Әйүп пәйғәмбәр
Әйүп пәйғәмбәр
Сир теленә үк килеп еткәс, Аллаһты зекер итә алмауҙан ҡурҡып, Әйүп: «Миңә бәлә килде, ә Һин бит рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе!», − тип, Аллаһҡа ялбара. Пәйғәмбәрҙең фәҡәт Уның өсөн зарланыуын күреп, Аллаһу Тәғәлә уға Үҙенең Мәрхәмәтлеген күрһәтә, һәм иблис Уның нисек итеп Үҙенең ҡолдарын ҡурсалауына шаһит була.
Ябраил фәрештә Әйүпкә Ожмахтан айва алып килә. Әйүп унан: «Эй, барса туғандары һәм таныштары тарафынан онотолған кеше янына килеүсе, һин кемһең?» − тип һорай. Ябраил һорауға яуап бирә һәм уны Ожмах айваһы менән һыйлай. Шул ваҡыт Әйүптең тәненән һыҙланыу китә, ул үҙендә еңеллек һиҙә. Ябраил уға тороп баҫырға ҡуша. «Нисек? Мин бит тора алмайым», − ти Әйүп . Ябраил уға ҡулын һуҙа, тороп баҫырға һәм атларға ярҙам итә. Ун ике аҙым эшләгәс, Ябраил уға һул аяғы менән ергә һуғырға ҡуша. Әйүп аяғы менән ергә типкәс, был урындан эҫе шишмә бәреп сыға, ә уң аяғы менән тапылдатҡас, һалҡын һыу урғыла башлай. Ябраил Әйүпкә эҫе һыу менән йыуынырға, ә һалҡын һыуҙы эсергә ҡуша. Пәйғәмбәр ҡушҡанды үтәй һәм уға еңеллек килә: тәнендәге ҡорттар төшөп бөтә, ул һауыға, йәшәрә һәм элеккенән дә матур, сәләмәт һәм көслө ир-егеткә әйләнә. Ябраил уға ожмахтан алып килгән кейемдәрҙе бирә. Башына таж кейҙергәс, пәйғәмбәрҙең йөҙө тулған айҙай балҡый. Әйүп шунда уҡ, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡый.
Был ваҡытта Рәхмәт Әйүп эргәһендә булмай, ул иренә аҙыҡ эҙләп сығып киткән була. Ул ҡайтып килгәндә, иблис йәнә уның күңеленә шик индерергә тырыша: «Ҡасанға тиклем һин төҙәлмәҫлек сир менән ауырыған ирҙе ҡарамаҡсыһың? Етмәһә, ул, һауыҡҡас, һине йөҙ тапҡыр сыбыҡларға һүҙ бирҙе». Әммә был юлы Рәхмәт иблисте тыңламай, уға иғтибар ҙа итмәй, ирен ҡалдырған яҡҡа атлай. Ул бөтә тирә-яҡты әйләнеп сыға, ләкин Сабирҙы1 тапмай. Түҙемлеге бөтөп, ул илай башлай һәм ҡысҡырып уны саҡыра: «Эй, Әйүп, һин ҡайҙа юғалдың?» Рәхмәт нимә уйларға ла белмәй: бүре ашанымы, әллә ер йоттомо, тип уйлай. Уның саҡырыуына Әйүп : «Һиңә кем кәрәк?» − тип һорай. «Сабирымды таба алмайым, ошонда ғына ҡалдырғайным», − ти Рәхмәт. Йәш, кейәү егетендәй ҡупшы кейемдәге ирен ҡатыны танымай. «Уны ниндәй билгеләре буйынса таныр инең?» − тип һорай Әйүп . Рәхмәт күтәрелеп уға ҡарай ҙа, уның Әйүпкә бик ныҡ оҡшауын әйтә. Сабир йылмая һәм шатланып, үҙенең Әйүп икәнлеген әйтә. Уларҙың кисергән ауырлыҡтары, интегеүҙәре шатлыҡҡа әүерелә − был бәхетте улар икәүләп ҡаршы ала. Аллаһу Тәғәлә уларға малдарын, ялан-ҡырҙарын, иблис яндырған барлыҡ мөлкәттәрен кире ҡайтара. Шулай уҡ уларҙын йортон һәм балаларын да тергеҙә. Версиялар буйынса шулай, әммә хәҡиҡәтте бер Аллаһ ҡына белә − Уға ҡалдырайыҡ.
