Мусаның Аллаһ ﷻ менән һөйләшеүе
Шөғәйеп пәйғәмбәр, ҡыҙҙарының ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡайтҡанына ғәжәпләнеп, нимә булды, тип һорай. Ҡыҙҙар Мусаның ярҙам итеүе тураһында һөйләй. Атай кеше бер ҡыҙына Мусаны өйгә саҡырырға ҡуша. Ҡыҙ яңынан ҡоҙоҡ янына бара һәм, оялышынан ҡыҙарып һәм битен ҡулъяулыҡ менән ябып, Мусаға атаһының теләген әйтә: «Атайым һиңә, беҙгә ярҙам күрһәткәнең өсөн, рәхмәт әйтергә теләй».
Улар юлға сыға: алдан, юл күрһәтеп, Шөғәйептең ҡыҙы бара, уның артынан Муса килә. Ҡыҙҙың итәген ел күтәрә, һәм уның аяҡтары күренә. Муса үҙе алдан барырға була һәм ҡыҙға юлды өйрәтеп барырға ҡуша. Шулай итеп, улар Шөғәйептең өйөнә килеп етә. Шөғәйеп ҡунаҡты бик йылы ҡаршы ала. Ни өсөн Мәдйәнгә килеүен һораша. Муса Мысырҙа нимә булғанын энәһенән ебенә тик-лем һөйләп бирә. Шөғәйеп уны тынысландыра: «Аҙашҡан халыҡтан ҡурҡма. Фирғәүендең Мәдйән ерендә бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ», − ти. Шунан ашарға килтерәләр, Мусаны һыйлайҙар. Ризыҡланғандан һуң Муса Аллаһҡа шөкөр ҡыла.
Шөғәйептең зирәк һәм һиҙгер күңелле ҡыҙы, Мусаның мәрхәмәтлеген, көсөн һәм тәҡүәлеген күреп, был хаҡта атаһына әйтә һәм Мусаны көтөүсе итеп алыуын һорай. Шөгәйепкә ҡыҙының тәҡдиме оҡшай һәм ул Мусаға, әгәр ул бында һигеҙ йыл көтөү көтөргә риза булһа, үҙенең ҡыҙын бирәсәген әйтә. Әгәр теләһәң, ун йыл көтөрһөң, ти. Муса ризалаша. Улар килешеү төҙөй, Аллаһу Тәғәлә быға шаһит була. Шунан һуң улар, Мәдйәндәге мосолмандарҙы йыйып, Муса менән Сафураның туйын үткәрә.
Шөғәйеп Мусаны стенаһында таяҡтар эленеп торған бүлмәгә алып инә һәм үҙенә таяҡ һайларға ҡуша. Муса ҡулын һуҙыуы була − ҡыҙыл таяҡ эләгә, ләкин Шөғәйеп уны туҡтата. Муса яңынан ҡулын һуҙа, һәм яңынан шул уҡ таяҡты эләктерә. Шөғәйеп йәнә таяҡты урынына элеп ҡуйырға ҡуша. Әммә, Муса нисә тапҡыр ҡулын һуҙмаһын, бер үк таяҡ ҡулына килеп инә. Ахырҙа, Шөғәйеп таяҡты алырға рөхсәт бирә һәм бының Ожмахта саҡта Әҙәм ғәләйһиссәләмгә Аллаһу Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән таяҡ булыуын әйтә һәм, изге аманатты күҙ ҡараһылай һаҡла, тип, васыят әйтә. Бынан һуң таяҡ Мусала ҡала.
Муса, һигеҙ йылға төҙөлгән килешеү буйынса, Мәдйән ерендә ҡайныһының һарыҡтарын көтә башлай. Хәҙер башҡа көтөүселәр элеккесә, һыулауҙа хужа булып, баш-баштаҡлана алмай, Муса Шөғәйепкә хөсөтлөк ҡылыусыларҙы урындарына ултырта: ул малдарын һуғарғандан һуң ғына тегеләргә сират етә. Пәйғәмбәр килешеү буйынса эш башлағанда, көтөүлектә дүрт йөҙ баш һарыҡ булһа, һигеҙ йылдан малдар һаны дүрт йөҙ меңгә етә. Һигеҙ йылдан һуң Шөғәйеп кейәүен ебәргеһе килмәй, тағы ике йылға ҡалыуын һорай. Бының өсөн ул туғыҙынсы йылда тыуасаҡ бөтә тәкә бәрәстәрҙе һәм унынсы йылда тыуасаҡ бөтә орғасы бәрәстәрҙе бирергә вәғәҙә итә. Муса риза була. Тәүге йылда тыуған бәрәндәрҙең бөтәһе лә тәкә булып сыға, ә икенсе йылда тик орғасы бәрәстәр генә тыуа. Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте сикһеҙ. Уға фәҡәт: «Күн!» («Бул!») − тип әйтеү етә.
Мәдйәндә йәшәүенә ун йыл үткәс, Муса Мысырға ҡайтырға була. Шөғәйеп, быны ишеткәс, илап ебәрә: «Һин мине, көсһөҙ һәм һуҡырайған кешене, яңғыҙымды ҡалдыраһыңмы?» − ти. Муса уға, күптән күрешмәгән әсәйем һәм апайым менән осрашҡым килә, тип аңлата. Шөғәйеп уның теләгенә ҡаршы төшмәй, хәйерле юл теләй. Һәм уға ҡыҙына ҡарата мәрхәмәтле булырға ҡуша. Ҡыҙына ла, Мусаның ул һинән риза булырлыҡ юлдашы (ҡатыны) бул, тип васыят әйтә.
Муса, һарыҡтар көтөүен алып, ҡатыны менән Мәдйәндән Мысырға юл тота. Төн еткәс, улар Тур тауы янындағы Тууа тарлауығында туҡтала. Ул төндө көслө ел сыға һәм ҡойоп ямғыр яуа башлай, ныҡ һыуыта һәм ут яғырға кәрәк була. Ауырлы Сафураны тулғаҡ тота башлай − Муса ҡыйын хәлдә ҡала. Ул утын йыйып килтерә, ләкин уны тоҡандыра алмай.
Ауыр уйға ҡалған Муса алыҫта яҡтылыҡ күрә һәм, ут алырға тип, шул яҡҡа китә, ләкин был Илаһи балҡыш булып сыға. Муса унда күктәргә олғашҡан һәм ҙур бер ағасты яҡтыртҡан төтөнһөҙ утты күрә. Ул бик ныҡ ҡурҡа, ҡурҡышынан ҡалтырап төшә. Ул утҡа яҡын бара алмай, артҡа сигенә. Ағас өҫтөндәге яҡтылыҡ ялҡын кеүек көсәйә, көсәйгән һайын, ағас нығыраҡ йәшәрә бара. Көтмәгәндә уға: «Эй Муса!» − тигән тауыш ишетелә. Муса, әйләнеп, тирә-яҡҡа ҡарай, ләкин бер кемде лә күрмәй. «Ысынында, Мин − һинең Раббың», − ти әлеге тауыш. Муса аңлай: был − Ғаләмдәр Раббыһы − Аллаһтың тауышы. Ғәҙәттәге тауыштарҙан айырмалы, был тауыш уға ҡайҙандыр килмәй, һәм уны тәнендәге һәр бер күҙәнәк ишетә.
Аллаһу Тәғәлә менән өнһөҙ, хәрефһеҙ, иҫ киткес мөғжизәле аралашыуҙан тыуған ләззәтле хозурлыҡ Мусаның күңеленә әйтеп аңлатҡыһыҙ һиллек, тыныслыҡ бирә һәм уны биҙәй.
Был төндә Муса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ Миһраж төнөндә ирешкән камиллыҡҡа ирешә. Йәғни, Аллаһу тарафынан уларға бирелгән һәм Аллаһтың бөтә ниғмәт-бәрәкәттәре тупланған иң юғары кимәлдәге ниғмәттәр (рухи һәм матди сифаттар һ.б) камиллыҡ дәрәжәһен ала.
