ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ
ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ
Ибраһимдың улы Исмәғилде ҡорбан итергә ниәтләүе
Ибраһим, Нәмрудтың биләмәһен ҡалдырып, Шәмгә күсеп килгәс, Аллаһтан бала һорай, улым тыуһа, ҡорбан итеп килтерер инем, тип эстән генә вәғәҙә лә бирә. Аҙаҡ ул антын онота һәм тыныс ҡына йәшәй бирә. Әммә берҙән-бер көндө Аллаһ уның иҫенә төшөрә: төшөндә улын ҡорбанға килтерергә ҡуша.
Был төш уға ете төн рәттән инә, һәм ул бының ысынлап та Аллаһу Тәғәләнән икәнен аңлай. Үҙенең вәғәҙәһен иҫенә төшөрөп, уны үтәргә ҡарар ҡыла. Шунан һуң пәйғәмбәр, нишләһен, улына бысаҡ менән бау алырға ҡуша һәм икәүләп Мина яланы яғына барырға кәрәклекте әйтә. Исмәғил, ҡушылған нәмәләрҙе алып, бәрәс кеүек, атаһы артынан эйәрә. Юлда барғанда, атаһынан: “Ә бау менән бысаҡ нимәгә кәрәк?” − тип һорай. Ибраһим, ҡорбанға һарыҡ салырға, тип яуап бирә.
Иблис, Ибраһимдың Аллаһ ҡушҡанды үтәргә ниәтенең ныҡ икәнен күреп, көнләшә. Ул, кеше ҡиәфәтенә инеп, Исмәғилдең әсәһенә бара һәм һорай: “Ибраһим улы менән ҡайҙа китте?” Һәжәр уларҙың утынға китеүен әйтә. Иблис уға, Ибраһим Исмәғилде салырға йыйына, ти. Ләкин Һәжәр ышанмай. Шунда иблис: “Ибраһим, был − Аллаһтың әмере тип әйтә”, − тигән. “Әгәр Раббының әмере шундай икән − миңә шул етә”, − тигән Һәжәр.
Маҡсатына ирешә алмауҙан кәйефе төшкән иблис Исмәғилгә килә һәм: “Ҡайҙа бараһығыҙ?” − тип һорай. Исмәғил ҡорбан салырға китеп барыуҙарын әйтә. “Ә һин беләһеңме, ҡорбанға кемде салалар?” − ти иблис. Белмәйем, тип көлөп ебәрә Исмәғил. Иблис уға атаһының ниәтен асып һала: “Тау башында һине һуясаҡтар”, − ти. Исмәғил: “Ә ниңә атайым мине ҡорбан итергә уйланы икән”, − ти. Иблис: “Атайың, быға Аллаһтың әмере бар, тип әйтә”, − тип яуаплай. “Әгәр Аллаһтың әмере шундай икән, мин Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан булырға риза”, − тигән малай. Исмәғилдең Аллаһу Тәғәләгә күндәмлеген күреп, иблис өмөтөн өҙә һәм уның янынан китә.
Шайтан Ибраһимды ла тикшереп ҡарарға була һәм: “Ҡайҙа бараһың?” − тип һорай. Ибраһим уны ҡарғай һәм ҡыуып ебәрә, ләкин шайтан яңынан уның артынан йүгерә. Пәйғәмбәр Джәмәрат әл-Ғәҡәбәгә, Джәмәрат әл-Вустаға һәм Джәмәрат әл-Суғраға1 еткәндә, һәр саҡ шайтан уның алдына сығып, юлын ҡаплаған. Ибраһим өс урында ла мәлғүн иблискә етешәр таш атҡан. Аллаһ ҡөҙрәте менән Шайтан Ибраһимды һәм уның яҡындарын хаҡ юлдан тайпылдыра алмаған.
Шунан һуң Ибраһим улына Аллаһу Тәғәләнең уға ҡушылған әмере тураһында һөйләй: “Беҙ бында Аллаһ ихтыяры менән һине ҡорбан итергә килдек”, − ти. Исмәғил Зәбихуллаһ2 үҙенең күндәмлеген күрһәтә һәм ҡорбан булырға ризалығын әйтә: “Атай, Аллаһтың бойороғон үтә − ин шәә Аллаһ, һин минең буйһоноуҙы һәм түҙемлекте күрерһең ”, − ти ул.
