҙ эсендә тарҡалыш тыуҙырған Мөхәммәдте ﷺ беҙгә бир. Беҙ уны үлтерәбеҙ». Әбүталип уларға ҡаты итеп: «Аллаһ менән ант итәм, был бер ҡасан да булмаясаҡ. Мин һеҙгә, үлтерһендәр өсөн, ҡустымдың улын бирмәйем. Һәм уға алмашҡа һеҙҙең улығыҙҙы ла алмайым. Был бер ҡасан да булмаясаҡ!» − тигән.

Аптырашта ҡалған ҡорайыштар, теләктәренә ирешә алмай, ҡайтып китәләр.

 

Мөшриктәр Пәйғәмбәрҙе ﷺ үлтерергә ниәтләй

Ҡорайыштар, нисек кенә тырышмаһын, Пәйғәмбәргә ﷺ исламды таратырға ҡамасаулай алмай. Һәм улар Пәйғәмбәрҙе ﷺ үлтерергә план ҡора.

Пәйғәмбәрҙе ﷺ иң ныҡ күрәлмаусыларҙың береһе Әбүжәһил ырыуҙаштарына мөрәжәғәт итә: «Эй ҡорайыштар! Мөхәммәд ﷺ беҙҙең бөтә өгөтләүҙәрҙе кире ҡаҡты һәм динебеҙҙе яманлауҙан туҡтамай, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы кәмһетә, илаһтарыбыҙҙы хурлай. Ант итеп әйтәм, мин үҙемдең көсөм етерлек иң ҙур ташты алам да, ул, намаҙға баҫып, сәждәгә йығылыу менән, башын ярғансы һуғам. Аҙаҡ һеҙ мине Әбүталиптың кешеләренә тапшыра йәки уларҙан яҡлай алаһығыҙ. Нисек кенә булмаһын, мин барыбер әйткәнемде эшләйәсәкмен!» Ҡорайыштар уға: «Илаһтарыбыҙ менән ант итәбеҙ, беҙ һине бер ҡасан да һатмаясаҡбыҙ. Әйҙә, уйлағаныңды эшлә!» − тиҙәр.

Икенсе көндө, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡәғбә янында намаҙ уҡып торғанда, Әбүжәһил, ҡулына ҙур таш тотоп, Рәсүлуллаһҡа ﷺ яҡынлай башлай. Ләкин барып етә алмай, иң һуңғы мәлдә ҡапыл, ҡурҡышынан ап-аҡ булып, артҡа сигенә, ҡалтыранған ҡулынан ташы төшөп китә. Быны күреп торған ҡорайыштар Әбүжәһилдән, нимә булды, тип һорай. Тегеһе һөйләй: «Мөхәммәдте ﷺ үлтерергә тип, уға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл алдымда ҙур башлы, тештәре ҡот осҡос булып ыржайып торған бер дөйә пәйҙә булды, ул миңә ташланырға һәм мине ашарға әҙерләнгәйне», − ти.

Һуңынан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әгәр Әбүжәһил миңә табан тағы бер генә аҙым эшләгән булһа ла, Ябраил фәрештә уны киҫәктәргә өҙгөләп ташлар ине», − ти.

 

 

Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ ﷺ һәр ваҡыттағыса, Ҡәғбә янына намаҙ ҡылырға килә һәм унда, өйөлөшөп, үҙҙәренең эштәре тураһында әңгәмә ҡорған бер төркөм ҡорайыштарҙы күрә. Мөшриктәр шунда уҡ Пәйғәмбәргә ﷺ ташлана: «Һин беҙҙе олатайҙарыбыҙҙың илаһтарына табыныуҙан тыяһыңмы?» − тиҙәр. Уны төрлө яҡтан төрткөләй, кейемдәрен тартып, өҙгөләй башлайҙар. «Эйе, тыям!», − тип яуап бирә һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Һәм шул саҡ Ғүҡбә ибне Әбүмүғайт, арттан килеп, боролған бөркәнсек (накидка) менән Пәйғәмбәрҙең ﷺ муйынын быумаҡсы була. Исламға теләктәш булған берәү Әбүбәкер  артынан йүгерә: «Ҡәғбә янында һинең дуҫыңды тотоп алдылар!» − ти. Әбүбәкер , йүгереп килеп, Ғүҡбәне ситкә атып ырғыта һәм: «Һеҙ нимә, «Минең Раббым − Аллаһ!» тигән өсөн кешене үлтерергә йыйынаһығыҙмы әллә?» − тип ҡысҡыра. Быны ишетеп, ҡорайыштар, йыртҡыс кеүек, Әбүбәкергә ташлана һәм уны ҡанһыҙ рәүештә туҡмайҙар. Иҫтән яҙған, яртылаш үле Әбүбәкерҙе, таҡтаға һалып, өйөнә килтереп ташлайҙар.

Әбүбәкерҙең терелеренә берәү ҙә ышанмай, әммә ул кискә иҫенә килә. Һәм тәүге һүҙе: «Рәсүлуллаһтың ﷺ хәле нисек?» − була. «Мөхәммәдте ﷺ күрмәй тороп, мин ашамайым да, эсмәйем дә», − тип, ашауҙан баш тарта.

Ҡараңғы төшкәс, уны Пәйғәмбәр ﷺ янына − мосолмандар йыйылған Арҡамдың өйөнә, алып баралар.

 

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...