Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ҡояштың көнбайыштан сығыуы

Ахырызамандың ҙур билгеләренең береһе − ҡояштың көнбайыштан сығыуы. Был хәлдән һуң тәүбә ҡапҡалары ябыласаҡ. Хатта кеше гонаһтары өсөн ысын күңелдән ғәфү үтенһә лә, Аллаһу Тәғәләгә ышанырға теләһә лә, уның ғәмәлдәре ҡабул булмаясаҡ.

Был ваҡиға изге Ҡөрьәндә иҫкә алына. Аллаһу Тәғәлә әйтә (мәғәнәһе): «Әллә улар (кафырҙар) арттарынан фәрештәләр килгәнен (йәндәрен алыр өсөн), әллә һинең Раббыңдан әмер (Ахырызаман етеүе йәки яза тураһында) йәки Раббының ғәләмәттәрен (ҡайһы бер билдәләренең күренгәнен) көтәме? Элек иманға килмәгән, иманға килеп тә, уны изгелек менән нығытмаған кешегә Раббыңдын ғәләмәте ингән көндө иманы ярҙам итмәҫ. Әйт (уларға, йә, Пәйғәмбәр,): «Көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ!». (“Әл-Әнғәм сүрәһе, 158-се аят).

Күпселек мөфәссирҙәрҙең (Ҡөрьәндең мәғәнәһен аңлатыусылар, мәҫәлән, Әт-Тәбәри) фекеренсә, был аяттағы «ҡайһы бер билдәләренең» тигән һүҙҙәр Ҡиәмәт көнөнөң билдәһе − ҡояштың көнбайыштан сығыуын аңлата. Әбү Һөрәйрә еткереүенсә, Рәсүлебеҙ ﷺ әйткән: «Ҡояш көнбайыштан сыҡмайынса Ҡиәмәт көнө етмәҫ. Ә инде ҡояш көнбайыштан сыҡҡас, кешеләр быны күреп, бөтәһе лә бергәләп иман килтерер. Әммә элек иман килтермәгән булһа һәм иманы арҡаһында изгелеккә ирешмәгән бәндәгә ул көндө килтергән иманы ярҙам итмәйәсәк» (Әл-Бохари, Мөслим). Әбү Зарранан риүәйәт ителә: «Бер мәл, ҡояш байығас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ минән: «Уның (ҡояштың) ҡайҙа йүнәлгәнен беләһеңме? − тип һораны. Мин: «Аллаһ һәм Уның Рәсүле ﷺ яҡшыраҡ белә» - тинем. Шунда Рәсүлебеҙ: «Ул Ғәрш аҫтында сәждәгә киткәнгә тиклем хәрәкәт итә. Шунан яңынан сығырға рөхсәт һорай һәм рөхсәт ала. Әммә шундай ваҡыт етер: ҡояш сәждәгә китергә әҙер булыр, тик ул ҡабул ителмәҫ, һәм ул элеккесә хәрәкәт итергә рөхсәт һорар, әммә рөхсәт булмаҫ. Ҡайҙан килгәнһең, шунда кире ҡайт», – тип әйтелер уға. Һәм ҡояш көнбайыштан сығыр. Аллаһтың: «Һәм Ҡөҙрәтле, барыһын Белеүсенең тәҡдире буйынса − ҡояш үҙ урынына ашыға» тигән һүҙҙәре тап ошо хаҡта» (ӘлБохари).

Ул төндә ҡояш, көнсығыштан сығыр өсөн, Аллаһтан өс тапҡыр рөхсәт һорар, тип яҙылған китаптарҙа. Әммә уға рөхсәт булмаҫ. Һәм, ҡояш өмөтөн өҙгәс, уға көнбайыштан сығырға бойороҡ буласаҡ. Ул төн беҙҙең замандағы өс төнгә тиң буласаҡ. Быны, кемдәр төнөн Ҡөрьән уҡып, төрлө доғалар уҡып үткәргән, шулар аңлар. Уларҙың береһе, төн уртаһында тороп, доғалар уҡып, ҡояш сығыуын көтөп ятыр. Шул ваҡытта тышта ҡысҡырған тауыштар ишетелер. Кешеләр, ҡурҡышып, мәсеткә йыйылыр. Бөтәһе лә ҡояштың көнбайыштан сыҡҡанына шаһит булырҙар. Ҡояш төшлөккә (зенитҡа) еткәс, кире байыр, аҙаҡ көнсығыштан сығыр. Әмр ибне әл-Ас әйткән: «Бынан һуң кафырҙың иманы, гонаһлы кешенең тәүбәһе ҡабул булмаҫ». Хәҙерге заманда беҙ һеҙҙең менән йыш ҡына «ваҡыт шәбәйҙе», «бер ай бер көн һымаҡ үтте», «балалар тиҙ үҫеп етте» тигән фекерҙәр ишетәбеҙ. Ысынлап та хәҙер ваҡыт тиҙерәк үтә. Һәм быға ғилми дәлил бар.

Ғалимдар тикшереүҙәр барышында Ерҙең пульсы барлығын асыҡлаған. Ул пульс йәки такт йөрәктең тибешенә оҡшаған. Бер мең йыл тирәһендә ул пульс секундына 7-8 тактҡа тиң булған. Әммә 1980 йылдан алып Ерҙең тибеше йышайған. Хәҙерге ваҡытта ул 12 тактҡа тиң. Һәм, нимәһе бигерәк тә аңға һыймаҫлыҡ: әгәр ул пульс 13-кә барып етһә, Ер әйләнеүҙән туҡтаясаҡ. Уның хәрәкәте өс көнгә туҡтар, аҙаҡ Ер кире яҡҡа өйөрөлә башлар. Был мәғлүмәт асыҡ сығанаҡтарҙан, шуға күрә ысынбарлыҡҡа тура киләме икәнен әйтеп булмай. Әммә беҙ изге Ҡөрьәндә һәм сөннәттә әйтелгәндәргә ысын күңелдән ышанабыҙ. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе үҙенең рәхимлегенән мәхрүм итмәһен, үлем фәрештәһе килгәндә, иман менән китергә насип итһен. Әмин.

ӘҘИЛ ИБРАҺИМОВ

Ләйсән Бәхтиева

тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...