Ибраһим, улы менән хушлашҡас, бысағын алып, Исмәғилдең муйынынан үткәрә, ләкин бысаҡтың хатта эҙе лә ҡалмай. Исмәғил: “Бәлки, һиңә минең йөҙөмә ҡарауы ҡыйындыр. Йәлләмә, бысағыңды нығыраҡ батыр!” − ти ҙә, боролоп, баш түбән ята. Ләкин Ибраһим ни тиклем тырышмаһын, бысаҡ киҫмәгән, Исмәғилдең тәнен хатта сыймаған да. Атай кеше асыу менән бысаҡты атып бәрә. Шунда бысаҡ, телгә килеп, былай ти: Бөйөк Ҡөҙрәт Эйәһе миңә киҫмәҫкә ҡушты, ә Хәлиуллаһ киҫеүҙе талап итә. Ике төрлө әмерҙең Аллаһ ихтыярынан булғаны − буйһоноуға лайыҡ, һәм мин уны үтәйем. Исмәғилдең маңлайында Мөхәммәдтең ﷺ нуры балҡығанда, нисек мин уның муйынын салайым? Аллаһ ихтыярынан тыш быны эшләргә минең көсөм етмәй”.
Был хәлде күреп торған барса тереклек: ерҙәге һәм күктәрҙәге фәрештәләр, ҡоштар һәм януарҙар, бөжәктәр, хатта диңгеҙ һәм океандарҙа йәшәгән тереклектәр − барыһы ла Аллаһтан атай менән улды йәлләүен һорап ялбара”. Шунда Аллаһ Ибраһим-Хәлилгә ﷺ, һин күргәнеңде (төшөңә ингәнде) үтәнең, тигән үәхи ебәрә. Шунда уҡ Ябраил ﷺ Ожмахтан дөйә дәүмәлендәге һарыҡ тәкәһен килтерә. Исмәғил урынына шул тәкәне салырға ҡушылғас, бөтәһе лә шатлыҡтан тәҡбир (“Аллаһу әкбәр!” − “Аллаһ Бөйөк!”) әйтә. Бына шулай Исмәғил ҡорбан булыуҙан ҡотола һәм юғары дәрәжәгә ирешә. Әйтелгән: был бәрән Һәбилдең Аллаһу Тәғәлә ҡабул иткән ҡорбанлығы булған, уны Ҡөҙрәт Эйәһе Ибраһим-Хәлилгә бүләк итеү өсөн Ожмахта һаҡлаған.
Тәүратҡа эйәреүселәр, ҡорбанға Исхаҡты әҙерләгәндәр, тип иҫәпләһәләр ҙә, тап Исмәғилдең Зәбихулла икәнлеге киң билдәле һәм ышаныслы дәлилләнгән.
Шәддәдтең һәләкәте тураһында
Иманһыҙ батшалар араһында бөтә донъяны баҫым аҫтында тотҡан ике хаким булған: Нәмруд бин Кәнғән һәм Әҙил улы Шәддәд. Шәддәдтең Шәдид исемле ҡустыһы була, ул бөтә донъяны үҙенең ҡул аҫтында тотҡан. Ул үлгәс, уның биләмәләре Шәддәдкә күсә. Ул яңы ҡала һәм ауылдарҙы, батшалыҡтарҙы көс менән баҫып ала. Уның йөрәгендә йәлләү тигән тойғо бөтөнләй булмай. Уның ҡанһыҙлығынан халыҡ бик ыҙаланып йәшәй. Был донъяла ул мең йыл йәшәй һәм шунса тапҡыр өйләнә, уның дүрт мең балаһы була.
Шәддәд әүәлге пәйғәмбәрҙәргә Аллаһ тарафынан ебәрелгән китаптарҙан Ожмах тураһында яҙылған урындарҙы уҡырға яратҡан. Һәм ул, шул китаптарҙа һүрәтләнгәнсә, ерҙә Ожмах төҙөргә уйлай.Ул кәңәшләшер өсөн вәзирҙәрен һәм инженерҙарҙы йыйып ала һәм уларға һәйбәт климатлы, һыуы мул булған, уңдырышлы ерле матур урынды табырға ҡушҡан.
