Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Ибраһим пәйғәмбәр тураһында ҡисса

Донъяла бер динһеҙ кеше йәшәгән, ул ер йөҙөндә, ҡул аҫтындағы кешеләрҙе ҡоллоҡта тотоп, үҙен аллаһ тип ышандырыусы тәүге кеше була.

 

Ҡуш улы Кәнғән исемле кешенең улы тыуа. Зирәк аҡыллы һәм алдан күреү һәләте булған был кеше яңы тыуған баланың тыңлауһыҙ һәм кафыр буласағын аңлай. Ҡатыны менән кәңәшләшкәс, улар баланан ҡотолорға уйлай. Әсә кеше баланы ҡырағай далаға алып китә, әммә үлтерергә ҡулы бармай, уны далала ҡалдырырға уйлай. Бала янынан бөтә ҡырағай йәнлектәр ҡаса, сөнки уның маңлайында Тамуҡ мөһөрө була. Быны күреп, ҡатын балаһын бынан алып китә һәм йылғаға ташлай. Йылға баланы ҡабул итмәй, ярға ырғыта. Уны кешеләр табып ала, уға Нәмрруд тигән исем бирәләр һәм ҡарап үҫтерәләр.

Ҙурайғас, ул, юл баҫып, кешеләрҙе талау һәм уларҙы үҙенә буйһондороу менән шөғөлләнә. Көндән-көн уның яманлығы арта, кешеләр, залим юлбаҫарҙан ҡотолоу юлын тапмай, уға буйһонорға мәжбүр була. Был турала Кәнғән дә ишетә, ләкин залимдың үҙенең улы икәнен белмәй. Көслө ғәскәр туплап, Кәнғән Нәмрудты үлтерергә китә. Быны белеп ҡалған Нәмруд үҙенең ғәсҡәре менән уның ҡаршыһына сыға. Аяуһыҙ һуғыш башлана, яу яланы ҡан менән тула. Кәнғәндең ғәскәре тар-мар ителә, һәм ғәскәр башлыҡтары икәүҙән-икәү алышҡа сыға. Ҡанһыҙ алышта яуыз баҫҡынсы Кәнғәнде үлтерә, һәм Нәмрудтың хакимлығы көсәйә.

Иманһыҙ тиран үҙен аллаһ тип иғлан итә, һәм үҙенә буйһонған халыҡты шуға ышанырға мәжбүр итә. Бер ваҡыт ул ҡурҡыныс төш күрә. Төш юраусылар уға оҙаҡламай уның хакимлығын юҡҡа сығарасаҡ бер малайҙың тыуасағы тураһында әйтәләр. Ул ошо йылда тыуасаҡ барлыҡ ир балаларҙы үлтерергә әмер бирә, ирҙәрҙе ҡатындарынан айырта. Бойороҡтоң үтәлешен махсус һаҡсылар күҙәтеп, тикшереп тора.

Әммә Нәмруд ни генә ҡылмаһын, бер нәмә лә Ғаләмдәр Раббыһының ҡарарын үҙгәртә алмай. Аллаһу Тәғәләнең тәҡдире хакимдарҙың теләге менән тап килмәй, тик улар, беҙ теләгәнсә булырға тейеш, тип иҫәпләп, үҙҙәрен үҙҙәре алдай. Яуыз залим ир балаларҙы үлтертеп торһа ла, Аллаһ Үҙенең һөйөклө ҡоло Ибраһим Хәлиуллаһты1 һаҡлап ҡала.

Ибраһимдың әсәһе Ләйүсә үҙенең ауырлы икәнен йәшерә. Аҫраныу ваҡыты еткәс, ул ҡасып ҡына мәмерйәгә китә. Уның улы тыуа, ҡатын, баланы ҡалдырып, мәмерйә ауыҙын ҡаплай ҙа өйөнә ҡайта. Әсә кеше түҙмәй, өс көндән һуң әйләнеп килә. Улының һау-сәләмәт икәнен, уның тулы айҙай матур йөҙөн күргәс, шатлығының сиге булмай. Асыҡҡанда, бала үҙенең бармаҡтарын имгән, унан әсә һөтөнә оҡшаш, баллы һөт ағып сыҡҡан. Ул бик тиҙ: ай үҫәһен – көн, йыл үҫәһен ай үҫкән һәм, ай һымаҡ балҡып, нурланып торған.

