Муса менән Һарундың үлеме

Муса менән Һарундың үлеме

Мусаның ғүмере аҙағына яҡынлаша башлағас, уға кеше ҡиәфәтендә үлем фәрештәһе килә. Ул Мусаға: «Раббыңа яуап бир!» − ти. Муса Ғазраилдың битенә һуғып ебәрә, тегенең бер күҙе атылып килеп сыға.

 

Фәрештә, Аллаһ янына ҡайтып, хәлде һөйләп бирә, Һинең ҡолоң үлергә теләмәй, ти. Аллаһу Тәғәлә Ғазраилға күҙен ҡайтарып бирә һәм яңынан Муса янына барырға һәм, уның усы үгеҙ тиреһендә нисә бөртөк йөндө ҡаплай, ул тағы ла шунса йыл йәшәй ала, тип әйтергә ҡуша. Ғазраил ҡушылғанды үтәй. Пәйғәмбәрҙең: «Ә артабан нимә була?» − тигән һорауына, барыбер үлем киләсәк, тип яуап бирә фәрештә. Муса, үлемдән ҡотолоу мөмкин түгеллеген аңлай һәм ризалаша.

Шуны әйтергә кәрәк, ошо ваҡиғаға тиклем үлем фәрештәһе күҙгә күренеп килгән, хатта кешеләр, әҙәмде фәрештә үлтерә, тип әйткәндәр. Муса менән булған хәлдән һуң, Аллаһ Ғазраилды кешеләргә күренмәй торған итә. Йәнә шуны ла әйтеү мөһим: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәренең береһендә, был тарихты яңылыҡ индереүҙә аҙашҡан кеше генә инҡар итер, тиелә.

Вахба аша тапшырылған икенсе версия буйынса, Муса бер урынға йыйылған фәрештәләрҙе күрә һәм, уларҙың ни сәбәптән йыйылыуы менән ҡыҙыҡһынып, улар янына килә. Баҡһаң, фәрештәләр ябай булмаған, бығаса ундайҙы бер кем дә күрмәгән, тәмле еҫ аңҡып торған ғәжәйеп бер ҡәбер ҡаҙыйҙар икән. Быға хайран ҡалған Муса ҡәберҙең кемгә тәғәйенләнгәнен һорай. «Беҙ уны Аллаһтың бер бик яҡшы, ҡәҙерле ҡоло өсөн ҡаҙыйбыҙ», − тип яуап бирә фәрештәләр.

Ниндәй бәхетле кеше, тип көнләшеп ҡуя Муса.

«Ә һин ҡәберҙең үҙеңдеке булыуын теләмәйһеңме?» − тип һорай фәрештәләр. Муса: «Эйе, теләйем», − ти.

Фәрештәләр уға ҡәбергә ятып ҡарарға тәҡдим итәләр. Муса, ҡәбергә төшөп, ҡабырғаһына ята. Аллаһҡа мөрәжәғәт итә һәм, еңел һулап, шунда уҡ йән бирә. Фәрештәләр уны ошонда ерләй.

Мусаның ағаһы Һарун унан алдараҡ үлә. Ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.

Бер ваҡыт ике туған йөрөп килергә ҡырға сығалар һәм бер мәмерйәгә инәләр. Һарун мәмерйә эсендә үлеп китә. Муса уны шул урында ерләй һәм өйөнә ҡайта. Исраилдар уны ағаһын үлтереүҙә ғәйепләй башлай. Пәйғәмбәргә бындай ялған ғәйепте күтәреүе ауыр була. Ул Аллаһтан ярҙам һорай. Раббы уның һорауына яуап бирә: «Улар менән бергәләп ағайыңдың ҡәберенә бар, Мин уны терелтермен». Муса тегеләр менән мәмерйәгә бара. Ағаһының ҡәбере янына баҫып, уны саҡыра. Һарун, ҡәберенән ҡуҙғалып, башындағы тупраҡты ҡаға-ҡаға, тороп баҫа. Муса: «Һине мин үлтерҙемме ни?» − тип һорай. Һарун ғәм халыҡ алдында: «Аллаһ менән ант итәм, юҡ», − тип яуап бирә. Шунда ғына исраилдар шикләнеүҙән туҡтай.

