Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәлә бөйөк китабы – Ҡөрьән Кәримдә бойора (мәғәнәһе): "Эй, мөьминдәр! Аллаһты күп зекер итегеҙ, көндөң әүәлендә һәм аҙағында Уны маҡтап тәсбих әйтегеҙ! Аллаһу Тәғәлә һәм Уның фәрештәләре һеҙгә рәхмәт итерҙәр, иманһыҙлыҡ ҡараңғылығынан сығарып, иман яҡтылығына керетмәк өсөн, йәғни Аллаһу Тәғәлә зекер ҡылған бәндәләргә Ҡөрьән менән иман яҡтылығын һәм һиҙәйәт юлын күрһәтер, ә фәрештәләр иһә мөьминдәргә рәхмәтле булды"("Әхзәб"-"Ғәскәрҙәр" сүрәһе, 42-43 аяттар). Аллаһу Тәғәлә ошо аяттарҙа, мосолмандарҙың имандарын ҡеүәтләр өсөн, уларҙың нурҙарын арттырыр өсөн, төрлө дошмандарҙан һаҡланыр өсөн, күп зекер итергә бойоралыр.
Хаҡиҡәттә, Аллаһты күңел үә тел менән бергә зекер итеү нурҙы яралтыу кеүек булыр. Шуның өсөн, Аллаһты зекер итеүҙән бер ҡасан да туҡтарға ярамай.
Аллаһты зекер итеү оло ғибәҙәттәрҙән һанала, сөнки ул бик күп ғибәҙәттәрҙең эсенә керәлер. Мәҫәлән, намаҙ зекерһеҙ буламы? Юҡ, әлбиттә, булмай. Был турала Аллаһу Тәғәлә "Та-һа" сүрәһендә әйтә (мәғәнәһе): "Мине зекер итер өсөн, намаҙ уҡы". Ҡөрьәнде уҡыу зекерһеҙ буламы? Юҡ, әлбиттә, юҡ. Ҡөрьәндең бер исеме лә – "Зекер". Хаж ғәмәлдәребеҙ, ураҙаларыбыҙ, доғаларыбыҙ, истиғфарҙарыбыҙ зекерһеҙ була аламы? Юҡ, булмай.
Аллаһу Тәғәлә "Ғимран" сүрәһендә әйтә (мәғәнәһе): "Аҡыл эйәләре булған иманлы кешеләр Аллаһты даимән, йәғни баҫып торған килеш булһынмы, ултырған йәки ятҡан килеш булһынмы, һәр хәлдә Аллаһты зекер итәләр".
Беҙ, әҙәм балалары, Хоҙайҙың беҙгә биргән ризыҡтарына, икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәренә, ҡояшлы, матур, нурлы көндәренә, тыныс-имен тормошобоҙ өсөн рәхмәтле булып, Хоҙайыбыҙға зекерҙәр ҡылырға тейешбеҙ. Зекер ҡылыуҙың файҙаһы кеше өсөн бихисап күп.
Әгәр ҙә ҡайғылы кеше, йәненә тыныслыҡ таба алмаған кеше Аллаһу Тәғәләне зекер ҡылһа, ул йәненә тыныслыҡ, рәхәтлек табыр. Берәй нәмәнән бик ҡурҡҡан кеше зекер ҡылһа, күңелендә көс-ҡеүәт артыуын тойор. Бигерәк тә оло хәсрәткә дусар булған кеше, ауыр һәләтенән ҡотолоу юлын таба алмаған кеше Хоҙай Тәғәләне зекер ҡылһа, уның йәне, йөрәге тынысланыр.
Зекер итеү Аллаһу Тәғәләгә булған мөхәббәттең, Уға яҡыныраҡ булырға тырышыуҙың, Уның яҡлауына өмөт итеүҙең асыҡ дәлиле булып тора. Зекер итеү Аллаһу Раббыбыҙ беҙгә, әҙәм балаларына, бүләк итеп яҙылған хисапһыҙ ниғмәттәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтә.
Зекер хаҡында аяти кәримәләр
Мәғәнәһе: “...Раббыңды күп зекер ит үә көндөҙҙәрен һәм кистәрен намаҙ уҡы!" ("Әлү-Ғимран" сүрәһе, 41 аят).
***
Мәғәнәһе: “Ислам дине һеҙгә биргән ниғмәттәремдең иң ҙурыһы, шөкөр йөҙөнән Мине зекер итегеҙ! Ҡөрьән менән вәғәзләнегеҙ, әмерҙәрен үтәгеҙ, тыйғандарынан тыйылығыҙ, шуны башҡаларға ла ирештерегеҙ! Мине зекерҙән ҡуймағыҙ, ниғмәттәремде онотмағыҙ, шулай булһағыҙ, Мин дә һеҙҙе донъя һәм әхирәт рәхмәтемә алырмын! Ниғмәттәремә шөкөр итеүҙән баш тартып, көфөрлөк ҡылмағыҙ!" ("Бәҡара"сүрәһе, 152 аят).
