ӘҘӘМ
Эй кешеләр, пәйғәмбәрҙәр ҙә гонаһ ҡыла ала, тигән уй башығыҙға ла инеп сыҡмаһын − был иманһыҙлыҡҡа килтерә. Уларҙың яңылышлығында хикмәт ята. Мәҫәлән, Аллаһу Тәғәлә Әҙәмгә бойҙай ағасының емешен ашамаҫҡа ҡуша − был Уның асыҡ әмере. Әммә, шуның менән бергә, йәшерен әмере буйынса − Әҙәм емеште ашарға тейеш. Тимәк, Аллаһу Тәғәлә Әҙәмде алдан билдәләнгән йәшерен тәҡдирен үтәүгә алып килә.
Иблис ҡотҡоһо
Әҙәм менән Хәүәнең1 Ожмахта йәшәүҙәрен белгәс, Иблис уларға яуызлыҡ ҡылыу тураһында уйлай башлай. Ул, нисек булһа ла, уларҙы гонаһҡа батырырға ниәт ҡора. Өс йөҙ йыл буйы ул Ожмахҡа инергә теләп, уның ҡапҡаһын һаҡлай, әммә үтә алмай.
Бер ваҡыт Ожмахтан бер матур ҡош осоп сыға. Иблис уға юхаланып, йомшаҡ тауыш, матур һүҙҙәр менән уның ҡайҙан булыуын, ҡайҙа осорға ниәтләүен һораша һәм, кире ҡайтҡанда, үҙе менән уны ла алыуын үтенә. Тауис ҡошо: “Ә ниңә үҙең инмәйһең?” − тип һорай. Үҙенең мәкерле уйын йәшереп, Иблис, йәшерен үтергә теләйем, тип яуап бирә. “Мин һине үткәрә алмайым, − ти ҡош, − шулай ҙа, йыланға әйтеп ҡарармын, ул һиңә ярҙам итә алыр”, − ти.
Йыланды табып, тауис уға: “Ҡапҡа янында мөкәррамдәрҙән (Аллаһҡа яҡынайтылғандарҙан) берәү тора, нәсихәт һөйләргә килгән. Булдыра алһаң, уны эскә үткәр”, − тигән. Йылан шатланып риза булған, ҡапҡа янына барып, Иблис менән йәшерен генә һөйләшкәндәр. Йылан ауыҙын асҡан, Иблис уның эсенә ингән. Шулай итеп, мәлғүн Ожмахҡа үтеп инә.
Иблис тыйылған ағас янына барып ултыра ла, һорнайҙа уйнай башлай. Ят тауышты ишетеп, Әҙәм менән Хәүә (уларға именлек) иблис ултырған ергә килә. Теге шунда уҡ уларға икмәк ағасынын емешен татып ҡарарға тәҡдим итә. Әҙәм был емештәрҙе Хәүә менән уға ашарға ярамауын әйтә. Шунда иблис, Аллаһ исеме менән ялған ант биреп: “Кем был ағастың емешен татып ҡарай − шул Ожмахта мәңгегә ҡаласаҡ, ҡартайыуҙы белмәйәсәк, йә булмаһа, һеҙ икегеҙ ҙә фәрештәгә әйләнәсәкһегеҙ, һеҙгә бынан бер ниндәй ҙә зыян булмаясаҡ”, − ти. Ялғанды һиҙмәйсә, ләғин иблистең һүҙҙәренә ышанып, улар ағасҡа яҡын килә. Мәңгелеккә Ожмахта ҡалырға теләп, Хәүә емеште татый. Уның менән бер ни ҙә булмағанын күреп, Әҙәм дә, емеште ҡабып, бер киҫәген йотоп ебәреүе була, башындағы тажы төшөп китә. Быға ул бик ныҡ ҡайғыра.
Әҙәмде Ожмахтан сығарыу
Әҙәм менән Хәүә (уларға именлек) Аллаһ ҡушҡанды тыңламағас, уларға яза биреү кәрәк була. Һәм Аллаһу Тәғәлә Ябраилға уларҙы Ожмахтан сығарып, Ергә оҙатырға ҡуша. Әҙәм менән Хәүә (уларға именлек) Ожмахтан киткәс, Аллаһтың барса мәхлүктәре уларҙы йәлләп илай башлай. Алтын менән көмөш кенә иламай. Аллаһ уларҙан: “Һеҙ ниңә иламайһығыҙ?” − тип һорағас, улар былай тип аҡлана: “Һинең ҡушҡаныңды тыңламаған ҡол өсөн иларға беҙ Һинең алда оялабыҙ. Һәм Раббыбыҙҙың тыңлауһыҙ ҡолона биргән язаһы илауға лайыҡ түгел, тип иҫәпләйбеҙ”. Аллаһ уларҙың яуабынан ҡәнәғәт ҡала һәм дөрөҫ ғәмәлдәре өсөн уларҙың хаҡын күтәрә. Раббы ихтыяры менән кешеләрҙең Ҡиәмәт көнөнәсә алтын-көмөшкә ихтыяждары буласаҡ.
Ябраил Әҙәмде , ҡулынан етәкләп, Һиндостандағы Рахун тауына килтерә. Был хәл йомаға ҡаршы кис була. Һөйләүҙәренсә, был тауҙа Әҙәм табанының ун беләк оҙонлоғонда эҙе ҡалған, һәм был урын әлегәсә көндөҙ ҙә, төндә лә нурланып тора икән.
Хәүә анабыҙҙы Ябраил, Аллаһ ҡушыуы буйынса, Хижазға, Тоҙло (Ҡыҙыл) диңгеҙ ярына килтерә һәм әлеге Джидда ҡалаһы булған урында яңғыҙын ҡалдыра.
Аллаһ иблисте Ожмахтан ҡыуып, рәхимлектән мәхрүм итә, һәм ул Иракҡа һөрөлә. Шайтан үҙ-үҙе менән никахҡа инеп, дүрт йомортҡа һала. Йомортҡаларын төрлө урындарҙа һалып, иблис үҙенең нәҫелен үрсетә башлай һәм улар менән бөтә донъяны тултыра. Аллаһ уларға кеше тәнендә ҡан һымаҡ йөрөү һәләте бирә.
Иблис Әҙәмгә ҡарата үҙенең хөсөтлөгөн (көнсөллөгөн) һиҙҙереү менән Аллаһ Әҙәмгә иблистең уның дошманы икәнен иҫкәртеп ҡуя. Пәйғәмбәрҙәргә төшөрөлгән барлыҡ китаптарҙа ла иблистең дошман икәнлеге әйтелгән. Шулай уҡ уға буйһонмаҫҡа ҡушылған. Мәлғүн иһә Аллаһҡа Уның бөтә ҡолдарын да аҙаштырыуҙан туҡтамаясағы тураһында ант итә. “Ләкин Минең ысын ҡолдарымды аҙаштыра алмаҫһың”, − ти Аллаһ.
Иманы зәғиф булғандарҙы шайтан юлдан яҙҙыра алһа ла, иманы ныҡ булғандарҙы Аллаһу Үҙе һаҡлай. Кем Аллаһҡа күндәмлек күрһәтеп, Унан тура юлға баҫтырыуын һорай, Раббы уға үҙенең бөтмәҫ рәхмәттәрен яуҙыра. Кем Аллаһу Тәғәләнең ҡурсауында − ул нәфсе ҡоллоғона төшмәйәсәк. Кем Аллаһҡа итәғәт итеүҙең ысын тәмен татый, ул Исламды алтынға ла, көмөшкә лә алыштырмаясаҡ.
Иблискә Ожмахҡа үтергә ярҙам иткән өсөн Аллаһ йыландың теленә ағыу һала һәм уны “телһеҙ” итә һәм Исфаханға (Иран) ташлай. Иблискә булышҡаны өсөн тауис күп ниғмәттәрҙән мәхрүм ителә, ҡиммәтле биҙәүестәре һалдырыла, сибәрлеге кәмей. Ул Антакияға, икенсе фараз буйынса − Вавилонға ырғытыла.
Әҙәм Ожмахтан ергә яланғас килеш төшөрөлә. Ҡояшҡа өйрәнмәгән тәне янып сыға, һәм ул эҫелектән ғазапланыуы тураһында Ябраилға әйтә. Ябраил Ожмахтан һарыҡ бәрәне алып, Джиддаға Хәүә янына бара. Ул уға һарыҡтың йөнөн алырға, уны иләргә һәм кейем бәйләргә өйрәтә. Хәүә өҫкә кейә торған елбәгәй (накидка) бәйләй. Ябраил кейемдең Әҙәмгә тәғәйенләнгәнен һиҙҙермәй, уны алып, Һиндостанға китә һәм Әҙәмгә тапшыра, ләкин кейемде Хәүә әҙерләгәнен әйтмәй.