«Ғәраис» китабында шулай яҙылған.

 

Йүшәғ (Иисус Навин) пәйғәмбәрҙең Ариха ҡалаһын алыуы

Мусаның үлеменән һуң Йүшәғ пәйғәмбәр Аллаһ ярҙамы менән Шәмдәге утыҙлаған ҡаланы яулай. Артабан ул, Исраил тоҡомдарын йыйып, ҡасандыр Муса йыһат менән алған Ариха ҡалаһындағы хәлде һөйләй. Муса ҡаланы яулаған саҡта, ҡасып киткән джаббариндарҙың (илаһтарға табыныусы алпамышалар) яңынан ҡалаға ҡайтыуы һәм хәҙер үҙенең уларға һуғыш асырға йыйыныуын, теләге булғандар уға ҡушыла алыуын әйтә. Һуғышта ике яҡтан да бик күп кеше ҡырыла. Йома көн төштән һуң, ҡояш байығанға тиклем, Йүшәғ дошмандарҙы ныҡ ҡыйрата. Уларҙы тап ошо көндө тулыһынса тар-мар итергә кәрәк була, сөнки иртәгәһе көн, шәмбе, Исраил халҡының ял көнө, һуғышырға ярамаған. Дошман иһә ул арала көс йыйып өлгөрөр ине. Йүшәғ Аллаһу Тәғәләнән, дошманды еңмәй тороп, ҡояшты байытмай тороуын үтенә. Аллаһ уның доғаһын ҡабул итә, һәм, Уның ҡөҙрәте менән, пәйғәмбәр ҡаланы алғанға тиклем, ҡояш байымай тора. Шулай итеп, Ғаләмдәр Раббыһы ярҙамы менән, Йүшәғ иманһыҙҙарҙы еңә һәм Ариха ҡалаһын яулай. Артабан ул Кәнғән яғына йүнәлә. Шул тирәләге батшаларҙы тәүхидкә (бер Аллаһҡа табынырға) саҡыра, утыҙлаған ҡәлғәне ала, баш бирмәгән хакимдарҙы һуғыш менән еңә.

Шәмгә Исраилдарҙы индереп, йөҙ егерме йәшендә Йүшәғ был донъяны ҡалдыра. Уны Афраим тауында ерләйҙәр.

 

Ильяс (Илйәс, Илия) пәйғәмбәр ҡиссаһы (ҡыҫҡаса)

Ильяс доньяға килгәндә, бөтә тирә-яҡ сағыу балҡышҡа күмелә. Кешеләр уның ҡайҙан килгәнен аңлай алмай һәм уның сығанағын эҙләй башлай. Уның Ильяс тыуған ерҙән килгәнен белгәс, бик ҡыуаналар. Бер-береһенә: «Был бит шул малай! Беҙгә ебәрелгән шатлыҡлы хәбәр уның тураһында», − тиешкәндәр.

Пәйғәмбәргә ете йәш тулғанда, ул бөтә Тәүратты яттан белгән, хәтере, балаларға хас булмағанса, ғәжәйеп үҙенсәлекле булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ырыуҙаштарына: «Мин хәҙер һеҙгә ғәжәп бер нәмә күрһәтәм», − ти ҙә шундай көслө, күк күкрәгән тауыш сығара. Был тауышты ишетеп, кешеләр ҡурҡыштарынан ҡалтыраша. Ҡурҡыу үткәс, уларҙа Ильясҡа ҡарата нәфрәт уяна. Улар унан көнләшә башлай һәм уны үлтерергә уйлайҙар. Пәйғәмбәр тауҙарға ҡасып китә һәм күпмелер ваҡыт йыртҡыс йәнлектәр янында йәшәй.