Ун биш көндән Ябраил фәрештә Ибраһимды, юл күрһәтеп, өйөнә ҡайтарып ҡуйған. Риүәйәттә әйтелгәнсә, атаһы улының иҫән икәнлеген белмәгән. Ләйүсә уға, бала тыуғас та үлде, тип әйткән була. Көтмәгәндә, улы пәйҙә булғас, ул бик ғәжәпләнә. Сер асылғас, уларҙың йөрәген шатлыҡ биләй, һәм улар ҡыуанышып ҡосаҡлашалар.

Бер аҙ ваҡыттан Ибраһим ата-әсәләренә Аллаһтың берәү генә булыуы (тәүхид) тураһында һөйләй башлай. Уның әйткәндәрен кире ҡағып һәм Нәмрудтан ҡурҡып, Азар Ибраһимдың сикәһенә саба. Шунан Нәмрудҡа барып, бөтәһен дә һөйләп бирә, үҙен аҡлар өсөн: “Ошо ваҡытҡа тиклем мин үҙем дә уның барлығын белмәнем”, − ти. Үҙен ғәйепләүҙәренән ҡурҡып, улын − Аллаһу Тәғәлә Үҙе һаҡлап ҡалған Ибраһимды − үҙ ҡулдары менән Нәмрудҡа илтеп бирә. Нәмруд баланы саҡырып ала ла: “Һине мин барлыҡҡа килтерҙем, мин һинең раббың”, − ти. Ибраһим, уға ҡаршы төшөп, был һүҙҙәрҙең ялған икәнлеген әйтә. Ғәжәпкә ҡаршы, Нәмруд Ибраһимды үлтермәй, батшаға бәләкәй бала менән бәхәсләшеү төҫ түгел, тип иҫәпләп, Азарға уға тейешле тәрбиә бирергә ҡушып, ҡайтарып ебәрә.

Ибраһим көн һайын, ата-әсәһенә ризаһыҙлыҡ белдереп: “Мине лә, һеҙҙе лә бар ҡылыусы берҙән-бер Аллаһтан башҡа бер затҡа ла табынырға ярамай”, − тип ҡабатлай. Азар иһә үҙҙәре табынған боттарҙы оҫта итеп биҙәп яһай ҙа уларҙы һатырға улын сығарып ебәрә. Ибраһим: “Кем ошо файҙаһыҙ һынташтарҙы һатып алырға теләй? − тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, уларҙы урам буйлап һөйрәтеп йөрөтөп, кире өйгә әйләнеп ҡайта. Шулай, атаһы менән туҡтауһыҙ һүҙгә килешеп, ун ете йәшкә килеп етә Ибраһим.

Был илдә шундай тәртип индерелгән була: йылына бер тапҡыр яланға сығып, ҙур байрам ойошторғандар. Ошондай бер көндө улар һынташтар алдына төрлө тәмлекәстәр ҡуйып сығалар ҙа, яланға барырға йыйыналар, Ибраһимды ла үҙҙәре менән саҡыралар. Ибраһим, ауырығанға һалышып, өйҙә ҡала. Нәмрудтың кешеләре байрам итә башлай, ә Ибраһим балта ала ла боттар янына китә. Улар йөҙ ҙә етмеш дана була. Кешеләр улар алдына аҙыҡ һалып сыға һәм, улар уны ашай икән, тип шатлана. Ғәмәлдә, ул аҙыҡтарҙы шайтандар алып китә, тик бер кем дә был хаҡта уйланмай. Ибраһим балтаһы менән таш һындарҙың бөтәһен дә ватып ташлай, иң ҙурына ғына теймәй. Балтаһын шул иң ҙур һынға элә лә ҡайтып китә. Нәмруд халҡы яландан ҡайтып, боттарҙы байрам менән ҡотларға йүнәлә, ватыҡ һындарҙы күреп, ғәйеплене эҙләй башлайҙар. Шунда берәү, Ибраһим исемле егеттең боттарға ышанмауы хаҡында әйтә. Нәмрудтың бойороғо менән Ибраһимды табып килтерәләр. “Һин беҙҙең илаһтарҙы ҡыйраттыңмы?” − тип һорай Нәмруд. “Юҡ, уларҙы бына был емереп сыҡты, − тип, муйынына балта тағылған һынға күрһәтә Ибраһим, − ышанмаһағыҙ, үҙенән һорағыҙ”, − ти. Шунда мәжүсиҙәр баштарын эйә: йәнһеҙ таштар нисек яуап бирһен инде, уларҙың аҡылы ла, белеме лә юҡ...

