Аһ, йөрәгем, йөрәккәйем...

Аһ, йөрәгем, йөрәккәйем...

Аһ, йөрәгем, йөрәккәйем...

Әгәр медицина буйынса ҡараһаҡ, йөрәк кеше кәүҙәһендәге иң мөһим ағзаларҙың береһе. Йөрәк ҡан, шулай уҡ кешенең йәшәү эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле булған кислород һәм күп төрлө туҡлыҡлы матдәләрҙең ҡан тамыры буйлап әйләнешен тәьмин итә.

 

Йөрәк ике үпкә арауығында (средостение) йөрәк тоҡсайында, йәғни йөрәк ҡабында (перикад) ята. Йөрәк ҡабы йөрәкте башҡа ағзаларҙан айырып тора. Йөрәк ауырыуына кешенең төрлө хәл-торошо килтереүе мөмкин, ти медицина белгестәре. Мосолман донъяһының мәшһүр ғалимы, табиб ибне Синә үҙенең «Әл-Ҡанүн әт-Тыйб» (Канон врачебной науки) китабында асыуланыу, артыҡ шатланыу йәки борсолоу, үкенеү йәки ҡайғырыу, ҡурҡыу, сихыр, күҙ тейеү йөрәк ауырыуҙарына (йөрәк порогы, инфаркт, психик һ.б. ауырыуҙар) килтереүсе сәбәптәрҙе һанап китә.

Йөрәкте рухи яҡтан дауалаған кеүек үк, физик яҡтан да дауалау кәрәк. Пәйғәмбәр салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм үҙенең хәҙистәрендә өс төрлө дауаланыу ысулын һанап китә: а) бал ҡулланыу; б) ҡан алдырыу (хижәмә); в) көйҙөрөү, ләкин бындай дауаланыу ысулы үтә ныҡ кәрәк булмаған осраҡта тыйылған (16:69; Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Әхмәд; ибне Мәжжәһ; Хәким; Бәйһәҡи). Был дауалау сараларынан тыш, ураҙа тотоу (2:183; Табәрани; Әхмәд; Әбү Дәүд) йөрәк һәм тамыр ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн бик файҙалы. Бының шулай икәнен Токио ғалимының 21-се быуатта ғына ураҙаның кеше организмы өсөн бик файҙалы икәнен иҫбатлауында ла күрәбеҙ. Ураҙа тотоу ҡандағы шәкәрҙе һәм ҡан баҫымын нормаға килтерә.

Табиптарға күренеп, тейешле дауа алыу шәриғәттә тыйылмаған, киреһенсә, «Ауырыу Аллаһтан, дауаланмайым», тип әйтеү ҙур гөнаһ, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Мөслим; Әбү Дәүд; Әхмәд). Табип билдәләгән дауаларҙан тыш, ауырыу кеше үләндәр менән дә дауалана (Бохари; Мөслим; ибне Мәжжәһ; Әхмәд; Тирмиҙи; Әбү Дәүд; Нәсәи). Ләкин рухи ауырыуҙарҙы табип дауалай алмай һәм рухи ауырыуға, депрессияға (имандың зәғифләнеүе, йәғни шайтан кешене башҡаларҙан айырырға тырыша) бирелгән ауырыуҙарҙы мосолмандар өшкөрөү (руҡъйә) менән дауалай (Бохари; Мөслим; ибне Мәжжәһ; Әбү Дәүд; Әхмәд; Нәсәи; Тирмиҙи; Табәрани; әл-Бәни).

Ҡайһы бер табиптар үҙҙәре үк халыҡ дауаһы менән шөғөлләнгән имселәргә ебәрә. Һүҙем шуларҙың береһе – ҡот ҡойоу тураһында. Юғарыла әйтеп киткәнсә, медицина буйынса, йөрәктең «ултырған» йәки «торған» урыны була. Кеше (бәләкәй баламы, йәшме йәки өлкәнме, айырма юҡ) бик ныҡ ҡурҡҡан ваҡытта, йөрәк тертләй, һикереп киткән кеүек була, йәғни йөрәк урынынан күсә. Кеше юҡҡа ғына ҡурҡҡанда «Ҡотом осто», «Ҡотом табаныма төштө», Йөрәгем төшөп барған кеүек», «Йөрәгем жыу итеп китте», «Йөрәгем таш кеүек» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәй.

Шуға күрә ауырыу көсәймәҫ элек, йөрәкте урынына «ҡуйырға, ултыртырға» кәрәк, сөнки ауырыу аҙып китһә, аҙағы ҡурҡыныс, хатта фәжиғәле барып бөтөүе мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар бик күп. Ислам дине буйынса, ен-шайтандар кешегә кеше бик ныҡ ҡурҡҡанда, «ҡото осҡанда» инеп ултырыусан. Пәйғәмбәр салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм үҙенең хәҙистәрендә кешене ҡурҡытып шаяртыуҙы тыйған (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Бәйһәҡи; Әхмәд; Әбү Дәүд; Табәрани).

Ләкин һүҙ бәләкәй баланы, йәш йәки өлкән кешене ҡурҡытыу тураһында ғына түгел, ә яңы донъяға килгән сабый бала ла ҡурҡа (үҙенең ҡулынан, әсәһенең ялбыраған сәсенән, киҫкен, көслө тауыштан һ.б.). Шулай уҡ кеше йөрәгенең урынынан «күсеүенә» үҙенә ҡағылған йәки ҡағылмаған сит факторҙар ҙа сәбәп булып тора (асыуланыу, артыҡ шатланыу йәки борсолоу, үкенеү, ҡайғырыу, сихыр, күҙ тейеү, тәбиғәт күренештәренән ҡурҡыу (йәшен, дауыл, янғын, хайуан һ.б.) (Бохари; Мөслим; Әхмәд; Нәсәи; ибне Мәжжәһ; Тирмиҙи; Әбү Дәүд; Хәким; Табәрани; ибне Хәббән).

Бигерәк тә, ауырлы ҡатындарҙың ҡурҡыуы йәки уларҙы шаяртып ҡурҡытыу, уларҙың кис яңғыҙ мунсаға барыуы бик хәүефле, сөнки аналыҡтағы бала тыумыштан йөрәк ауырыулы (врожденный порок) булып тыуырға мөмкин. Шулай уҡ балаларҙы икенде намаҙынан һуң (эңер ваҡыты) урамға сығарыу ҙа, баланың төнөн яңғыҙ мунсаға барыуы, уларға хәүеф менән янай, был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәрендә бик асыҡ иҫкәрткән (Бохари; Мөслим). (Р.S.миҫалдар реаль тормоштан килтерелде).

Кешенең һәр төрлө хәл торошо йөрәге аша үтә, йәғни кеше йөрәге − Аллаһ яратҡан тере, күҙле, ҡолаҡлы һәм хәтерле «фотоаппарат, камера». Кеше йөрәгенең «камераһы» кешенең нимәнән ҡурҡҡанын «һүрәткә төшөрөп» үҙенең «хәтерендә» ҡалдыра. Кешенең йөрәгендәге был ҡурҡыу халәтен табиптар дарыуҙар менән генә сығара алмай, ә халыҡ дауаһы (бүҫер йәки арпа имләү, мейе йәки йөрәк «ултыртыу», өшкөрөү, быуын төшөрөү һ.б.) элек-электән рухи ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.

Шуларҙың береһе, ҡот ҡойоу йолаһы борон-борондан килә. Ләкин ҡот ҡойоуҙы төрлө хөрәфәттәргә, мәжүсилеккә (язычество) бәйләп ҡойоу, ҙур гонаһ, был Аллаһҡа ширек (кемделер йәки нимәнелер Аллаһҡа тиңләү) килтереү була. Ҡот ҡойоусы кеше иманлы, намаҙ уҡыусы, тәҡүә, әхлаҡле, тәрбиәле, Аллаһу Тәғәлә бойорғандарҙы үтәп йәшәүсе, ә ноҡот йәки кәрт һалыусы, экстрасенс һ.б. кеүек гонаһлы эштәр менән шөғөлләнгән кеше булырға тейеш түгел. Бындай гонаһлы эштәр менән шөғөлләнеүсегә йөрәкте «ултыртырға» барыу бик хәүефле, сөнки улар шайтандар менән хеҙмәттәшлек итә (72:8-9; 15:18. Бохари. Мөслим).

Йоланы яҡшы белгән мосолман кешеһе был халыҡ дауаһын тәһәрәт алып, Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәл итеп, Унан ғына шифа насип итеүҙе һорап, «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим», тип башлай, «Ҡунүт» доғаһын уҡый һәм ҡурғашты һыуға ҡоя. Һыуға төшкәс ҡурғаш ҡата һәм кешенең нимәнән ҡурҡҡаны (күҙ тейеү һ.б.) ҡурғашҡа төшә. Ләкин ҡурғашты «изгеләштереү», үҙең менән алып йөрөү йәки муйынға элеп ҡуйыу һис тә кәрәкмәй, ул фәҡәт тимер киҫәге (припой – йәбештергес иретмә) генә. Әгәр икенсе тапҡыр ҡойоуға кәрәк булһа, билдәле урынға ҡуйып торорға йәки яңы ҡурғаш ҡулланыу мөмкин. Ләкин был халыҡ дауаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәжүсилеккә бәйләп башҡарыусылар күбәйҙе. Бындай кешеләр динде аңламай, йәки диндән бөтөнләй йыраҡ булыусылар. 

Аллаһ беҙҙең барыбыҙға ла таҙа, һау йөрәктәр насип итһен, һәм Ҡиәмәт көнөндә ныҡлы иманлы, һау йөрәк менән тергеҙһен, ин шәә Аллаһ. «Аллаһ һеҙҙең ҡиәфәтегеҙгә, тормошта тотҡан дәрәжәгеҙгә ҡарамай, ә һеҙҙең йөрәгегеҙгә һәм ҡылған эштәрегеҙгә ҡарай (хөкөм итә) (Бохари; Мөслим; ибне Хиббән; ибне Мәжжәһ).

 

 

Әминә Ноғоманова, Сибай ҡалаһы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...