Ҡырҡ йәше тулғас, Аллаһу Тәғәлә уға Ябраил фәрештә аша үәхи (хәбәр, асыш) ебәрә. Башта Ильяс унан кем булыуын, ниндәй маҡсат менән килеүен һорай. Ябраил уға һөйөнөслө хәбәр әйтә: «Аллаһ һиңә, көфөрлөккә төшкән батшаларҙы Исламға саҡырыу өсөн, пәйғәмбәрлек бирҙе», − ти. Ильяс, быны ишетеп, бик ғәжәпләнә һәм: «Бер ниндәй ҡоралым да, көсөм дә булмаған көйө мин быны нисек эшләйем?» − тип һорай. Ябраил уны тынысландыра: «Ысынында, көс-ҡеүәт Аллаһтың ҡулында. Ул һиңә ярҙам итәсәк. Аллаһу Тәғәлә утҡа, йыртҡыс хайуандарға һиңә буйһонорға әмер бирҙе, ә һинең үҙеңә Ул утыҙ пәйғәмбәрҙең көсөн бирҙе. Шулай булғас, бар, ырыуҙаштарыңды тәүхидкә саҡыр», − ти.

Ғаләмдәр Раббыһының ошондай әмере менән, Ильяс етмеш урынға таралып ултырған ырыуҙаштарына китә. Бер ҡасабаға килеп, уның хакимы Джаб исемле кешенең ҡапҡаһы янында ҡысҡырып һәм бик матур итеп Тәүратты уҡый башлай. Хакимдың ҡатыны, уның тауышын ишетеп, янына килә, кем булыуын, ни йомош менән йөрөүен һорай. Ильяс: «Мин Аллаһ илсеһемен, һеҙҙе Исламға саҡырам», − ти. Ләкин ҡатынға дәлил кәрәк була, Ильяс уның нимә теләүен һорай. Ҡатын: «Анауы утты яныңа саҡыр», − ти. Ильястың доғаһы менән, Аллаһ утты уға яҡынайта. Ҡатын был хаҡта иренә һөйләй, улар икеһе лә Ильясҡа ышана һәм тәүхидте ҡабул итә.

Ильяс, Аллаһ әмерен еткерер өсөн, икенсе ҡасабаға китә. Бындағы халыҡ уны ҡабул итмәй, Ислам тураһында ишеткәс, ҡаршылаша. Ильясты тотоп туҡмайҙар, ҡулдарын бәйләп, урындағы батшаға килтерәләр. Батша, ут яғып, ҙур ҡаҙан әҙерләргә ҡуша һәм, әгәр Ильяс нәсихәт биреүҙән туҡтамаһа, уны ҡаҙанда ҡыҙҙырырға вәғәҙә бирә. Ильяс, тәүге тапҡырҙағы кеүек, күк күкрәгәндәй көслө ауаз сығара һәм ут һүнә. Кешеләрҙең ҡоттары оса, ҡурҡыштарынан дер ҡалтырайҙар. Пәйғәмбәрҙең көсөнә ышаналар һәм уйланырға бер көн биреүен һорайҙар. Икенсе көн иртән Ильяс улар янына килә һәм, уларҙы иҫкәртеп, вәғәз һөйләй. Ләкин халыҡҡа был тәьҫир итмәй, уның тырышлығы, шарап көршәгенә һалынған бал һымаҡ, файҙаһыҙ була.

Бөтә ырыуҙарҙың аҡһаҡалы, Ғамил исемле кеше, Ильяс тураһында фекерҙәрен белер өсөн, тирә-яҡтан ғалимдарҙы йыйып ала. Күпселек ғалимдарҙың фекере бер төрлө була: Ильяс − Тәүратта әйтелгән сифаттарға эйә булған Аллаһ пәйғәмбәре. Ләкин был Ғамилде ышандырмай: «Мин уйлайым әле», − ти ул. Ильяс яңынан Джаб янына бара, Ғамил менән булғанды һөйләп бирә. Ләкин Джаб шул арала тәүхидтән баш тартҡан була. Ул Ильясты ҡабул итмәй, ҡыуып сығара. Әммә батша ҡатыны иманында ныҡ тора, ул, тәүхидтән баш тартмауын һәм Ильясҡа ярҙам итәсәген әйтә. Ул Ильяс кеүек үк Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла, бөтә дини вазифаларҙы үтәй. Һәм ул, Ильясҡа эйәреп, Ғамилдең өйөнән йыраҡ булмаған урынға күсеп китә.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...