Әйүп , ҡатынын йөҙ тапҡыр сыбыҡлау тураһындағы вәғәҙәһен уйлап, бик ҡайғыра. Ул нимә эшләргә лә белмәй, шул ваҡытта Ябраил фәрештә килә һәм пәйғәмбәргә, йөҙ һаламды бер бәйләмгә йыйып, шуның менән бер тапҡыр Рәхмәткә һуғырға ҡуша. Әйүп шулай эшләй һәм биргән вәғәҙәһенән ҡотола, иренә тоғролоғо арҡаһында Рәхмәт тә язанан ҡотола. Улар артабан, Аллаһҡа туҡтауһыҙ шөкөр итеп, бик матур ғүмер кисерәләр. Әйүп , йөҙ йәшкә еткәс, фани донъяны ҡалдырып, әхирәткә күсә.
Үткәргән һынауҙарҙан һуң Әйүптең егерме алты балаһы тыуған, тиҙәр, уларҙың өлкәндәре Хәүмил, Мүкил, Рашат, Рәшит һәм Бәшир булған. Аталары үлгәс, балалар хаҡ юлдан тайпылмаған, Аллаһҡа хеҙмәт иткәндәр. Ул ваҡыттағы батша − Дәғәм улы Ләм − кафыр булған.
Ошо урында Әйүп тураһындағы ҡыҫҡаса ҡисса тамам. Мин уны, ауырлыҡ кисергәндәргә фәһемле булһын, тип, төрлө варианттарҙан һайлап яҙҙым.
Ҙүл-Кифл тураһында ҡыҫҡа белешмә
Ҙул-Кифл (хәстәрлекле, ышаныслы, гарант) исеме Ҡөрьәндә телгә алынған. Уға ҡарата ғалимдар араһында фекер айырымлығы бар. Ҡайһылары уны пәйғәмбәр тип, ә ҡайһылары әүлиә, тәҡүәле дин әһеле тип иҫәпләй. Уның Ильяс , Зәкәриә йәки Йуша булыу ихтималлығы хаҡында бәйән ителгән риүәйәт тә бар.
Әйтелгән: Исраил балаларынан булған пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә Аллаһтан үәхи (асыш) килә: уға, көндәре һанаулы ҡалғанлыҡтан, үҙенә вариҫ һайларға ҡушыла. Буласаҡ пәйғәмбәр төндәрен Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға, ә көндөҙ һәр саҡ ураҙала булырға тейеш була. Өсөнсө шарт − ул кешеләргә асыуланмаҫҡа тейеш. Пәйғәмбәр, бөтә халыҡты йыйып, арағыҙҙа ошо өс шартты үтәй алырлыҡ кеше бармы, тип һорай. Берәү ҙә өндәшмәй, шул саҡ бер йәш кенә (үҫмер) егет шартты үтәй аласағын әйтә. Ләкин был көндө үҫмер егеттең һүҙен кире ҡағалар. Икенсе көн йәнә һорауҙы ҡабатлайҙар, һәм яңынан теге егет шул уҡ яуап менән алға сыға. Шунан пәйғәмбәр уны үҙенең вариҫы итеп һайлай, егет ил менән идара итә башлай.
«Ғараис» китабында, йәш егетте үҙенең вариҫы итеп һайлаған пәйғәмбәр Әлйәсә2 булған, тип яҙылған. Шулай уҡ «Әҫ Ҫәүи»3 китабында егеттең Әйүп улы Бәшир булыуы тураһында рийәүәт килтерелгән.
Егет (Бәшир) ҡуйылған шартты еренә еткереп үтәй: төндәрен ғибәҙәттә үткәрә, көндөҙөн ураҙа тота, халыҡ менән асыуһыҙ идара итә, хөкөм сығара.