Шунда Нәмрудтың кәңәшселәре уға Ибраһимды утҡа ырғытырға һәм уны тере килеш яндырырға кәңәш бирә. Улар, бөтә халыҡты йыйып, күп итеп утын ташырға бойороҡ бирә. Өс ай буйы халыҡ тау араларынан, алыҫ ерҙәрҙән ҡасырҙар (мул) менән утын ташыған. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, ошонан һуң, ғәҙелһеҙ эштә ҡатнашҡандары өсөн яза итеп, ҡасырҙар ҡыҫыр ҡалдырылған.

Һәм бына бер көндө мәжүсиҙәр ғәләмәт ҙур усаҡ яғалар: бөтә тирә-яҡ төтөнгә тула, уның эҫелеге Дамаскка тиклем барып етә. Хәҙер бөтәһе лә, Ибраһимды нисек утҡа ырғытырға, тип баш вата башлай. Шунда иблис, былар янына аҡһаҡал ҡиәфәтендә килеп, катапульта кеүек ҡоролма эшләргә кәңәш бирә. Ул быны Тамуҡта кафырҙарҙы утҡа ырғытҡанда файҙаланғандарын күргән була. Нәмруд быға бик шатлана, ә инде иблис ҡоролманы үҙе үк эшләп биргәс, шатлығының сиге булмай.

Ибраһимды, катапультаға беркетеп, Тамуҡ утына ырғыт-ҡандай, ҡайнап торған ут ялҡынына ташлағанды Нәмруд бейек тау башынан кинәнеп күҙәтә.

Барлыҡ фәрештәләр, пәйғәм-бәрҙе йәлләп, Аллаһтан уны ҡотҡарыуын һорайҙар. Аллаһ уларға: “Әгәр Ибраһим һеҙҙән ярҙам һораһа, ярҙам итегеҙ”, − ти. Шулай тигәс, Микаил Ибраһимға барып: “Әгәр теләһәң, мин утты көслө ямғыр менән ҡаплайым”, − тигән. Ибраһим ярҙамдан баш тартҡан. Шунан Ябраил: “Минең ярҙамым кәрәкме?” −ти һораған. “Һинән дә миңә бер нимә лә кәрәкмәй. Миңә ҡөҙрәтлеләрҙән Ҡөҙрәтле Аллаһтың минең хәлемде белеүе етә”, − тип яуап биргән Ибраһим. Уның бөтәһен дә Аллаһу Тәғәләгә тапшырыуын барыһы ла күрә, һәм ул үҙенең ҡаҡшамаҫ иманы арҡаһында ҡотолоу таба.

Ябраилдың ҡанаты менән һуғыуынан ажғырып торған ут көсөн юғалта, һәм Ибраһимды татлы йылылыҡ үҙ ҡосағына ала. Аллаһ уның өсөн бер яҡтан һалҡын һыулы шишмә ағыҙа, икенсе яҡтан анар (гранат) ағасы үҫтереп ҡуя. Ябраил уға Ожмахтан уңайлы кресло килтерә һәм йомшаҡ ебәк түшәк йәйә. Уның башына таж, өҫтөнә зиннәтле кейем кейҙерәләр, кейәү егетендәй матур ҡиәфәткә индерәләр. Ибраһим быға тиклем кисермәгән ләззәт һәм рәхәтлек кисерә.

Ҡөрьәндә әйтелгән (мәғәнәһе): “Беҙ әйттек: “Эй ут! Ибраһимға һалҡын бул, хәүефһеҙ бул” (Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе, 69-сы аят).

Аллаһ тарафынан Ибраһимға бирелгән мөғжизәне күреп, күп кешеләр иманға килә, ләкин Нәмрудҡа был тәьҫир итмәй, ул пәйғәмбәрҙе үҙенең биләмәһендә ҡалдырмай, мөмкин тиклем йыраҡҡараҡ оҙаттыра.

______________________________________

1 Хәлиуллаһ − Аллаһтың яҡын дуҫы, яратҡаны (һөйөклөһө)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...