Инженерҙар ер шарының төрлө мөйөшөндә булып, бөтә урынды тикшереп сығалар. Һәм Ожмах өсөн иң йәтеш урынды Йәмән ерендә табалар. Бының менән бөтәһе лә килешә. Шәддәд ожмах ҡалаһы төҙөргә әҙерлек башлай. Ул иң тәжрибәле оҫталарҙы саҡырып ала һәм ҡалаға нигеҙ һалырға ебәрә. Улар төҙөлөш өсөн унға ун фәрсәх3 майҙанды кәртәләп ала. Бөтә баҫып алынған илдәрҙәге алты-көмөштәрҙе һуңғы тиненә тиклем йыйып алып, уларҙы иретеп, кирбескә әйләндерәләр һәм уларҙан ҡойма эшләйҙәр. Шунан һуң эстә “ожмах” һарайҙары төҙөй башлайҙар. Ирам (ожмах ҡалаһы) төҙөү өсөн, халыҡта ниндәй ҡиммәтле әйбер бар, береһен дә ҡалдырмай, тартып алалар. Хатта бер йәтим ҡыҙҙың ҡолағында алҡа күреп ҡалғас, Шәддәд түҙмәй, уны ла йолҡоп ала. Рәнйетелгән ауырыу йәтим ҡыҙ Аллаһу Тәғәләгә ялбарып, доға ҡыла, һәм уның доғаһы тиран өсөн үлемесле ағыу була, ошо доға аша ул үҙенең үлемен таба. Ул бар халыҡҡа шул тиклем золомлоҡ ҡыла, шулай ҙа Аллаһу Тәғәлә уға, алдан билдәләнгән мөҙҙәткә еткәнгәсә, ваҡыт бирә.
Шулай итеп, Шәддәд ҡиммәтле ынйы таштар менән семәрләп биҙәлгән шәп һарайҙары, емеш-еләк, һәр төрлө ризыҡтар, мул һыулы йылғалары булған, һәм донъя яралғаны бирле быға оҡшашлығы һәм тиңе булмаған ҡала төҙөтә. Унда йәшәр өсөн бөтә шарттар ҙа булған, әммә, Аллаһ ихтыяры менән китаптарҙа һүрәтләнгән Ожмах менән сағыштырғанда, улар көлкө генә булған. Ҡаланы өс йөҙ йыл төҙөгәндәр, йәнә егерме һигеҙ йыл уның эсен Ожмахҡа оҡшатырға тырышып йыһазлағандар. Шунан һуң унда Шәддәдте саҡыралар. Шәддәд, балалары, ҡатындары һәм ярандарын алып, алтын әйберҙәр менән биҙәлгән дөйәләр, көмөш йүгәнле аттарға ултырып, юлға сыға. Ләкин юлда уға бирелгән ғүмерҙең мөҙҙәте бөтә һәм Бөйөк Ҡөҙрәт Эйәһе йәтимде рәнйеткәне өсөн залимдан үс ала: Күктәрҙән килгән күк күкрәгәнгә оҡшаш ҡот осҡос тауыш барыһын да йығып һала. Шәддәдкә өс йөҙ йыл буйы төҙөлгән, ҡиммәтле таштар, алтын-көмөштәр менән биҙәлгән “ожмах” ҡалаһын күрергә һәм, бер генә сәғәт булһа ла, унда йәшәргә насип булмай.
Эй мосолмандар, кешеләрҙән көлмәгеҙ, түбәнһетмәгеҙ, көсһөҙҙәрҙе рәнйетмәгеҙ, йәберләнгәндең доға-һынан тиран һәләк була. Аллаһтың асыуын килтергән нәмәләрҙе ҡылмағыҙ, сөнки Ул йәберләүҙәрҙе ғәфү итмәй.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
______________________________________
1 Джәмәрат әл-Ғәҡәбә, Джәмәрат әл-Вуста һәм Джәмәрат әл-Суғра. − Минала таш бәрә торған урындар.
2 Зәбихуллаһ − Исмәғил пәйғәмбәрҙең ҡушаматы − Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерелгән.
3 Фәрсәх (фарсанг) − ғәрәптәрҙә боронғо фарсы теленән алынған ара (оҙонлоҡ) үлсәме, төрлө урындар һәм төрлө эпохаларға ҡарап, яҡынса 5-9 саҡрым самаһы. Йәйәүләп бер сәғәттә үтерлек юл.
СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН