Телде һигеҙ гонаһтан һаҡла!

Телде һигеҙ гонаһтан һаҡла!

1. Ялған

Бер ҡасан да ысынлап та һәм шаяртып та алдашма. Аҙаҡ етди һорауҙарҙа алдамаҫ өсөн, телеңде шаяртыу аша ялғанға өйрәтмә. Ялған иң ҡурҡыныс гонаһтарҙың береһе булып һанала. Әгәр ҙә кешеләр һинең ялғаныңды ишетһә, һин уларҙың ышанысынан мәхрүм булаһың һәм һиңә башҡа берәү ҙә ышанмаясаҡ. Кеше алдында абруйың төшөр. Ялғандың әшәкелеге тураһында аңлар өсөн, икенсе кешеләрҙең алдашыуҙары тураһында фекерлә. Уларҙың алдашыуының йәнгә тейеүе һәм һеҙҙең алда уларҙың абруйҙары төшөүе фәһем булып тора. Был ысул, үҙеңдең етешһеҙлектәреңде аңлар өсөн, ысынлап та тәьҫирле. Кешене күҙәтеп кенә һин үҙеңдең етешһеҙлектәреңде аңлай аласаҡ-һың. Башҡаларҙа йәмһеҙ тип күренгән һыҙаттар, һис шикһеҙ, һиндә лә шулай шөкәтһеҙ булып күренә. Шуға күрә, үҙеңдә насар һыҙаттар табылһа, улар менән килешеп йәшәмә.

 

2.      Вәғәҙәне тотмау

Гел һүҙеңдә торорға тырыш. Кешеләргә һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдәрең менән изгелек ҡыл.

Әгәр берәй нәмә тип вәғәҙә бирһәң, ҙур ҡыйынлыҡтар менән осрашмайынса, һүҙеңдән баш тартма. Сөнки вәғәҙәне үтәмәү монафиҡтарҙың һыҙаты һәм, ғөмүмән, насар холоҡ билдәһе.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Өс һыҙат бар һәм әгәр улар берәйһенә хас булһа, ул кеше монафиҡ була, хатта ул намаҙ үтәһә лә һәм ураҙа тотһа ла. Һөйләгәндә – алдай, вәғәҙәһен үтәмәй, уға аманат итеп ҡалдырған әйбергә ҡул һуҙа», – тигән.

 

3.      Ғәйбәт

Телеңде ғәйбәт менән бысратма! Яман теллелек зинаға ҡарағанда утыҙ тапҡырға насарыраҡ гонаһ. «Ғәйбәт – ул берәйһе тураһында шелтәле һүҙ. Уны кеше ишетеп үпкәләүе ихтимал», – тип аңлатыла бер риүәйәттә. Һин хатта хаҡ һүҙҙәрҙе һөйләһәң дә, ғәйбәт һатҡан кеше булып һаналаһың, уның менән һин кешенең хоҡуғын боҙаһың. Бигерәк тә Ҡөрьәнде яһалмалылыҡ менән уҡығандар тураһында яман һүҙ сығармаҫҡа тырыш. Уларға туранан-тура түгел, ишара һәм ситләтеп әйтелгән һүҙҙәр аша тәьҫир итергә тырышырға кәрәк. Мәҫәлән, «Аллаһу Тәғәлә уны хаҡ юлға баҫтырһын. Уның ҡылығы минең кәйефте ҡырҙы. Аллаһтан беҙҙе һәм уны тура юлға баҫтырыуыбыҙҙы һорайбыҙ», – тип әйтергә ярамай. Был һүҙҙәрҙә ике насар сифат бар. Беренсенән, ул ғәйбәт булып һанала, икенсеһе – һин үҙеңде аҡлайһың һәм ғәҙел, тип маҡтанаһың. Әгәр һин: «Аллаһ уны хаҡ юлға баҫтырһын», – тип кенә әйтһәң, һин ысынлап та уның өсөн борсолаһың, йәшерен генә уға доға ҡылаһың. Әгәр һин уны кеше алдында кәмһетмәй, уның етешһеҙлектәре тураһында һөйләмәһәң, ысынлап та, һин уның өсөн борсолаһың тигәнде аңлата. Ҡысҡырып үҙеңдең ҡәнәғәтһеҙлегеңде белдереү кеше-нең етешһеҙлектәре тураһында һөйләүеңә дәлил булып тора.

Ғәйбәттән ары торор өсөн киләһе аятты иҫтә тоторға кәрәк (мәғәнәһе): «Бер-берегеҙ артынан күҙәтмәгеҙ, кеше артынан һүҙ йөрөтмәгеҙ. Үлгән туғандың итен ашап, кеше тәм табырмы?» («Әл-Хүджүрат» сүрәһе, 12-cе аят). Ғәйбәт таратыусыны Аллаһ үлгән кешеләрҙең итен ашау менән тиңләй.

Кеше артында һүҙ йөрөтмәҫ өсөн киләһе ысулды ҡулланырға була.

Башта үҙеңдең билдәле йәки йәшерен етешһеҙлектәреңдең барлығы тураһында фекерлә. Кеше алдында йәки аҫтыртын эшләгән гонаһыңды иҫеңә төшөр. Шулай итеп үҙеңде яҡшыраҡ белгән һайын, икенсе кешенең кәмселектәренән арыныуҙа булған уңышһыҙлығы һинең уңышһыҙлығыңа тиң. Һиңә икенсе кешенең һиндәге етешһеҙлектәр тураһында һөйләүе һәм башҡалар алдында хурлауы оҡшамай бит, шуның кеүек башҡа кешегә лә был ғәмәл оҡшамай. Әгәр башҡаларҙың кәмселектәрен йәшерһәң, Аллаһу Тәғәлә һинең кәмселектәреңде йәшерер.

Әгәр һин кешене хурлай башлаһаң, Аллаһ һиңә ҡарата үткер телдәрҙе ебәрер. Шунан Ҡиәмәт көнөндә лә Аллаһ һине бөтөн кешеләр алдында оятҡа ҡалдырыр.

Үҙеңдең ҡиәфәтеңдә һәм күңелеңде тикшергән саҡта, дини һәм донъяуи һорауҙарҙа етешһеҙлектәреңде тапмаһаң, был ахмаҡлыҡтың иң түбәнге формаһы булып һанала.

Әгәр Аллаһ һиңә яҡшылыҡ теләһә, Ул һинең етешһеҙлектәреңде күрһәтер. Үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу – иң түбәнге кимәлдәге наҙанлыҡ. Шуға күрә, һин үҙеңде Аллаһтың ҡушҡанын үтәүселәрҙән һанаһаң, Уға рәхмәтле бул, кешеләрҙе ғәйепләмә, шелтәләмә, сөнки был иң ҙур етешһеҙлек булып һанала.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)     

 

Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...