Өҫтөн ҡаплағас, Әҙәмгә еңел булып китә. Шунан ул асыҡҡанын һиҙә. Ябраил Ожмахтан ике йөк үгеҙе алып килә, Әҙәмгә ер эшкәртеү ҡоралдары бирә һәм уны ер эшкәртергә өйрәтә. Шунда уҡ ергә бойҙай сәсәләр, бойҙай шунда уҡ шытып сыға һәм өлгөрә. Ябраил иген игергә, ике таш менән он тартырға өйрәтә. Ожмахтан күмер килтергәс, ҡыҙыуын кәметер өсөн, ете тапҡыр һыуға манып алалар, юғиһә ул бөтә ерҙе яндырыр ине. Әҙәмдең Ожмахты ҡалдырыуына ҡырҡ йыл үткән була. Ошо ваҡыт эсендә ул бер ниндәй ризыҡ ҡапмай. Утта көлсә бешереп алғас, уны ашарға теләй. Ябраил уны туҡтата: “Әгәр ҡояш байығансы түҙһәң, ураҙаң тамамлана”, − тигән. Шулай итеп, Әҙәм ер йөҙөндә тәүге ураҙа тотоусы була һәм шуның менән буласаҡ нәҫелдәре өсөн уға нигеҙ һала.
Ауыҙ асыр ваҡыт еткәс, көлсәгә ҡулын һуҙыуы була, уныһы тау артына тәгәрәп китә. Әҙәм һикереп тора ла, көлсә артынан йүгерә. Ябраил : “Һин ашыҡтың, әгәр көлсә артынан йүгермәһәң, ул үҙе һиңә килер ине”, − ти. Шуның өсөн, Аллаһ ҡушыуы буйынса, Әҙәм балаларына үҙҙәренә ризыҡты ауырлыҡ менән табырға тура килә. Көлсә Әҙәмгә әйләнеп килгәс, ул уның яртыһын ашай ҙа яртыһын алып ҡуя (аҙаҡ ашарға). Ябраил: “Улай эшләмәһәң, яҡшыраҡ булыр ине”, − ти. Шулай итеп, аҙыҡты һаҡламға (запасҡа) ҡалдырыу ҙа кешеләр тәҡдире булып ҡала.
Әҙәм ас ваҡытында Хәүә тураһында онота, тамағы туҡ булғанда, иҫенә төшә. Шулай итеп, уларҙың айырым йәшәүҙәренә биш йөҙ йыл үтеп китә. Бер ваҡыт ул Ябраилдан һорай: “Әйт әле, Хәүә иҫәнме, юҡмы?”. Ябраил Хәүәнең иҫән икәнлеген, унан яҡшыраҡ йәшәүен − диңгеҙ буйында балыҡ тотоп, балыҡ ашап көн итеүен, Аллаһтың уны мохтажлыҡта ҡалдырмауын әйтә. Әҙәм бик ҡыуана һәм ҡатынын төшөндә күреүен әйтә. Ябраил төштө яҡын арала осрашыуға юрай.
Әҙәм үҙенең Ожмахтағы яңылышлығы өсөн ныҡ үкенә һәм тәүбә ҡылырға кәрәклеген аңлай. Аллаһ уның күңеленә: “Раббәнәә ҙаләмнәә... (Раббым, беҙ үҙ-үҙебеҙгә золом (яуызлыҡ) ҡылғанбыҙ...)” тигән һүҙҙәрҙе һала һәм шул һүҙҙәрҙе әйтергә көс бирә. Әҙәм Аллаһтан Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм хаҡына уны кисереүен һорай. Шунда Аллаһ, Үҙе белһә лә, әҙәп һаҡлап һорай: “Мөхәммәд ﷺ әле донъяға килмәгән, һин уны ҡайҙан беләһең?” − ти. “Раббым, Һин мине яратҡас, башымды күтәреп ҡараһам, иң элек ҡарашым Ғәреш бағанаһына илаһи ҡәләм менән яҙылған “Ләәә иләәһә иллә-Ллаһ, Мөхәммәд-расүлуллаһ” тигән һүҙҙәргә төштө. Шунда мин Һинең гүзәл исемеңә ҡушып яҙылған Мөхәммәдтең ﷺ Һинең һөйөклөң икәнлеген аңланым”, − ти. Үҙенең һөйөклө пәйғәмбәре исеме менән һорағас, Аллаһ Әҙәмде ғәфү итә.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
___________________________________
1 Хәүә d − Әҙәмдең ҡабырғаһынан яратылған тәүге анабыҙ.
Ғәрәпсә حواء − йәшел (йәшәү, ғүмер биреүсе)
СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ– ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН
ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