«Ҡулыңда нимә?» − тип һорай Ғаләмдәр Раббыһы. «Таяғым», − тип яуап бирә Муса һәм уның ниндәй осраҡтарҙа кәрәк булыуын һанап бирә. «Таяғыңды ергә ташла», − ти тауыш. Муса таяғын ергә ташлай, һәм таяҡ йыланға әүерелә. Муса ҡурҡып ҡаса. «Һинең менән һөйләшеүсе Аллаһу Тәғәләнән ҡасаһыңмы әллә?» − ти уға Ябраил. Муса кире йыланға әйләнгән таяҡ янына килә. «Ә хәҙер таяҡты ал», − ти баяғы тауыш. Муса йыланды тоторға ҡурҡа. «Ҡурҡма, күтәр таяҡты», − ти Аллаһ. Муса йыланды ҡулына ала, ул шунда уҡ таяҡҡа әйләнә. «Ҡулыңды ҡултығың аҫтына тыҡ», − ти йәнә әлеге тауыш. Муса ҡушҡанды үтәй һәм, ҡулын ҡултыҡ аҫтынан сығарһа, ул ап-аҡ булып, нурланып тора. Мусаның йөрәгендәге ҡурҡыу үтә, тәненә көс инә, Аллаһтың телмәре уның күкрәген киңәйтә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте ﷺ төштәр ярҙамында Миһражға әҙерләгән кеүек, Мусаны ла, таяғы һәм ҡулы аша билдә күрһәтеп, Фирғәүен менән осрашыуға әҙерләйҙәр. Мусаның Аллаһ менән һөйләшеүе йөҙ ҙә ун дүрт мең (114 000) һүҙҙән торған, тиелә. Шулай уҡ әйтелгән: Муса, Мысырҙа саҡта осраҡлы рәүештә кеше үлтергәне өсөн, һәр бер һүҙ һайын шелтә ала.
Рәхимле Аллаһ Мусаға илселек вазифаһын тапшыра һәм Фирғәүенгә йүнәлтә. Пәйғәмбәр үҙе менән ағаһы Һарунды ебәреүҙе һорай, Аллаһ уның үтенесен үтәй.
Ире ут эҙләп киткәндән һуң, яңғыҙы ҡалған Сафура өшөп ҡалтырана, етмәһә, тулғаҡтан яфалана. Уның ыңғырашыуын ишетеп, яҡындағы тарлауыҡтан ендәр ярҙамға килә: йылыныр өсөн ут яғалар, бәпесләгәндә − баланы ҡабул итәләр.
Муса ҡайтмай. Уны көтөп арыған Сафура, яңы тыуған балаһын ҡулына тотоп, тарлауыҡта яңғыҙы ултыра. Аллаһтан башҡа уға ярҙам итеүсе булмай. Шул ваҡытта уны Мәдйән яғынан килгән бер көтөүсе күреп ҡала. Янына килгәс, уны таный һәм атаһына алып ҡайта. (Муса Фирғәүен менән дошманлашҡан һәм уның менән көрәшкән ваҡытта, Сафура улы менән Мәдйәндә атаһы янында йәшәй. Муса улар янына йыл һайын килеп йөрөй. Ә инде Аллаһ, Фирғәүенгә асыуланып, уны һәләк иткәс, Шөғәйеп Мусаның ғаиләһен Мысырға1 оҙата).
Аллаһу Тәғәлә Мусаға Фирғәүен янына барырға ҡуша. Һәм ул Тууа тарлауығы аша Мысырға йүнәлә һәм төн ҡаралығында унда барып етә.
Был ваҡытта Һарун Фирғәүендең иң яҡын вәзире була, уны үҙенең ғаилә ағзаһы итеп күрә. Һарунға төшөндә Мусаның Мысырға килеүе тураһында хәбәр еткерелә. Ул ҡурҡып уяна. Төшөнөң дөрөҫлөгөнә шикләнә: шайтандандыр, тип уйлай һәм яңынан йоҡлап китә. Ләкин хәбәр тағы ике тапҡыр ҡабатлана, һәм фәрештә уға: «Мусаны ҡаршы ал», − ти. Һарун, ябыҡ ишекте асмайынса, тышҡа сыға. Уны дөрөҫ юлдан теге фәрештә алып бара. Һарун менән Муса алыҫ арауыҡтан бер-береһен күрмәй һөйләшәләр. Аллаһ ихтыяры менән, ел ярҙамында бер-береһен, эргәлә торған һымаҡ, ап-асыҡ ишетәләр. Улар алдан һөйләшелгән кеүек килеп осрашалар. Ихлас күңелдән һөйләшеп, яңылыҡтар менән уртаҡлашалар. Муса Һарунға Аллаһ тарафынан уға ла пәйғәмбәрлек бирелеүе тураһында әйтә.
Шунан Муса әсәһе янына барырға уйлай. Һарун, берәйһе күреп ҡалыр, тип хафалана. Ләкин Муса: «Ҡурҡма, Аллаһу Тәғәлә беҙҙең менән», − ти. Улар төн уртаһында әсәләренең өйөнә килә. Ишек төбөндә ике улын да күреп, әсә кеше шатлығынан һушын юғалта.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
_______________________________________
1 Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, Фирғәүен һыуға батҡандан һуң, Муса үҙ халҡы менән кире Мысырға әйләнеп ҡайта.