Ғосман тураһында

Ғосман  тураһында

Ғосман  тураһында

Шунан Әбү Бәкер менән Ғүмәрҙән һуң иң лайыҡлыһы – Ғосман  ҙүн-нурайни – ике нур эйәһе. Әл-Арҡамдың өйөнә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ инер алдынан, Ғосман Ислам динен Әбү Бәкер өгөтләүе буйынса ҡабул итә. Уны Рәсүлебеҙҙең ﷺ ике ҡыҙына өйләнгәне өсөн «ике нур эйәһе» тип атағандар. Башта беренсеһенә өйләнгән, шунан ул мәрхүмә булғас, икенсеһе менән никахлашҡан. Пәйғәмбәребеҙﷺ:  «Әгәр минең өсөнсө ҡыҙым булһа, уны ла Ғосманға кейәүгә бирер инем», – тип әйткән.

 

Ғосман Тәбуҡ походында, икенсе төрлө уны Әс-Хурмах тип атайҙар, ауыр хәлдә ҡалған ғәскәрҙе тәьмин итер өсөн күп сығымдар сарыф итә.

Ғабдурахман бине Хабәбә еткереүенсә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ халыҡты мосолман ғәскәренә ярҙам итеүгә күндергән сағында Ғосман урынынан тора ла: «Мин йөҙ дөйәне япмаһы, тирлеге һәм эйәре менән Аллаһ юлында үҙ өҫтөмә алам», – ти. Шунан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ артабан халыҡты өгөтләй башлай һәм Ғосман тағы ла баҫа ла: «Мин тағы ике йөҙ дөйәне япмаһы, тирлеге һәм эйәре менән Аллаһ юлында үҙ өҫтөмә алам», – ти. Бынан һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ йәнә кешеләрҙе ярҙам итергә саҡыра башлай һәм Ғосман тағы күтәрелеп: «Мин тағы өс йөҙ дөйәне япмаһы, тирлеге һәм эйәре менән Аллаһ юлында үҙ өҫтөмә алам», – ти. Шул саҡта мин Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ минбәрҙән төшөп килгәндә: «Бынан һуң бер нәмә лә Ғосманға зыян килтермәйсәк», – тип әйткәнен ишеттем».

Ғабдурахман бине Самрат: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ғәскәрҙе тәьмин иткән сағында Ғосман еңенән уның итәгенә бер мең алтын динар бушатты», – тип һөйләй. Шунан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙы итәгендә һөйрәтеп килгәндә: «Бынан һуң бер нәмә лә Ғосманға зыян килтермәйсәк», – тип ике тапҡыр ҡабатлай».

Әнәстән еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ, сәхәбәләренән ант (присяга) ҡабул итер өсөн, Әр-Риҙуанға йүнәлгән сағында, Ғосманды Үҙенең вәкиле итеп Мәккәгә ебәрә. Ул унда кешеләрҙән бәйғәт ҡабул итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйтә: «Ғосман Аллаһтың һәм Аллаһ Рәсүленең эшендә», – ти. Һәм Икенсе тарафта йөрөгән Ғосманға бәйғәт бирер өсөн, бер ҡулын, был Ғосмандың ҡулы, тип икенсе ҡулына һуға. “Минең ҡулым Ғосман өсөн үҙенең ҡулына ҡарағанда ла һәйбәтерәк булыр”, – ти.

Ғосман гел ураҙала була, төн башында ғына серем итеп, ҡалған өлөшөн йоҡламай үткәрә. Һәр аҙна һайын Ҡөрьәнде тамамлай. Ул өсөнсө хәлиф була. 12 йыл идара итә. Шунан Ҡөрьәнде уҡып ултырғанда (мәғәнәһе): «Аллаһ һине уларҙан һаҡлар, Ул Ишетеүсе һәм Белеүсе» – тигән аятҡа еткәс, шәһит үлеме менән мәрхүм була. Ул Ҡөрьән хәҙерге көндә Бәйтүл-Мөҡәддәстә һаҡлана һәм унан хастәле кешеләр бәрәкәт ала.

Шәмбе төнөндә Мысырҙан Әл-Әсүәд Тажиби тигән кеше Ғосманды үлтерә. Ул Баҡый зыяратында Кәүкәб тигән кешенең баҡсаһында ерләнә. Уға 82 йәш була. Һижри буйынса был хәл 35-се йылда була.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...