***
Мәғәнәһе: «Әгәр сәфәрҙә булғанда йәки ауырыу булғанда намаҙҙарҙы үтәһәгеҙ, Аллаһты зекер итегеҙ намаҙҙа баҫып, ултырып һәм уң яҡ ҡабырғаға ятып та. Әгәр ҡыйынлыҡтан имен булһағыҙ, өйҙә лә, сәфәрҙә лә намаҙҙарығыҙҙы ашыҡмайынса, шартына еткереп үтәгеҙ! Дөрөҫөндә, намаҙ ваҡыты билдәләнгән фарыз ғәмәл итеп йөкмәтелде” ("Нисә" сүрәһе, 103 аят).
***
Мәғәнәһе: «Аллаһтың гүзәл исемдәре бар, шул исемдәр менән доға ҡылығыҙ!» ("Әғраф" сүрәһе, 180 аят).
Мәғәнәһе: “Эсеңдән генә Раббыңды зекер ит, түбәнселек үә ҡурҡыу менән һәм һөйләшеүҙә ҡысҡырыуҙан түбәнерәк тауыш менән зекер ит, иртәләрҙә үә кистәрҙә ғафилдарҙан булма!” ("Әғраф" сүрәһе, 205аят).
***
Мәғәнәһе:“Хаҡ мөьминдәр ана шуларҙыр: Аллаһ зекер ителгәндә, күңелдәре йомшарып, Аллаһтан ҡурҡырҙар үә һәр ваҡыт, уларға Аллаһтың аяттары уҡылһа, ул аяттар уларҙың имандарын арттырыр һәм улар һәр ваҡыт Аллаһҡа тәүәккәл ҡылырҙар" ("Әнфәл" сүрәһе, 2 аят).
***
Мәғәнәһе: “Ул тура юлға күндерелгән кешеләр Аллаһҡа, Ҡөрьәнгә ышанырҙар ҙа, Аллаһ зекере үә Ҡөрьән вәғәзе менән күңелдәре тынысланыр, рәхәтләнер, әгәһ булығыҙ! Һис шикһеҙ, Аллаһ зекере үә Ҡөрьән вәғәзе менән генә күңелдәр тыныслана" ("Рәғд" сүрәһе, 28 аят).
***
Мәғәнәһе: “Сабырлыҡ ҡыл, нәфсеңде ауыҙлыҡлап, теҙгенен ныҡ тот, Аллаһты зекер ит иртә-кис ялбарып Раббыларына доға ҡылыусылар менән бергә, ул мосолмандар Раббыларының ризалығын теләйҙәр үә ул ярлы мосолмандарҙан күҙҙәреңде ситкә борма, донъяның байлығын үә зиннәтен теләгәнең хәлдә, һәм Беҙ Ҡөрьән тәрбиәһенән күңелен ғафил-буш ҡылған кешегә итәғәт итмә, уға эйәрмә, сөнки ул кеше нәфсе һауаһына эйәреп аҙҙы үә ул аҙған кешенең эше хаҡты арҡаһына ырғытыу булды” ("Кәһәф" сүрәһе, 28 аят).
***
Мәғәнәһе: “...Ихлас мөьминдәрҙе йәннәт менән шатландыр. Ул ихлас мөьминдәргә Аллаһ зекер ителһә, уларҙың йөрәктәре тетрәр..." ("Хаж" сүрәһе, 34-35 аяттар).
Мәғәнәһе: “Ҡурҡыу менән өмөт араһында Раббыға (намаҙҙа) ялбарғандар, йылы һәм рәхәт яҫтыҡтарынан айырылып, төндә тороп доға уҡый. Беҙҙең тарафтан индерелгән ризыҡтарынан сарыф итәләр” ("Сәждә" сүрәһе, 16 аят ).
***
Мәғәнәһе: “...Үә Аллаһты күп зекер итеүсе ирҙәр үә ҡатындар бар. Аллаһ быларға ярлыҡау үә изге ғәмәлдәренә ҙур әжерҙәр әҙерләне” ("Әхзәб" сүрәһе, 35 аят).
***
Мәғәнәһе: “Берәү Ҡөрьәнгә ышаныуҙан йәки уның менән ғәмәл ҡылыуҙан баш тартһа, Ҡөрьән юлына керергә теләмәһә, ул кешене Беҙ шайтанға тапшырырбыҙ, ул шайтан уға яҡын булыр, һис тә айырылғыһыҙ” ("Зухруф" сүрәһе, 36 аят).
***
Мәғәнәһе: “Эй мөьминдәр, һеҙҙе малдарығыҙ һәм балаларығыҙ Аллаһ зекеренән алдамаһын, намаҙҙан туҡтатмаһын һәм Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыуҙан ғафил итмәһен. Әгәр был эште берәү ҡылһа, йәғни малына үә балаларына алданып иманына, диненә етешһеҙлек килтерһә, ундай кешеләр әхирәттә ғазапта булып хәсрәтләнеүселәрҙән" ("Монафиҡтар" сүрәһе, 9 аят).
***
Мәғәнәһе: “.... Кем гонаһтарҙан таҙарынып, Раббыһын зекер итеп намаҙ уҡый, шул кеше ғазаптан ҡотолоп өҫтөнлөк табыусы" ("Әғлә" сүрәһе, 14-15 аяттар).
***
Мәғәнәһе: “Иманһыҙҙарҙан иман килтереп изге ғәмәлдәр ҡылыусыларына Аллаһ ғәфү итеүҙе һәм ҙур әжерҙе, йәғни йәннәт ниғмәттәрен вәғәҙә ҡылды” ("Фәтех" сүрәһе, 29 аят.)