Аллаһу Тәғәләгә тоғро хеҙмәт иткән кешеләрҙе күрәлмаған шайтан, уларҙы үҙ яғына ауҙарыу мөмкинлеген эҙләй. Көнләшеүенән ул хатта пәйғәмбәрҙәргә вәсвәсә һалырға тырыша. Иблис был пәйғәмбәрҙе өс тапҡыр асыуландырырға тырыша. Пәйғәмбәр төшкө аш мәлендә генә йоҡлап алған, сөнки уның ошо мәлдә генә йоҡоға ваҡыты булған. Иблис өс көн рәттән төш мәлендә уның янына ауыр хәлгә тарыған ҡарт бабай сүрәтендә килә һәм уға йоҡларға ирек бирмәй. Ләкин пәйғәмбәр уны тыныс ҡына тыңлай, яғымлы итеп һөйләшә, һәм иблис уны асыуландыра алыуға өмөтөн өҙә. Ошо хәлдән һуң пәйғәмбәрҙе («Әҫ-Ҫәүи», «Рух әл-бәйән», «Хәзин», «Ғараис» китаптарына ярашлы) Ҙүл-Кифл тип атай башлайҙар.
Ә бына «Бәдәи» китабында уның тураһында башҡасараҡ бәйән ителә.
Әйүп пәйғәмбәр үлгәс, Ләм исемле кафыр батша Әйүптең улдарына, уларҙың һеңлеләренә өйләнергә теләк белдереп, хат яҙып ебәрә. Ләкин туғандар, беҙҙең динебеҙҙә кафырҙар менән никахлашыу ярамай, тип уның һорауын кире ҡаға. Улар хатҡа: «Әгәр ысынлап та һеңлебеҙгә өйләнергә теләһәң, беҙҙең динде ҡабул ит», − тип яҙалар. Был хат батшаның намыҫына тейә, һәм улар араһында дошманлыҡ тыуа. Ике яҡ та ғәскәр туплай, һуғышҡа әҙерләнәләр. Бер нисә еңелсә алыштан һуң, ғәскәрҙәр бәрелешә һәм Хәүмилдең армияһы тар-мар ителә, ә Әйүптең улы Бәшир әсирлеккә алына. Батша ғәскәре лә күп юғалтыу кисерә.
Батша тәүҙә Бәширҙе аҫырға уйлай, әммә аҙаҡ әсирҙе түләп азат итеүҙәренә ризалаша. Хәүмил ҡустыһы өсөн хаҡ түләргә йыйына, һәм Бәшир түләп алыуҙың гаранты була. Ләкин Хәүмилгә төш керә: таныш булмаған берәү уға: «Ҡустың өсөн хаҡ түләмә һәм борсолма ла, батша Исламды ҡабул итәсәк», − ти. Төштө белгән кешеләрҙән юратып, кәңәшләшкәндән һуң, Хәүмил Бәширҙе хаҡ түләп алыуҙан баш тарта.
Батша, быны белгәс, бик асыулана һәм Бәширҙе яндырыу өсөн соҡор ҡаҙырға бойора. Һалдаттар, соҡор ҡаҙып, унда ҙур итеп ут яғалар ҙа Бәширҙе ялҡынлап янған утҡа ырғыталар. Ләкин ут Бәширгә ҡағылмай. Халыҡ хайран ҡала, барыһынан да бигерәк батша ғәжәпләнә һәм: «Ҡарағыҙ, был − Бәширҙең сихыры бит!» − тип ҡысҡырып ебәрә. «Эй батша, беҙ сихырсылар түгел! Олатайыбыҙ Ибраһимды ла Нәмрудтың уты яндыра алмаған. Беҙҙе лә, уның вариҫтарын, Аллаһу Тәғәлә уттан һаҡлай», − тигән Бәшир. Ошо һүҙҙәрҙән һуң батшаның күңеле йомшара, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте төшөп, ҡәлебе асыла, һәм ул Исламды ҡабул итә.
Әйүптең улдары, батшаға һеңлеләрен биреп, уны үҙҙәренең кейәүе итә. Исламды ҡабул иткәс, ул кафырҙарға ҡаршы һуғыша башлай. Бәшир хаҡ түләп алыу өсөн гарант булған өсөн, Ләм уны Ҙүл-Кифл (гарант) тип атай. Хәүмил, Аллаһ ҡушыуы буйынса, Ҙүл-Кифл пәйғәмбәрҙе Шәм халҡына ебәрә.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
1 Сабир − бәлә-ауырлыҡтарҙа сабырлыҡ күрһәтеүсе, был осраҡта Әйүп күҙ уңында тотола.
Әлйәсә − Ҡөрьәндә иҫкә алынған пәйғәмбәр (38:48)
Әҫ-Ҫәүи − Ҡөрьән тәфсирҙәренең береһенең атамаһы.