Ғүмәр тураһында

Ғүмәр тураһында

Әбү Бәкерҙән һуң иң лайыҡлыһы – Ғүмәр Хаттаб улы, ибне Нүфәйл, ибне Ғабдулғузза, ибне Раях. Пәйғәмбәрлек башланыуының алтынсы йылында ул Ислам ҡабул итә. Икенсе фекер буйынса, бишенсе йылда, ҡырҡ ир менән ун бер ҡатындан һуң дингә килә, тип әйтелә.

 

Ысынында, Аллаһу Тәғәлә Ғүмәр аша Исламды данлай. Ул ҙур ғәсҡәр туплап, күп кенә ерҙәрҙе яулап ала. Мәҫәлән, Шәмде, Мысырҙы, Ираҡты, Константинопольды, Алжирҙы, Әзербайжанды, Балхты (Афғанистан), Бохараны, Сәмәрҡандты, Фарсиҙы, Рим империяһын һ.б.

Хуҙәйфәнән еткерелә: «Ғүмәр исламды ҡабул иткәс, ислам, һөжүм итеп, баҫып килгән иргә оҡшай һәм уның менән ара тик яҡыная ғына, уны үлтергәс, ислам сигенгән иргә оҡшай башлай, һәм ара тик алыҫая ғына».

Ғалимдарҙан еткерелгәнсә, Ябраил фәрештә, Ғүмәр мосолман булыр алдынан, ергә төшөп: «Йә, Мөхәммәд, мин күк халҡына шатлыҡлы хәбәр еткерәм, Ғүмәрҙең Исламға килеүе тураһында», – тип әйтә.

Джәбир әйтеүенсә, Ғүмәр Әбү Бәкергә: «Йә, Пәйғәмбәребеҙҙән һуң иң яҡшы кеше», – тип өндәшкән. Шул саҡта Әбү Бәкер: «Һин шулай тип әйткәс, мин дә әйтәм, мин Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Ғүмәрҙән дә яҡшыраҡ кеше өҫтөнән ҡояш сыҡмаған әле», – тип әйткәнен ишеттем, − ти». Ғамир улы Ғүҡбәттән еткерелгәнсә Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Әгәр ҙә минән һуң пәйғәмбәр булһа, ул Ғүмәр ибне Әл– Хаттаб булыр ине», – тигән.

Ул икенсе хәлиф була. Ун йыл һәм алты ай ысын мәғәнәһендә камил итеп идара итә, Аллаһ юлында көрәшә. Уны хижри буйынса 23 йылда шаршамбы көнө Мәҙинә ҡалаһында Муғираның ҡоло Әбү Лүьлүәт үлтерә. Шәһит үлеме менән һәләк булған сағында уға 63 йәш була.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан.

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...